Ейәнсура районында республиканың 100 йыллығы уңайынан ауыл биләмәһе хакимиәттәре араһында халыҡ ижадының фестиваль-марафоны бара.
Күптән түгел Яңы Петровка ауыл биләмәһе хакимиәтенә ҡараған Башҡорт Үргене (халыҡ телендә – Үрген) ауылында үткән сара бай күргәҙмә менән асылды. Бында һәр кемгә Яңы Петровка һәм Үрген ауылдары китапханалары, мәктәптәре, балалар баҡсаларының тарихы менән танышыу мөмкинлеге ҙур ине, шулай уҡ нумизматика менән шөғөлләнгән Урал Ейәнбирҙин, үләндәр менән дауалаған Әминә Килдебаева, милли биҙәүестәр оҫтаһы Гүзәл Аҡсурина янына кеше күп йыйылды.
Тамаша залы халыҡ менән тулы ине. Концерт дәртле йырҙар, күңелле бейеүҙәр һәм әлбиттә, моңло ҡурай көйҙәре менән үрелеп барғас, бер тынала ҡаралды. Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юлановтың һүҙҙәренә ҡарағанда, бында төп баҫым тарихҡа яһала, халыҡтың әүҙемлеге һоҡландыра.
Фестиваль-марафонды Яңы Петровка ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илфат Аҡсурин Муйнаҡ ауыл биләмәһе хакимиәтенә тапшырҙы.