ХХ БЫУАТ БАШЫНДАҒЫ ВАҠЫТЛЫ МАТБУҒАТ22.06.2018
БАШҠОРТ ТЕЛЕ МӘСЬӘЛӘҺЕ

ХХ быуаттың 20-се йылдарына тиклем башҡорттар ғәрәп графикаһына нигеҙләнеп ҡоролған Урал-Волга буйы яҙма төрки телен ҡуллана. Ул төрки телдәренең тағы ла боронғораҡ яҙма төрҙәренә барып тоташа. Шул уҡ ваҡытта Көньяҡ Урал биләмәһендә Урал-Волга буйы яҙма төрки теле менән йәнәшә ХХ быуат урталарына тиклем билдәле дәрәжәлә сағатай һәм ғосманлы яҙма төрки телдәре лә ҡулланыла. Был мосолман мәғарифының үҙенсәлектәренә бәйле. Сағатай телен белгән мөҙәристәр уҡыусыларын шул телдә уҡыта. Ғосманлы теле белгестәре иһә – ғосманлыса. Бынан тыш, быға уҡыу әсбаптарының теле лә йоғонто яһай. ХIХ быуат аҙағы – ХХ быуат башында Урал-Волга буйы төрки теле урындағы халыҡ теленә тағы ла нығыраҡ яҡынлашыуын дауам итә.


ХХ быуат башында яҙма тел һәм грамматика мәсьәләләре күп тапҡыр төрки халыҡтарының ваҡытлы матбуғат биттәрендә күтәрелә. Бигерәк тә 1909 йылда “Шура” журналы мөхәррире Ризаитдин Фәхретдинов ойошторған “Тел ярышы” әһәмиәтле. Рәсәй­ҙең төрлө төбәктәре уҡымышлы­лары менән бергә унда баш­ҡорт интеллигенция вәкилдәре лә әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, таныл­ған башҡорт мәғрифәтсе-шағиры Ғәли Соҡоройҙоң улы, төньяҡ-көнбайыш башҡорт диалектында һөйләшкән мәғрифәтсе Ғарифул­ла “Тел чабыштыру” (“Тел сабыш­тырыу”) исемле мәҡәлә менән сығыш яһай.
Унда ул: “Шура” сабағының 13-нче кисәгенең 402-нче битен­дән башлап Яғҡуб Хәлими ҡул ҡуйған дүрт бүлмәләр­дәге сүзләр белән, 15-нче кисәгенең 467 битендәге “Ҡәләм чабыштыру” дигән сүзенә ҡаршу мин дә ҡыймылдамаҡчы булам. Аяғым ҡысҡа булса да, таяғым озон тегеләй! Безнең башҡорд тоҡомо – тоҡон ғына халыҡ. Шулай булсалар да, уҡыуға бик чәркәмләр, боронғо бабайларымыз көрәшергә, ат чабышды­рыр­ға, мәрәйгә атуб тидерергә бик мәргәнләр икән, аларның уҡ сала торған садаҡларыны, жә­йәләрене әле дә булса саҡлаған бабайларымыз бар. Мин дә аларның бер аз тарихларыны шагерд чағымда уҡ яза башлаған идем. Мәгәр күбрәк “имеш, маниш”дан иде. Бу заманда русчадан бер аз күчергәләй торғач байтаҡ төпләргә әүерелде дә, тач башҡортча ғына булғанға, ҡазанлар мысҡыл итәрләр диб басдырырға күрсәтә алмаған идем…
Мына рәхмәт! Тәңре ярлы­ҡасун “Шура” эйәсене! “Шура”ның шушы лисанларында асыл телемезне онотдырмасҡа, һәр түбәгә бер-ике адәм асыл телне гел шул тел белән генә сүлә­шүр­гә дә, язарға да димләүенә.
