9 марттан 19-на тиклем Сәғүд Ғәрәбстаны Короллегендәге Эр-Рияд ҡалаһында “Күскенселәр йыһаны” Халыҡ-ара этнофестивале уҙасаҡ. Был ҙур сарала башҡорт музыкаһы ла яңғыраясаҡ. Этномузыка һәм этнохит номинацияларында бик күп дәғүәселәр менән бер рәттән беҙҙең “Арғымаҡ”тар ҙа көс һынашасаҡ.
“Арғымаҡ”тарҙың былтыр Ҡырғыҙстандағы “Бөтә донъя күскенселәр уйындары”ндағы сығышын күргәндән һуң, бәйгегә саҡырыу килә. Ҡунаҡ итеп саҡырһалар ҙа, улар конкурста ҡатнашырға теләк белдерә.
Төркөм бер нисә ай әүҙем рәүештә конкурсҡа ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле программа әҙерләй. Әйткәндәй, республика халҡы уны 2 март “Башҡортостан” концерт залында күрә аласаҡ. Уны “Арғымаҡ”тар үҙҙәренең ун йыллыҡ юбилейына арнап эшләгән.