Саҡмағош районының үҙәк китапханаһында “Иҙел” халыҡ инструменттары ансамбленең ижади кисәһе үтте.
Унда йәш быуын вәкилдәре лә, гимназияның VIII класс уҡыусылары ла әүҙем ҡатнашып, ансамбль коллективы менән танышты. “Иҙел” ағзалары өлкән йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, үҙҙәренең тормошто яратыуы, дәрте, йыр-моңға әүәҫлеге менән бик күптәрҙең “танауына сиртерлек”.
Ансамблдең музыка етәксеһе Ринат Кәримов төрлө яңғырашлы музыка ҡоралдары менән йәш дуҫтарын таныштырҙы. Ҡунаҡтар халыҡ көйҙәрен тыңлап кинәнде, үҙенсәлекле музыка инструменттары тарихы менән танышты.