Ходай Тәғәлә һәр илгә бер тел биргән. Безгә бүтән тел белән остаруб сүләшер­гә ник көчәнергә? Чибәр сөйләшәм, тиб берәүләр үзенең яҡыны аңламаған телләр белән маташса, йыуачаға әрем ҡысылған кебек була ич. Гәжитләр, журналлар, урамда да, яланда да, аҡланда да, әрәмә ардларында, ҡыуаҡлыҡда, чауыллыҡда, булсун һәр урында уҡурға ярый торған бер сабаҡлардыр. Әнә шулай булғач, шундағы халыҡ­ларға шунлар төсле тел белән уҡуб биргәндә, йәғни диб ҡат-ҡат ҡатнамайынча уҡуб алуб китәрлек булсун, дыңлап торған: “Әү? Әү?”, тиб ҡайтаруб сорамайынчуҡ аңлаб шаҡ ҡатарлыҡ булсун иде. Мона ағай! Бу чаҡда йәшләр бәләкәй генә ҡәләм тота башлағач да “китаб чығарам”, “шиғыр әйтәм”, “әкиәт әйтәм”, “жырлар жазам” ди торғач, әллә ниндәй телләр тығуб халыҡны уғата мингерәү­ләндер­деләр… Бер-берең белән ачылышлы итәрлек сүзләр кәрәкмәс, милләткә хедмәтең зәхмәткә әүерүлмәсен дисәң, татыулыҡ кәрәк. Мал ичүн жан ҡыйарға тағын бер дә ярамаған эш, вәғдәң вә уны ҡырмаң, ишек­дән кереб төнлөкдән чыҡмаң, ҡолаҡчун белән ҡынжырағыңны кей дә муйыныңны ҡоллаҡҡа эй. Эйүлгән муйынны ҡылыч чабмас, дигәнләр. Ибсез кеше үзенә тиң бер дә ибтәш табалмас, астыртун юҡны уйлап ҡартая, ялған сүз әмәлче була да йөрәкне ҡымыржыта, таныҡсыз сүз – ярлыҡсыз ат кебек. Шелтәү ҡая барса да бары бер шелтәү булыр, дигәнләр. Яматай ялчылар кебек хужаға кергәндә инәлүб керүб, чаҡ ҡына ҡорсағың туйғач да “Сезгә ялынуб торор диб беләсез буғай”, – диб чүт бирмә чык дә кит, имеш. Мона! Әйбәт кеше!” – диб яҙа”.
Автор үҙ яҙмаһы аҫтына: “Ғарифулла Кейеков, Бөре өйәзе ирәкте башҡортла­рындан медитсински фельдшер”, – тип ҡултамға ҡуя.
1910 йылда “Тел ярышы” мәғ­лүмәт­тәре айырым йыйынтыҡ рәүешендә донъя күрә. Был китапта башҡорттарға ҡағылған башҡа материалдар ҙа нәшер ителә. Шул иҫәптән Верхнеурал өйәҙе Ахун ауылынан М. Әл-Ғосмани исемле имам ебәргән “Башҡорд шиүәсендә әки­әт” тә донъя күрә. Унан бер өҙөк кил­терәбеҙ: “Борон бер ҡарт бар ийе, ди. Аның өс улы бар ийе, ди. Кескәйе таз ийе, ди. Ҡарт балаларына: “Йәйә, уҡ яса­ңыз да атуңыз! Уғыңыз ҡайда төшсә, шунан ҡыз алуб бирермен”, – диб әйтде, ди…”
”Шура” журналының “Тел ярышы” тигән йыйынтыҡта баҫылған мәҡәләләрҙең теле урындағы халыҡтың һәм яҙма традициялар синтезы нигеҙендә барлыҡҡа килгән сыбар төрки телендә яҙылған.
1917 йылға ҡәҙәр башҡорттар, ғөмүмән, Урал-Волга төрки телен, ҡайһы берҙәре сағатай һәм ғос­манлы яҙма телдәрен ҡуллана. Шул йылдың май айында үткә­релгән Беренсе Бөтә Рәсәй мосолмандар съезында башҡорт делегаттары үҙ талаптарын, шәл иҫәптән телгә ҡағылышлыларын да ҡуя. Мәҫәлән, Икенсе Бөрйән, Өсөнсө Бөрйән, Тамъян, Ҡыпсаҡ улыстары вәкилдәре мөрәжәғә­тен­дә мосолмандар өсөн үҙ телен һәм ғәрәп графикаһы нигеҙендәге үҙ яҙыуын ҡулланыу ихтыяжы булыуы әйтелә: “Мосолманлара үз лисанымыз вә үз язуымыз ғәрәби хөрүфәтендә язылуы берлә ҡабул иделүб мәхкәмәләр­дә мосолманлардан хәжәт ҡәдәре ғәдәд нөфүз иғтибары берлән ағзаларымыз булсун” (“Мосолман­дарға үҙ телебеҙ һәм үҙ яҙыуыбыҙ ғәрәп хәрефтәрен­дә яҙылыуы менән бергә ҡабул ителеп, судтарҙа мосолмандар­ҙан кәрәкле тиклем, халыҡ иҫә­бен иғтибарға алып, ағзалары­быҙ булһын”).
