Ниһайәт, Сибай театр-концерт берекмәһенең үҙ “мөйөшө” буласаҡ: 2015 йылдың сентябрендә янғында зыян күргән филармония бинаһы төҙөкләндерелә. Әле проект һәм экспертиза эштәре башҡарылған, төҙөлөш яҡын арала башланасаҡ.Билдәле булыуынса, Сибай филармонияһы (хәҙер – театр-концерт берекмәһе) айырыуса һаҡлана торған мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә, шуға күрә уны төҙөүгә айырым иғтибар бирелә. Бинаның тышҡы үҙенсәлектәре һаҡланасаҡ. Ә бына эске майҙанды киңәйтеү планлаштырыла, һөҙөмтәлә тамаша залын 500 урынлыҡ итеү мөмкинлеге тыуасаҡ. Беренсе ҡатта – ҙур һәм яҡты холл, кейенеү, грим бүлмәләре, буфет, оҫтахана, икенселә “Сулпан” балалар театры урынлашасаҡ. Бында шулай уҡ 98 урынлыҡ Бәләкәй зал булдырыу көтөлә.
Төҙөлөштө 2020 йылдың ноябрендә тамамлау ҡарала.