ҺӘР КЕМДЕҢ ДӘ ХОҠУҒЫ БАР25.05.2018
Ошо дүшәмбелә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет мәғариф өлкәһендә граждандар хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләре тураһында махсус ултырыш үткәрҙе. Совет ағзалары ике йыл буйы Мәғариф һәм фән министрлығы вәкилдәре менән берлектә был тармаҡтағы проблемаларҙы тикшереүҙе ойошторорға маташты. Әммә улар был юлы ла килмәне. Шуға ҡарамаҫтан, кәңәшмәлә йәмәғәтселекте ҡыҙыҡһындырған күп кенә темалар күтәрелде.
Улар араһында мәктәптә туған телдәрҙе уҡытыу тигәне лә бар ине. Сығыш яһаусылар был мәсьәләнең айырыуса милли республикаларҙа киҫкен тороуын билдәләне. Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзаһы Анита Соболева, мәҫәлән:
– Республикаларҙа теге йәки был милли телде туған теле итеп һанамаған уҡыусыларға уҡытыуҙы иреклегә әйләндереү бөтөнләй дөрөҫ түгел. Аҫаба халыҡҡа хөрмәт менән ҡарарға кәрәк, улар ҙа бит туған булмаған рус телен өйрәнә. Бындай хәлдәр ҙур хәүеф менән янай, – тине.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл 10 апрелдә бер төркөм депутаттар Рәсәй Дәүләт Думаһына милли телдәрҙе ирекле уҡытыу хаҡындағы закон проектын тәҡдим иткәйне. Совет башлығы Михаил Федотов был ғәмәл айҡанлы эксперт һығымтаһын әҙерләп бирәсәктәрен белдерҙе. Ултырышта ҡатнашҡан илдең йәмәғәт палатаһы ағзалары араһынан: “Кешеләр үҙ балаларының яҙмышын үҙҙәре хәл итергә хоҡуҡлы”, – тигән ҡаршы фекер әйтеүселәр ҙә табылды.
Туған телдәрҙе уҡытыу һәм башҡа йәмәғәтселекте борсоған мәғариф өлкәһендәге проблемаларға нығыраҡ иғтибар итһендәр өсөн, ултырыш йомғаҡтары буйынса тәҡдимдәр тәғәйен йүнәлешле ведомстволарға еткереләсәк, тип асыҡлап үтте Михаил Федотов.