Башҡорт режиссеры донъя күләмендәге фильм төшөрәсәк. Был хаҡта бөгөн “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында хәбәр иттеләр.
Сарала юрист, хоҡуҡ һаҡсыһы Әнүәр Йомағолов, Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһының баш мөхәррире Мәғәфүр Тимербулатов һәм ошо проект авторы, режиссер, Рәсәй кинематографистар союзы ағзаһы Салауат Вәхитов ҡатнашты.
Проект “Тулы метражлы уйын киноһы. “Терелеү. First Day” тип атала. Ул Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Өфө митрополияһы, Өфө раввинаты, “Рәсәй” телеканалы, Рәсәй һәм Башҡортостан кинематографистар союзы ярҙамында “Башҡортостан” һәм “Аҡбуҙат” киностудиялары базаһында тормошҡа ашырыласаҡ.
Фильмдың художество етәкселәре – Армен Джигарханян һәм Владимир Грамматиков. Төп ролдәрҙә проект авторҙары Инна Чурикова, Роберт де Ниро, Рауль Родригес де Сильва кеүек Рәсәй һәм донъя кимәлендәге кино “йондоҙҙарын” күрергә теләй.