Иғтибар: "Ислам нуры"08.02.2019
“Башҡортостан 24” телеканалында “Ислам нуры” тапшырыуы яңыртылған вариантта эфирға сыҡты.

Уның алып барыусыһы Әхмәт хәҙрәт Әхмәров йома һайын үҙ белеме менән уртаҡлашасаҡ. Бынан тыш, Йәмиғ мәсете имам-хатибы традицион дин ғилеме, мосолман мәҙәниәте, Ислам донъяһындағы яңылыҡтар хаҡында көнөнә дүрт тапҡыр һөйләйәсәк.

Проект кураторы Урал Байбулатов әйтеүенсә, тапшырыуҙа дин нигеҙҙәре ябай, аңлайышлы итеп төшөндөрөләсәк. Халыҡ менән Whats App ҡушымтаһы аша аралашыу (8-927-304-500-5) мөмкинлеге майҙанды тағы ла киңәйтеүгә юл асыр тип көтөлә.


Вернуться назад