Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына — 100 йыл.Быйыл беҙ береһенән-береһе иҫтәлекле, дөйөм халыҡ кимәлендәге әһәмиәткә эйә олуғ байрамдар дәүеренә аяҡ баҫтыҡ. Республиканың 100 йыллығы. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының 100 йыллығы. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына — 100 йыл. Аңлашылып тора: был ваҡиғалар сағыу сәйәси-мәҙәни күренештәр булып үҫешкән һәм нығынған. Шул уҡ ваҡытта улар араһында бик тәрәндә ятҡан өҙөлмәҫ тамырҙар менән тоташҡан ҡан-ҡәрҙәшлек бәйләнештәре йәшәй.
“Өс таған”Ҡайһылай һоҡланғыс өс таған: Башҡорт Автономиялы совет республикаһы, Беренсе профессиональ башҡорт театры һәм башҡорт яҙыусыларының береһе, Социалистик Хеҙмәт Геройы Мостай Кәрим!.. “Өс таған”дың һәр тағаны — бик ныҡлы һәм үҙ урынында. Инде йөҙ йыл дауам иткән үҫеш барышында “Өс таған”дың дөйөм (уртаҡ) ҡануны барлыҡҡа килгән һәм нығынған. Был ҡанундың иң төп асылы — халыҡ тормошо һәм дәүерҙең тарихи ысынбарлығы талаптары менән тығыҙ бәйләнеш. 1919 йылда йәшәүгә юл ярған тиңдәшһеҙ сәйәси-мәҙәни яңылыҡтар башҡорт халҡының дәүләт суверенитетына эйә милләт булып үҫешендә өр-яңы дәүергә аяҡ баҫыуын иҫбат итте. Ошо хәҡиҡәттең универсаль күренеш икәнлеге милли мәҙәниәт донъяһының бөтә тармаҡтарында ла берҙәй тормошҡа аша. Был хәҡиҡәт театр сәнғәтендә айырыуса асыҡ сағыла.
Башҡорт профессиональ театры — Башҡорт АССР-ы төҙөлөү (ойошторолоу) емеше. Автономиялы милли дәүләт хасил ителеүе башҡорт профессиональ театрына йәшәү юлы аса. Шулай итеп, башҡорт халҡының рухи-мәҙәни донъяһында ғәйре дәүерҙәр дауамында сәнғәтсә үҫешкән тиҫтәләрсә үҙешмәкәр театр түңәрәктәре (коллективтары) 1919 йылда беренсе тапҡыр дәүләт кимәлендәге профессиональ театр ойошторорға хоҡуҡ ала. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры — ана шул театрҙың, ана шул милли-тарихи башланғыстың хәҙерге вариҫы. Был урында шуны ла иҫкә төшөрөп китәйек: мәшһүр урыҫ драматургы А.Н. Островский “Профессиональ милли театр — үҙаллы дәүләтселектең мөһим күрһәткесе”, — тип яҙған.
Бер быуатлыҡ ғүмер эсендә театр ҡатмарлы һәм маҡтаулы тарихи юл үтте. Уның коллективы һәр саҡ халыҡтың, йәмәғәтселектең теләктәшлеген, дәүләттең матди ярҙамын, республика етәкселегенең хәстәрлеген күреп, таянып йәшәне һәм әле лә шулай йәшәй. 60-сы йылдарҙа төҙөлгән ялт итеп торған яңы бинаға күсте. Ә 70-се йылдарҙан бөгөнгәсә, 1993 йылғы янғындан һуң, яңынан реконструкцияланған мөһабәт һарайҙа ижадын дауам итә. Бындай хәстәрлек һәм ярҙам коллективҡа дәрт-дарман өҫтәй, ижад ҡанаттарын үҫтерә, әлбиттә.
Театрҙың үҫеш юлы Башҡортостан тарихына, башҡорт мәҙәниәте һәм сәнғәте тарихына арналған китаптарҙа, монографияларҙа, йыйынтыҡтарҙа, уҡыу әсбаптарында ентекле өйрәнелгән һәм баһаланған. Беҙҙең маҡсат — Башҡортостандағы төп театрҙың иң күренекле, иң оло ижади ҡаҙаныштарын байҡау һәм барлау, өлгәшелгән ҡаҙаныштарҙың артабанғы театраль үҫеш өсөн әһәмиәтен, ролен күҙалларға тырышыу.
