“Балаҡатай” тип әйтеүе ҡыйынмы ни?25.05.2012
“Йәнсураны ҡайтарайыҡ!” — ти Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылынан Хәмиҙулла Хәйруллин. Ҡаныбыҙға һеңгән “Ейәнсура” ысынында “Йәнсура” икән.
Башҡортта йылға, тау, ҡәбилә-ырыу атамалары шул урында йәшәгән халыҡ телендә генә дөрөҫ әйтелгән. Байтаҡ һүҙ, исем, урыҫсаға күсеп, үҙенең төп мәғәнәһен юғалтҡан. Мәҫәлән, тыуған районым Балаҡатай урыҫса рәсми документтарҙа “Белокатай” булып йөрөй. Был мәсьәлә матбуғат баҫмаларында, халыҡ араһында ваҡыты-ваҡыты менән күтәрелеп ала ла, шуның менән вәссәләм — онотола.
“Бело” менән “бала” — икеһе ике төрлө мәғәнә. Тарихты һайыраҡ белгән ҡайһы берәү, райондың исемен “аҡ ҡатай” заты, “Аҡ урҙа” ханлығына бәйләй. Бындай зат бөтөнләй булмаған, ә “Аҡ урҙа” менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығыбыҙ юҡ. Ҡатайҙар Бала һәм Оло Ҡатайға бүленгән. Урыҫтарҙың ҡыҫымы арҡаһында уларҙың ҙур төркөмө хәҙерге Силәбе һәм Ҡорған ерҙәренә барып тамыр йәйгән. Әммә диалект һаҡланып ҡалған: халыҡ, мәҫәлән, “эштәйбеҙ”, “осто тау” тип һөйләшә.
Ҡатайҙар башҡа яҡтарҙа ла, әйтәйек, Туймазы районында бар. Улар, татар телендә белем алыу сәбәпле, шул телдә һөйләшеүгә күскән.
Балаҡатайҙа башҡорттар бер ваҡытта ла туғыҙ мең тирәһенән артманы. “Белокатай”, әлбиттә, уларҙан түгел, ә урыҫтарҙан сыҡҡан һүҙ.
Салауат Юлаев етәкселегендәге күтәрелешкә тиклем үк, Ҡараһаҡал, Батырша яуҙарында, Әй буйы башҡорттары күпләп ҡырыла, башҡорт ауылдарының тамыры юҡ ителә. Унан һуң Тәфтиләү күпме еребеҙҙе яндыра — ҡатайҙарҙың бик аҙ ҡалыуы, ситкә таралыуы тиккә түгел. Урыҫ һәм мишәрҙәргә көлгә ҡалған башҡорт ауылдарына күсенергә рөхсәт ителгән. Һөҙөмтәлә Балаҡатайҙа Исҡуш, Ямаш, Нөгөш, Ҡарлыхан, Шаҡарлы һәм башҡа башҡорт исемле урыҫ ауылдары барлыҡҡа килгән. Әлбиттә, кемдең ҡулында — шуның ауыҙында, тигәндәй, ерҙәребеҙ Искушка, Емашевоға әйләнеп бөттө. Ниңә беҙ үҙ тамырҙарыбыҙҙы юҡ итеүгә ҡул ҡаушырып ултырырға тейеш? Урыҫтарға “Балаҡатай”ҙы таныта алмайбыҙмы ни? Беҙҙең һүҙҙе үҙҙәренсәгә әйләндермәй генә әйтә алмаймы улар?
“Башҡортостан” гәзитендә филология фәндәре докторы Миңһылыу Усманованың “Телебеҙҙе кем боҙа? Үҙебеҙ!” тигән дауамлы мәҡәләһен уҡып барам. Ысынлап та, исемдәрҙе дөрөҫ итеп әйтмәүҙә урыҫ йә башҡа халыҡ түгел, ә тап үҙебеҙ ғәйепле.
“Башҡортостан”ды “Башкирия” тип әйткәндәрҙе лә һаман өйрәтә алмайбыҙ. Башҡа республикаларҙа был йәһәттән мәсьәлә бик ҡәтғи ҡуйылған. Мин үткән быуаттың 90-сы йылдарында Ҡырғыҙстанда йәшәгәйнем. Унда үҙгәртеп ҡороуҙан һуң “Киргизия” тип әйтеүҙе ныҡлы тыйҙылар. Ә беҙҙә нимә тиһәң дә ярай, сабыр халыҡбыҙ бит. Ошо түҙемлегебеҙ ғәмһеҙлеккә әйләнмәһен ине.
Һүҙемде Хәмиҙулла Хәйруллиндың “Йәнсураны ҡайтарайыҡ!” тигән мәҡәләһенән башлағайным. Хаталарҙы төҙәтеүҙе республика Хөкүмәте ҡарамағындағы Терминология хеҙмәте, Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәте институты үҙ өҫтөнә алһын ине, ти яҙманың авторы. Мин дә уға ҡушылам.
Ризуан МӨХӘМӘҘИЕВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған
мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Балаҡатай районы.


Вернуться назад