90 йәште ҡыуыуыма ҡарамаҫтан, милли матбуғат баҫмаларының һәр береһен ҡалдырмай уҡып, телевидение-радио тапшырыуҙарын ҡарап-тыңлап барам.
Һуңғы ваҡытта милләтебеҙҙе, телебеҙҙе һаҡлау хаҡында күп сығыш яһала, өгөт-нәсихәт уҡыла, ҡыҙыу бәхәстәр булып ала. Әммә “эт өрә тора, бүре йөрөй бирә” тигәндәй, битарафлыҡты еңә алмайбыҙ. Телде һанға һуҡмағандарға сара күреү хаҡында закон булдырылыуы тураһында “Башҡортостан” гәзитендә яҙылып та сыҡҡайны. Ниңә хаталар һаман да дауам итә һуң?
Тағы ла бер проблема күңелде ҡыра: Хеҙмәт кодексы, әҙәби-юридик, дәүләт ҡоролошо хаҡында һәм башҡа рәсми китаптар ниңә һатыуҙа юҡ икән? Ҡайһы бер чиновниктарҙың, вазифалы кешеләрҙең телевидение аша: “Халыҡ закондарҙы белмәй”, — тип яу һалғанын ишеткән бар. Улар күпләп баҫылып таратылһа, аңлыраҡ булыр инек.
Абдулла ВАҺАПОВ,
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны.
Бөрйән районы.