Бишенсе маддәһендә: “Уҡу вә язу эшләремез, дини вә мәғариф жәһәтенчә һәммәсе ана теле­мез­дә булуб ниндәйен фән булса да уҡурға кирәк булса, хатта чит мәмләкәтләрдән мөғәллим­ләр алурға ихтиярымыз булсун” (“Уҡыу һәм яҙыу эштәребеҙ, дин вә мәғариф буйынса һәммәһе әсә телебеҙҙә булып, ниндәй ге­нә фән булһа ла, уҡырға кәрәк булһа, хатта сит илдәрҙән мөғәл­лимдәр алырға рөхсәт ителһен”).
1917 йылдан башлап Ырымбур, Силәбе, Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡалала­рында башта Баш­ҡорт мәркәз шураһының, һуңынан Башҡортостан хөкүмәтенең ва­ҡытлы баҫмалары нәшер ителә башлай. Ҡайһы бер осраҡтарҙа уларҙа төрлө башҡорт диалект­тарындағы материалдар ҙа баҫы­ла. Мәҫәлән, 1918 йылдың 27 ию­лендә “Башҡорт” гәзитендә Баш­ҡорт йәштәренең “Тулҡын” ойош­ма­һы исеменән байрам ҡотлауы сыға:
Байрамҡайың, башҡорт,
ҡотты булһун,
Шаттыҡ менән тулһун
йөрәгең,
Бер Алладан һора изгу көндә,
Ҡабул ҡыл, тиб, башҡорт
теләген.
Теләй күрең, асыҡ
ҡустыларым,
Башҡорт халҡы бәйдән
сыҡһун тиб;
Ирек алған иркен далаһында
Ҡыуанысмән байрам итһун
тиб”.
Был әҫәр яҙма төрки теле традицияларын асыҡ һаҡлаған баш­ҡорт теленең көнсығыш диалектында яҙылған. Ул дәүер­ҙә “Баш­ҡорт” гәзите Силәбе ҡала­һын­да баҫыла. Был төбәктә көн­сығыш диалектында һөйлә­шеүсе­ләр йәшәй, гәзит редак­ция­һында ла был диалект вәкилдәре эшләй. Баҫманың баш мөхәррире – Ҡа­тай ырыуынан Фәтхелҡадир Сө­ләй­мәнов, ул һуңынан Төркиәлә этнограф-ғалим Әбделҡадир Инан булараҡ танылыу таба.
1919 – 1920 йылдарҙа сыҡҡан башҡорт гәзиттәренең теле башҡорттарҙың көньяҡ (юрматы) һәм төньяҡ-көнбайыш диалекттарына яҡын. Ҡайһы берҙә уларҙа көнсығыш диалектында ла материалдар күренә. 1923 йылдан һуң, ул замандың телсе­ләре әйтеүенсә, башҡорт әҙәби теле көнсығыш (ҡыуаҡан) диалекты йоғонто­һонда яһала, сөнки ошо диалектта һөйләшкән ул ва­ҡыттағы телселәрҙең күбеһенең фекеренсә, был диалект саф башҡортса (русса – “глубоко башкирский”) була. Һуңынан иһә әҙәби тел көньяҡ һәм көнсығыш диалекттар нигеҙендә эшләнә.
