Әҙербеҙме икән?25.05.2012
Әҙербеҙме икән?Өфө “Грамоталы ҡала” конкурсына әҙерләнә. Ошо йәһәттән тикшереү эше башланды — махсус комиссия ағзалары май аҙағына ҡәҙәр һәр алтаҡталағы яҙманың дөрөҫ яҙылышын тикшерә.
“Башҡортостан” гәзитендә бындай эш күптән башланғайны инде. Алтаҡталарҙағы хаталы яҙмаларҙың фотоһүрәттәрен даими баҫтыра киләбеҙ. Ғәйепләүгә тәүгеләрҙән булып Киров районы хакимиәте яуап бирҙе: хаталарҙы тиҙ арала төҙәтеп, яңыртылған варианттарҙы һалып ебәрҙе. Ә ҡайһы берәүҙәр һаман битараф ҡала. Мәҫәлән, Матбуғат йорто туҡталышындағы “Матбуған йорто” тигән яҙыу әле лә шул көйө эленеп тора...


Вернуться назад