Улар бишәү ине...50 – 70-се йылдарҙа Башҡортостан театрҙары афишаларынан ошондай биш исем һәр саҡ балҡып, саҡырып торҙо: күренекле яҙыусы-драматург Мостай Кәрим (1919—2005), Ибраһим Абдуллин (1920—2005), Нәжиб Асанбаев (1921—2013), Әсғәт Мирзаһитов (1928—1989), Әнғәм Атнабаев (1928—1999). Ошо мәшһүр яҙыусы-драматургтарҙың исеме Башҡортостан театрҙарының тарихына алтын хәрефтәр менән мәңгелеккә яҙылған. Уларҙың әҙәби яҙмышы һәр береһенеке — тик үҙенсә. Мостай Кәрим менән Әнғәм Атнабаев ғүмер буйы шағир булып ҡалды. Ибраһим Абдуллин, Нәжиб Асанбаев, Әсғәт Мирзаһитов — саф драматургтар. Ә ысынбарлыҡта ошо бишәүҙең пьесалары Башҡортостан театрҙарының бөтәһендә лә репертуарҙың әҙәби нигеҙен төп өлөшөн тәшкил итә.
...Башҡорт академия драма театрының спектаклен мин беренсе тапҡыр 1962 йылда ҡараным. Был коллектив ул ваҡытта Башҡорт опера һәм балет театры менән бергә Аксаков йортонда “өйҙәш” йәшәй ине. Ауылдан килеп, Башҡорт дәүләт университетының беренсе курсында уҡый башлағайным. Нәжиб Асанбаев пьесаһы буйынса ҡуйылған “Рәйсә” спектакле. Башҡорт АССР-ының, РСФСР-ҙың халыҡ артистары Рим Сыртлановтың, Рәғиҙә Янбулатоваларҙың төп ролдәрҙе ҙур оҫталыҡ менән башҡарыуҙары хәтерҙә уйылып ҡалған. Яҙыусы һәм театр коллективы спектаклдең ҙур уңыш ҡаҙаныуынан ҡанатланып, уның дауамын — “Фәйзи” спектаклен ижад итте. Ике әҫәр берләшеп “Рәйсә+Фәйзи” тигән исем алып, оҙаҡ йылдар барҙы театрҙа.
Артабанғы йылдарҙа Нәжиб Асанбаев пьесалары буйынса Башҡортостандың бөтә театрҙарында яңынан-яңы спектаклдәр ҡуйыла. Яҙыусы-драматург тарафынан ижад ителгән тиҫтәләрсә пьеса театрҙар репертуарын тулы ҡанлы итеп тотоуҙа, уға заманса камиллыҡ биреүҙә мөһим роль уйнай. “Ҡыҙыл паша”, “Көҙән башҡорто” спектаклдәре айырыуса киң танылыу ала.
Кәрим Хәкимов, Зәки Вәлиди кеүек күренекле тарихи шәхестәрҙе масштаблы сәхнә образдары итеп һынландырған был спектаклдәр, башҡорт театр сәнғәте үҫешенә, бөтә башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте үҫешенә тойолорлоҡ өлөш индерҙе. Улар — театрҙың үҫеш юлында этаплы күренештәр. “Этап” тип атарлыҡ спектаклдәр йылдан-йыл барлыҡҡа килә тора. Ул исемлектә — Мостай Кәрим әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған “Ай тотолған төндә”, “Салауат”, “Ташлама утты, Прометей!” трагедиялары, “Ҡыҙ урлау” комедияһы, “Яңғыҙ ҡайын”, “Айгөл иле” драмалары, Әсғәт Мирзаһитовтың драмаһы буйынса ҡуйылған “Әсәләр көтәләр улдарын”, Әнғәм Атнабаевтың “Ул ҡайтты” драмаһы буйынса ҡуйылған спектаклдәр балҡыны. Ошо әҫәрҙәргә бәхетле сәхнә “ғүмере” биргән режиссерҙар (Вәли Ғәлимов, Шәүрә Мортазина, Вәзих Сәйфуллин, Ғабдулла Ғиләжев, Лек Вәлиев, Рифҡәт Исрафилов), артистар (Арыҫлан Мөбәрәков, Хөсәйен Ҡудашев, Рим Сыртланов, Илшат Йомағолов, Хәмит Яруллин, Әхтәм Абушахманов, Заһир Вәлитов, Олег Ханов, Зәйтүнә Бикбулатова, Рәғиҙә Янбулатова, Бәҙәр Йосопова, Гөлли Мөбәрәкова, Зинира Атнабаева, Нурия Ирсаева, Рәмзиә Хисамова, Таңсулпан Бабичева, Илһөйәр Ғәзетдинова), рәссамдар (Ғәлиә Имашева, Мөхәмәт Арыҫланов, Рифҡәт Арыҫланов, Таң Еникеев), композиторҙар (Хөсәйен Әхмәтов, Шамил Ҡолбарисов, Бәхти Ғайсин, Рим Хәсәнов, Тәлғәт Шәрипов, Нур Дауытов...). Улар бер бөтөн талантлы коллективҡа ойошоп, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрын, башҡорт театр сәнғәтен художестволы-эстетик ижадтың юғары бейеклектәренә күтәрҙе.
