Башҡортостан ерле мөхтәриәте иғлан ителгән, халҡыбыҙ яҙмышында хәл иткес тәүге ҡоролтайҙар үткән Ырымбур еренә йыйылдыҡ бөгөн. Бында Башҡорт автономияһының 100 йыллығы уңайынан Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре башланды.
“Башҡорттар – Ырымбур өлкәһенең ерлекле төп халҡы. 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, бында, аҫаба ерендә, 46 меңдән ашыу милләттәшебеҙ йәшәй, – тип башлап ебәрҙе пленар ултырыштағы сығышын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин. – Ырымбур (5,5 мең), Орск (4,3 мең), Медногорск ( 3,5 мең), Ҡыуандыҡ (2,9 мең), Новотроицк (2,6 мең), Гай (2 мең) ҡалаларында, Красногвардейск (6 мең), Ҡыуандыҡ (5,6 мең), Новосибирск (2,5 мең), Гай (2,5 мең), Төйлөгән (2,4 мең ), Александровка (2,1 мең), Һарыҡташ (1,8 мең), Переволоцк (1,5 мең), Октябрь һәм башҡа райондарҙа башҡорттар күпләп төпләнгән”.
Сарала шулай уҡ Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина һәм башҡалар ҡатнаша.
Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәрен асыу барышында "Бабич" нәфис фильмын ҡарау, Сибай дәүләт филармонияһы концерты буласаҡ.
Фойела күргәҙмә-йәрминкә эшләй.