Баш ҡалабыҙҙа “Ер һүҙе” кинофорумының республика конкурсы еңеүселәре билдәләнде.Улар араһында “Бүреләр” рок-төркөмө лидеры Илшат Абдуллин бар. Йырсы “Минең телем үлмәйәсәк” тигән клип эшләргә планлаштыра. Ә Милли йәштәр театры актеры Илгиз Таһиров “Футбол уйын ғына түгел” атамалы документаль проекты менән еңеүселәр исемлегенә инде.
Дөйөм алғанда, 15 эш авторы финалға үтте. Улар Булат Йосоповтың Киномәктәбендә режиссерлыҡ нигеҙҙәре буйынса курстарҙа ҡатнашасаҡ. Ойоштороусыларҙың һәм “Башҡортостан” киностудияһының ярҙамы менән ҡыҫҡа метражлы кинотаҫмалар төшөрөү тормошҡа ашырыласаҡ. Был эштәрҙе экранда 12 – 14 апрелдә күрһәтеү ҡарала.
“Ер һүҙе” форумы хаҡындағы тапшырыуҙа шулай уҡ Рәсәй һәм сит илдәр ижади коллективтарының фильмдары премьераһын күрһәтеү ҙә планлаштырыла.