Башҡортостандың төп театры донъяһында милли мәҙәниәтебеҙҙең бөтә төр һәм йүнәлештәре — режиссура, артистың башҡарыу оҫталығы, сәхнә биҙәлеше, музыкаль биҙәлеш театраль күренештең дөйөм идея-тематик йөҙөн сағыу образ итеп күҙ алдына баҫтыра.
Милли мәҙәниәт төрҙәренең бай йыйылмаһы айырым бер тамашала үҙенсәлекле биҙәктәр менән семәрләнгән халыҡсан тормош донъяһын барлыҡҡа килтерә. Ошондай ҡаҙанышҡа өлгәшкән республикабыҙҙың иң төп театрын ышаныслы рәүештә “Мәҙәниәтебеҙ мәркәзе” тип атай алабыҙ.
Юғары бейеклектәр сереБыл мәҡәләне уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныусан кешелә һорауҙар тыуасаҡ, әлбиттә. Ниндәй һорауҙар буласағын хатта яҡынса белеп торам һымаҡ. Һорау һәм яуаптарҙы хәҙер ҡағыҙ битенә төшөрәйек.
Һорау: Мәҡәләнең геройҙары итеп ни өсөн нәҡ ошо биш яҙыусыны алдығыҙ?Яуап: Ошо бишәүҙең өсәүһе — Мостай Кәрим, Ибраһим Абдуллин, Нәжиб Асанбаев — яугир яҙыусылар. Бөйөк Ватан һуғышында улар фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә һоҡланғыс хәрби батырлыҡ күрһәтә. (Әйтәйек, өлкән лейтенант Ибраһим Абдуллиндың Сталинград һуғышындағы ҡаһарманлығы тураһында армия генералы Говоровтың шаһитлыҡ яҙмаһы билдәле...). Һуғыштан ҡайтҡас инде, был өсәү, ҡулға ҡәләм алып, һоҡланғыс әҙәби әҫәрҙәр ижад итә. Өҫтәүенә әҙәбиәттең хәле ауыр, ҡатмарлы драматургия өлкәһендә лә шәптән түгел. Быныһы инде фронтовиктарҙың яңы, икенсе ҡаһарманлығы була. Ошо өсәүгә бик тәбиғи рәүештә һин дә мин ҡушылып киткән Әсғәт Мирзаһитов менән Әнғәм Атнабаев иһә шул фронтовиктарҙың замандаштары шикелле ҡабул ителде. Һуғыш йылдарында тыл тормошоноң бөтә михнәтен, ауыр яфаһын татыған сая ир-егеттәр шул замандар хаҡында, һуғыш касафатын күргән-кисергән атайҙар, балалар тураһында тетрәндергес драмалар ижад итте. Бөгөн уларҙың бишеһе лә беҙҙең арала юҡ. Был яҙмаларым шул ҡаһарман ағайҙарыбыҙҙың ҡәберенә баш эйеп, сәскә шәлкемдәре һалыуым булһын ине.
