1991 йылда “Әй” шифаханаһында Әмирхан ағай Абыҙгилдин менән бергә ял иткәйнек. Уның бер фекере хәтеремдә ныҡ уйылып ҡалған.
Әмирхан ағайҙарҙың совхозында бер нисә милләт вәкиле эшләгән, аралашып йәшәгән. Башҡорт егеттәре, үҙ-ара әсә телендә һөйләшһә лә, урыҫса һүгенгән. “Тимәк, был йәмһеҙ холоҡҡа урыҫтарҙан өйрәнгәнбеҙ”, — тип һығымта яһағайны Әмирхан ағай.
Ниңәлер сит кешеләргә эйәрергә тырышабыҙ шул. Төрлө телдән ингән һүҙҙәрҙе лә шул көйөнсә ҡабул итәбеҙ. Мәҫәлән, әҙәбиәтебеҙ, киң мәғлүмәт саралары “сәскес” тип әллә күпме ҡабатлап торһа ла, “сеялка” тип һөйләйбеҙ, комбайнсының ярҙамсыһын “помощник” тип кенә ебәрәбеҙ. Игенселек башҡортта борон-борондан булған, урыҫ һүҙҙәренә өҫтөнлөк биреп, тарихыбыҙҙы һайыҡтырмайбыҙмы?
“Телгенәм-бергенәм” махсус битендә “Бәрәңгеме, картуфмы?” тигән фекер алышыуҙы даими уҡып барам. “Бәрәңге”нең француз телендә “ференьги” икәнен беләм. Шулай булғас, беҙгә был ризыҡ француздарҙан килеп ингән (әйтәйек, 1812 йылғы Ватан һуғышы осоронда) тип юрарға була. Ә “картуф”ты һуңғараҡ, Октябрь революцияһынан һуң, ҡабул иткәнбеҙ.
Ошондай һүҙҙәргә килгәндә, миңә “йомортҡа” тип әйтеү ҙә оҡшамай. Халыҡса “күкәй” нимәһе менән насарҙыр? “Рәсәй-2” каналында Таиланд тураһында тапшырыу ҡарағайным. Тай кухняһындағы “кайку” исемле ризыҡ иғтибарымды йәлеп итте. “Кай” — ҡабырсаҡ, “ку” иһә ҙур тигәнде аңлата. Ризыҡ диңгеҙ ҡабырсағынан әҙерләнә. Күкәй ҙә бит ҡабырсаҡты хәтерләтә.
Европаларҙың һүҙҙәргә “с” ялғауын ҡушыуын иҫкә алһаҡ, “кокос” та — шул уҡ “кайку”. Тимәк, “күкәй” — аныҡ мәғәнәле, боронғо һүҙ. “Йомортҡа”ның иһә “йомро” һүҙенән яһалғанлығы барыһына ла билдәле. Ғөмүмән, бер һүҙ ҙә бөгөн генә барлыҡҡа килмәгән, уларҙың тарихы бар — ошоно иҫтән сығармайыҡ.
Рауил САБИТОВ.
Ғафури районы,
Сәйетбаба ауылы.