Башҡортса йәнһүрәт һорағандарҙың үтенесе үтәлә04.02.2019
Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә грант отоусылар исемлеге билдәле булды. Улар араһында Республика халыҡ ижады үҙәгенең халых ижадын үҫтереүгә һәм һаҡлауға йүнәлтелгән саралары, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге республика Милли китапханаһы сиктәрендәге “Музыка донъяһына инәйек” әҙәби-музыкаль альянс, “Григорий Сергеевич Аксаков – беренсе Өфө губернаторы: С. Т. Аксаковтың мемориаль өй-музейының яңы экспозицияһы” проекты, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы төҙөйәсәк “Башҡортостан мәҙәниәте ирекмәндәре” республика интернет-порталы бар.

Шулай уҡ грант ярҙамында шағир, мәғрифәтсе, Ҡара Табын башҡорт ырыуының шәжәрәһен төҙөгән Ғәли Соҡорой хаҡында китап баҫылып сығасаҡ. Уның исем туйы “Табын-Фест” өлкә-ара фестивале сиктәрендә уҙасаҡ.

“Башҡортса йәнһүрәттәр аҙ” тиеүселәргә һөйөнөслө яңылыҡ: шулай уҡ грант отҡан “BashMult” республика фестиваль-бәйгеһе тиҙҙән ҡанаттарын йәйәсәк. Ул Бөтә донъя балалар көнөнә арналған һәм башҡорт йәнһүрәттәрен таратыуға йүнәлтелгән.

Салауат дәүләт башҡорт драма театрындағы “Арлекин” өлгөлө балалар театр студияһы өсөн дә шатлыҡҡа сәбәп бар: улар грант ярҙамында Мостай Кәримдең әҫәрҙәре буйынса әҙәби спектакль ҡуясаҡ.

“Тарихҡа ҡағыл” күргәҙмәһе һәм “Ҡаршылыҡһыҙ хәрәкәт” проекты күреү мөмкинлегенән мәхрүмдәр өсөн үҙ эшен башлаясаҡ. “Ҡаршылыҡһыҙ хәрәкәт” һуҡырҙарҙы сенсор телефон менән ҡулланырға һәм GPS-йүнәлтеү функцияһы менән ҡулланырға өйрәтәсәк.

Быйыл З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының һынлы сәнғәт бүлегенә 45 йыл тула, ошо уңайҙан грант ярҙамында факультет студенттары һәм уҡытыусыларының эштәренән торған күргәҙмәләр ойоштороласаҡ.


Вернуться назад