Һорау: Башҡорт дәүләт академия драма театрының иң маҡтаулы ҡаҙаныштары тураһындағы күҙәтеүҙәрҙе ни өсөн “Рәйсә+Фәйзи” спектакленән башлап ебәрҙегеҙ?Яуап: Быныһы үҙемдең шәхси биографиям менән туранан-тура бәйләнгән. 1962 йылда Башҡорт дәүләт университетында студент булып киткәс, профессиональ театрҙа ҡараған беренсе тамаша ана шул спектакль ине. Бер саҡ ауылдан йомош-юл менән килгән инәйемде, ағайым менән еңгәмде алып барғаным да хәтерҙә. Уға халыҡ, шулай уҡ студент йәштәр ағылып йөрөнө. Мәшһүр аккордеонсы Бәхти Ғайсин тарафынан спектакль өсөн махсус яҙылған йыр Рәғиҙә Янбулатова башҡарыуында күңелдәрҙе тирбәлдереп яңғырай. Мөһабәт залдары, зауыҡлы шәмдәлдәр, ҡыҙыл бәрхәттән көпләнгән затлы йомшаҡ ултырғыстар — бөтәһе-бөтәһе кәйефте күтәрә, әҫәрләндерә, әүрәтә, сәхнәлә барған тамашаны тын да алмайынса ҡарарға һәм ҡабул итергә көйләй.
Шуны өҫтәп әйтәйем: ошо спектаклдән һуң миңә “театр ене” ҡағылды шикелле. Студент саҡта ла Өфөлә, ысынлап та, “ҡала кешеһе” булып йәшәгән бөтә йылдарҙа академтеатрҙағы премьераларҙы ҡалдырмай йөрөнөм. Күп спектаклдәргә рецензиялар яҙҙым. Күренекле яҙыусы-драматургтарҙың ижади портреттарын һүрәтләнем. М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында аспирантура һәм докторантура үткән йылдарҙа яҙылған һәм яҡланған кандидатлыҡ (“Драматургия Мустая Карима. Своеобразие жанровой эволюции”) диссертацияһы һәм докторлыҡ (“Поэтика башкирской драматургии”) диссертацияһы башҡорт драматургияһына һәм театрына арналған.
Һорау: Башҡорт драматургияһы ошо бишәүҙең ижадынан ғына сикләнмәйҙер бит?Яуап: Дөп-дөрөҫ. Совет осоро башҡорт драматургияһы халыҡ шағиры Мәжит Ғафури, Дауыт Юлтый, Афзал Таһиров, Хәбибулла Ибраһимов исемдәре менән бәйле. 30-сы йылдарҙа был исемдәргә Баязит Бикбай, Сәғит Мифтахов, Ҡадир Даян, Мөхәмәтша Буранғоловтар өҫтәлә. Һуғыштан һуңғы осорҙа 60-70-се йылдарҙа Мостай Кәрим, Ибраһим Абдуллин, Нәжиб Асанбаев, Әсғәт Мирзаһитов, Әнғәм Атнабаевтар аяҡҡа баҫа. Улар артынан Азат Абдуллин, Рафаэль Сафин, Илшат Йомағолов, Флорид Бүләков, Наил Ғәйетбаев, Кәбир Аҡбашев, Рәлиф Кинйәбаевтар килә. Ошо исемлектәге яҙыусы-драматургтарҙың пьесалары бер быуат буйына Башҡорт дәүләт академия драма театрында милли репертуарҙың әҙәби нигеҙен ышаныслы тәьмин итте. Дөрөҫ, совет, рус донъя классик драматургия өлгөләре лә байыҡтыра торҙо был репертуарҙы. Шулай ҙа башҡорт яҙыусыларының пьесалары һәр дәүерҙә лә театр репертуарының үҙәк өлөшөн, төп асылын билдәләй. Ә инде теге “бишәү”ҙең тарихына әйләнеп ҡайтһаҡ, былай тип әйтергә кәрәк: 50 – 70-се йылдарҙа күренекле биш драматургтың пьесаларын илһамланып бер-бер артлы сәхнәләштереү театр һәм драматургияның балҡышлы дәүере, йондоҙло сәғәттәре булды. Киң танылған биш яҙыусы — драматургтың Башҡорт дәүләт академия драма театры менән ҡулға-ҡул тотоноп ижад итеүе театр донъяһын да, әҙәбиәт донъяһын да һис ҡасан булмағанса йәнләндерҙе, әҙәби һәм театр ижадының яңы юғары бейеклектәренә күтәрҙе.