Еңеүсегә – 50 мең һум!05.02.2019
Йыр-моң һөйөүсе 15 – 45 йәшлек һәүәҫкәрҙәрҙе Сибайҙа үтәсәк “Урал аръяғы тауышы” конкурсы көтә.

Ул биш этапта үтәсәк. Ойоштороусылар – Сибай ҡалаһы хакимиәте, уның мәҙәниәт бүлеге.

Шарттарға ярашлы, һәр конкурсант үҙ йырын тәҡдим итә. Шулай уҡ дуэт, трио, квартет сығыштары ла әҙерләргә мөмкин.

Дүрт этаптан һуң конкурстың финалы буласаҡ, ул апрелгә планлаштырылған. Еңеүсегә бүләк – 50 мең һум аҡса.


Вернуться назад