“Сәфәр” сәфәрҙән уңған08.02.2019
“Сәфәр” сәфәрҙән уңғанМәскәүҙә Рәсәй халыҡ бейеүҙәре буйынса балалар-үҫмерҙәр чемпионаты үткән, Туймазы ҡалаһының “Сәфәр” хореография ансамбле бронза миҙал яулап ҡайтҡан.

Дамир һәм Әлфиә Ибраһимовтар етәкселек иткән коллектив тәүҙә федераль округтарҙың ансамблдәре араһында ҡатмарлы конкурс үтеп, финалға сыҡҡан, ил күләмендәге бәйгене баһалаған жюри ағзалары ла уларҙың сығышын юғары баһалаған. Әйткәндәй, былтыр “Сәфәр” ансамбле “Байыҡ” телевизион конкурсында гран-при яулаған.




Вернуться назад