Беҙҙең эраның III – IV быуаттарында йәшәгән боронғо төньяҡ-көнсығыш башҡорт ҡыҙын күргең киләме? Башҡортостандың Милли музейына рәхим ит!Бында донъяла танылған археолог, арҙаҡлы ғалим Нияз Мәжитов тарафынан Бөрө зыяратында табылған башҡорт ҡыҙының баш һөйәгенә яһалған скультур реконструкция ҡуйылды. Ундай үҙенсәлекле экспонат – музей өсөн ҙур табыш.
Реконструкция ғалим Алексей Нечвалода тарафынан эшләнгән.
“Ул биләмәлә шул дәүерҙә башҡорттар йәшәүе, Бөрө зыяратында ерләнеүе баш һөйәгенең башҡорт ҡыҙыныҡы икәнен раҫлай”, – ти Милли музейҙың генераль директоры Марат Зөлҡәрнәев.