1920 йылдарҙа сыҡҡан “Баш­ҡортостан хәбәрҙәре” гәзитендә, ғәҙәттә, яҙма төрки телендә “бу” һүҙе урынына “бул” тип яҙыу осрай. Хәҙерге әҙәби телдә иһә “был” тип ҡулланыла. Мәҫәлән, күрһәтелгән йылдың 8 апрелендә ҡайһы бер лозунгтар менән Фәтхелҡадир Сөләймәновтың “Башҡорт халҡының бул көнге бу­рысы” тигән мәҡәләһе башҡорт­са, атап әйткәндә, көнсығыш диалектта донъя күрә. Бындай күре­неш унан бер нисә йыл алдараҡ нәшер ителгән “Башҡорт” гәзи­тендә лә осрай.
1921 йылдың 26 майында “Башҡорт­остан хәбәрҙәре”ндә “Башҡорт шиүәләре хаҡында” исемле мәҡәлә баҫыла. Уның авторы Мөхәмәтдин Бәхтийәров шул йылдың 9 апрелендә Баш­ҡортостан мәғариф халыҡ комис­сарлығы янындағы халыҡ ижадын йыйыу бүлексәһе тарафынан ойошторолған башҡорт зыялылары ултырышы тураһында хә­бәр итә. Йыйылышта ҡатнашыу­сы­лар башҡорт телен өс диалект тәшкил итеүе хаҡында әйтеп, уларҙы түбәндәге төркөмдәргә бү­лә: 1) тамъян, ҡатай, бөрйән; 2) үҫәргән, ҡыпсаҡ, түңгәүер, ете ырыу һәм юрматы; 3) Дим, Туҡ-Соран.
Дөйөм башҡорт әҙәби телен барлыҡҡа килтереү маҡсатында нигеҙ итеп, уларҙың уйынса, таҙа булып һаҡланған Тамъян-Ҡатай башҡорттары телен алырға ҡарар итә: “Моның һуңында лөзүми рәүештә бүлексәлә Тамъян-Ҡатайса яҙарға, урындағы әдә­биәт йыйыусыларға мөмкин ҡәҙәр Тамъян-Ҡатайса, мөмкин булмаған­да шул урындың үҙ шиүәһе менән яҙарға ихтияр ҡалдырыла”.
Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары­ның тәүге ваҡытлы баҫмаһы булып “Азат ҡатын” гәзите иҫәпләнә. Уның тәүге һаны 1921 йылдың 7 ноябрендә Стәрлетамаҡ ҡала­һын­да сыға. “Азат ҡатын” гәзитен сығарыуҙы билдәле йәмәғәт эш­мәкәре Рабиға Ҡушаева башлай. Ул бындай баҫманы булдырыу кәрәклеге хаҡында партия­ның Башҡортостан Өлкә Комитеты сек­ретары Шәһит Хоҙайбир­ҙинға мөрәжә­ғәт итә. Башҡа йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә уның фекерен хуплай. Ул партияның Өлкә Комитеты эргәһендәге ҡатын-ҡыҙ­ҙар бүлегенең нәшере була. Бәлә­кәй форматта ҡағыҙ­ҙың бер яғында баҫыла. Тиражы – 1500 дана. Ауыр осорҙа гәзит­тең сығыуы туҡталып ҡала.
Беренсе һанда Рабиға Рәхмә­тул­лина­ның “Дүрт йыллыҡ революцияла”, Таңһылыуҙың “Ас балалар һәм эшсән ҡатындар”, “Дүрт йыллыҡ Октябрь көнө һәм аслыҡ менән көрәшеү”, Һөйөндөк­төң “Ас булғастын, меҫкен нишлә­һен?!”, “Оҙатыласаҡ балаларға кейем әҙерләү” исемле мәҡәлә­ләр донъя күргән.
“Ас балалар һәм эшсән ҡа­тын­дар” “Тан-һылыу” (хәҙерге әҙә­би телдә – Таңһылыу) псевдонимы аҫтында нәшер ителә. Был мәҡә­лә­нең теле хәҙерге әҙәби телгә яҡынлығы менән айырылып тора. Унда көньяҡ диалекты элементтары ла бар:
“Эшсе һәм ауыл ҡатын-ҡыҙҙа­ры асларға нисек ярҙам итәргә тейешле?
