Байрамда - татлы табын09.02.2019
Кисә Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар ауылы клубында Бауырһаҡ байрамы булды.

Күркәм сараның маҡсаты - халҡыбыҙ, айырыуса йәштәр күңелендә башҡорт йолаларына, боронғо аш-һыуыбыҙға ҡарата иғтибарҙы, ихтирамды, ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, туған телебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү.

Байрамда республиканың “Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаева, районыбыҙҙың Ибраһим, Мөҡсин, Һәүәләй, Олокүл, Үтәгән ауылдарынан килгән ҡунаҡтар ҡатнашты. Һәр ерҙән концерт номерҙары әҙерләп килгәндәр ине.

Ауылдаштар менән берлектә бай табын әҙерләнек. Күңелле, сағыу байрам күмәкләп сәй эсеү менэн тамамланды.


Вернуться назад