Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле республиканың 100 йыллыҡ юбилейына премьера әҙерләй. “Русь” тип аталған яңы сығышты Һамарҙан килгән хореограф Алексей Шишкин ҡуя. Был – уның “ғәскәрселәр” өсөн ҡуйған бишенсе бейеүе.
Ҡуйыусы белдереүенсә, ул рус халыҡ бейеүҙәрен һәр ваҡыт бер төрлө ҡабул итеүҙән ҡасып, сығышта кенәзлек йолаларын тергеҙергә уйлай.
Бейеүҙең “ҡаралама” вариантын республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һәм ансамбль етәкселеге ҡараған да инде. Бер юлы костюмдар эскизы ла раҫланған.
Яңы бейеүҙең премьераһы 23 мартта, республиканың 100 йыллыҡ юбилейына арналған концертта күрһәтеләсәк.