Өфөлә “Йатаған” этно-төркөмө тәҡдиме менән яңы проект башланырға тора – “Этник музыка кисәләре”. “Квартирник” форматындағы осрашыуҙар Актерҙар йортоноң икенсе ҡатында урынлашҡан “Шатлыҡ бар” кафеһында ойоштороласаҡ.
“Беҙ был проектты этник музыканы яратҡан барлыҡ башҡарыусыларҙы һәм тыңлаусыларҙы берләштереү өсөн эшләйбеҙ. Йәйен Өфөлә “Евразия йөрәге” фестивале, 2020 йылда фольклориада үтәсәк, – ти Илдар Шакир. – Беҙҙә Роберт Юлдашев, “Арғымаҡ” төркөмө кеүек билдәле башҡарыусылар бар, шул уҡ ваҡытта, мәҫәлән, Учалы, Белорет яҡтарында ла күп ундай коллективтар. Әммә уларҙы республика халҡы белмәй. Үҙҙәрен танытырға кәрәк. Шулай уҡ Рәсәйҙән, аҙаҡ хатта сит илдәрҙән дә этник музыканттарҙы килтерергә планлаштырабыҙ”.
Беренсе осрашыу ял көнө, 17 февралдә үтәсәк. Тәүге геройҙар – “Йатаған” төркөмө. Уларға төрлө һорауҙар бирергә була. Кисәгә инеү бушлай.