Эшсе ҡатын-ҡыҙҙар ярҙамы, эшселәр белән бергә сәнәғәтте эш белән күтәреү, тауар алмашыу фондын арттырыу, сәғәт­тән тыш эшләгән өсөн, айырым вазифалар булһа, ул да ҡатын-инә, өй хужаһы булыулары белән алар, иң башта ас балаларға ярҙам сараларын күрүргә тейешләр.
Хәҙерге ҡурҡыныс аслыҡта бигерәген балалар ауырлыҡ күрә. Аслыҡтың осло тырнаҡ­лары аларҙың мәғсүм йөрәкләре­нә ҡаҙала, аларҙын нескә организмларын ҡаҡшата, менә ул ҡурҡыныслы балалары­мыҙҙы һәләкәт соҡорона ташланы.
Әлбәттә, балаларға ярҙам итеү аларҙын күҙ йәшләрен һөртөү, һыныҡ күңелләрен йыуатыу эшен ялғыҙ инәләр генә яхшы белә ала.
Шул сәбәптән ас балаларға ярҙам итеү эшләре һәр ҡайыһы бигерәген эшсе ҡатын-ҡыҙҙарға, йәғни инәләренә табшырылыб, аларға үҙ өҫтләренә төшкән вазифаларын тейешенсә эш­тәр­гә тейүшле. Ярҙамдын бер минут кисектерелеүе унарса, йөҙләрсә йәш мәғсүм балалар­ҙын әжәлләрен китерә.
Аслыҡ форсат көтмәй, һаман да үҙ вәхшәтен эшләй.
Шундай аслыҡ, аһ-зарлар белән бөтөн Идел-Урал буйлары яңраған ваҡытта беҙ фәлсәфә­ләр һатып, юҡ-барҙы тикшерүб торорға тейеш түгелбеҙ.
Барлығыбыҙ ҙа ҡулыбыҙҙан килгән ярҙам белән йәш инҡилаб балаларын аслыҡтан ҡотҡырыу өсөн ымтолорға тейешбеҙ. Был беҙҙен кисектермәй торған вазифаларыбыҙ”.
Гәзиттең 2-се һаны “Башҡорт­ос­тан хәбәрҙәре” исемле республика гәзитенең 46-сы һанына ҡушымта рәүешендә сыға­рыла. Ҡулыбыҙға эләккән нөсхә ике биттән тора. Унда “Теләйбеҙ”, “Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ваҡ һөнәрсе­лек”, “Беренсе Май – эш көнө”, “ Беренсе Май байрамы һәм ҡатын-ҡыҙҙар”, “Аслыҡ ҡорбаны”, “Беренсе Майҙың тарихы”, “Кантком (РКП(б)) янындағы ҡатын-ҡыҙҙар араһында эшләү шөғбәлә­ренә һәм Башҡортостан эшсе һәм крәҫтиән ҡатын-ҡыҙҙарына асыҡ хат” исемле мәҡәләләр донъя күргән. Авторҙар араһында З. Хәйерова, Ф. Бикмөхәмәтова кеүек ҡатын-ҡыҙҙар күренә. Баҫма тулы көйө һаҡланмағас, ҡайһы бер асыҡланмаған урындары бар.
Башҡорт ваҡытлы матбуғаты­ның тәүге тикшеренеүселәренең береһе булған Төхвәт Йәнәби “Башҡорт ваҡытлы матбуға­ты: 1919 – 1929” тигән эшендә уны: “Һәр хәлдә, был гәзит Башҡорт­остан ҡатын-ҡыҙҙарының тарихта беренсе тапҡыр күргән гәзите булды. Ул үҙ дауамында сикһеҙ ҡараңғылыҡта йәшәп килгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы аң-белемгә етәкләүҙә беренсе аҙым яһаны”, – тип баһалай.
Шулай итеп, ХХ быуаттың 20-се йылдарында башҡорт интел­лиген­цияһы вәкилдәре башҡорт әҙәби телен булдырыу өсөн әү­ҙем эшләй. Ул барлыҡҡа килгәнгә ҡәҙәр үк ғәрәп графикаһындағы ваҡытлы матбуғатта башҡортса яҙылған мәҡәләләр нәшер ителә. Уларҙың телендә яҙма төрки теле традициялары һәм урындағы халыҡтың һөйләшкән теле синтезы асыҡ күренә.


Вернуться назад