Ҡурсаҡ театрына 598 миллион һум кәрәк07.02.2019
Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко Рәсәйҙәге балалар театрҙары етәкселәре менән осрашты.

“Үҫеп килгән быуынды дөрөҫ тәрбиәләү бурысы дәүләт сәйәсәтендә тәүге урында тора. Ә балалар театры был маҡсатты тормошҡа ашырыуға туранан-тура йоғонто яһай”, – тине ул.

Әле федераль бюджетта балалар театрҙарын яңыртыуға алты миллиард һумдан ашыу сумма ҡаралған. Яҡындағы биш йылда илдәге ошо учреждениеларҙың дүрттән бер өлөшө дәүләт ярҙамы аласаҡ.

“Балалар театрҙарының булышлыҡҡа мохтажлығын күҙ уңында тотоп, Президент В.В. Путинға өҫтәмә биш миллиард һум бүлеү мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәт иттем, – тине Валентина Матвиенко. – Дәүләт башлығы был йәһәттән ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе”.

Республиканан барған делегация Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы етәкселеге вәкилдәре менән Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрын яңыртыу мәсьәләһе буйынса һөйләште. Был эш өсөн 598 миллион һум сығым талап ителә. Сумманың 250 миллион һумын “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы федераль ҡаҙнанан бүлеү планлаштырыла.

Реконструкция барышында 150 урынға иҫәпләнгән зал, музей өсөн урын, интерактив балалар студиялары төҙөләсәк, яңы грим бүлмәләре, оҫтаханалар барлыҡҡа киләсәк, шулай уҡ театр тирәһендәге биләмәне төҙөкләндереү ҡарала.


Вернуться назад