Һәр быуындың талантлы, алдынғы ҡарашлы, рухлы йәштәре була. Яңыраҡ шундайҙарҙы Сибай гимназия-интернатында осраттым. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетында ысын мәғәнәһендә ижади мөхиткә тап булдым. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетынан практика үтергә килгән йәштәр етәкселәре Әлнисә Алдырханова менән бөгөн үтелгән дәрес буйынса ҡыҙыу фекер алыша ине. Дәрестәре күптән тамамланһа ла, йәштәрҙең эш көнө дауам итә. Шул уҡ ваҡытта уҡыусылар менән берлектә Ә. Алдырханованың “Дуҫлыҡ уғы” хикәйәһе буйынса нәфис фильм төшөрөргә әҙерләнә ине улар. Хәҙерге заман уҡытыусыһының көнө-төнө мәктәп эшенән бушамағанын, ҡағыҙҙарҙан башын күтәрә алмағанын яҡшы беләбеҙ. Ошо мәшәҡәттәр араһында йәмғиәт өсөн кәрәкле белемле шәхестәр тәрбиәләп сығарыу төп бурыс булып тора педагог алдында.
Баймаҡ егете Заһит Ғүмәров: “Беҙ, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты студенттары, йыл һайын белемебеҙҙе нығытыу, үҙ-үҙебеҙҙе һынап ҡарау маҡсатында, йүнәлешкә ярашлы практика үтәбеҙ. Былар киләсәк өсөн һығымта яһарға ярҙам итә”.
Беренсе курста уҡығанда фольклор буйынса практика үттек, Йылайыр районында урындағы халыҡтан легенда-риүәйәттәр кеүек ауыҙ-тел ижадын йыйҙыҡ. Был эшкә беҙ бик яуаплы ҡараныҡ, сөнки, беренсенән, тәүге практика ине, икенсенән, йәш быуын, фольклорҙы йыйырға ғына түгел, уны һаҡлап алып ҡалырға, тарих менән ҡыҙыҡһынырға ла тейеш. Аллаға шөкөр, бурысты уңышлы башҡарып сыҡтыҡ. Йыл да төрлө райондарҙа студенттар өсөн фольклор йыйыу эше – ифрат ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс шөғөл ул.
Икенсе курста иһә диалектология буйынса практика үткәйнек. Унда милләтебеҙҙең теге йәки был төбәктәге һөйләше менән ҡыҙыҡһындыҡ, төрлө мәғлүмәт йыйҙыҡ, башҡорт теленең байлығына хайран ҡалдыҡ.
Өсөнсө курстағы практиканы айырыуса көтөп алдыҡ, сөнки унда төп бурыстарыбыҙҙың береһе булып, тейешле кимәлдә методик дисциплиналарҙы өйрәнеү, һуңынан мәктәпкә барып, балалар менән эшләп, Ер йөҙөндәге иң изге һөнәрҙәрҙең береһе булған уҡытыусылыҡта үҙебеҙҙе һынап ҡарау ине. Бына шулай ҡыҙыҡлы, етди практикабыҙ Сибай ҡалаһының гимназия-интернатында башланып китте. Эшкә яуаплы ҡараныҡ. Уҡыусыларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән дәрестәр бирҙек, класс етәксеһе кеүек яуаплы эште лә башҡарҙыҡ.
Сибай гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлнисә Рәхимйән ҡыҙына ҙур рәхмәтемде еткергем килә. Ул беҙҙе яҡты йөҙ менән ҡаршы алды, белеме, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Дәрестәребеҙҙе сифатлы итеү өсөн бар мөмкинлектәр тыуҙырҙы, уҡытыу серҙәрен, төрлө алымдарҙы төшөндөрҙө. Беҙҙең уға рәхмәтебеҙ ҙур. Ул ысын мәғәнәһендә ижади ҡарашлы, талапсан, көслө, алдынғы уҡытыусы. Ошондай күңелле мәктәп тормошона башкөллө сумып, бер айҙың нисек үтеп киткәнен дә һиҙмәгәнбеҙ хатта”, – тине.
Илеш ҡыҙы Нәзилә Усманова: “Төрлө ауырлыҡтар килеп сығыуға ҡарамаҫтан, практика йәнле үтте. Уҡыусылар менән аралашыу, класс сәғәтендә мөһим темаларға ҡыҙыҡлы әңгәмәләр ҡороу мәктәпкә һәм балаларға ҡарата һөйөү уятты. Беҙ, студенттар, үҙебеҙгә фәһем, бай тәжрибә туплап ҡайттыҡ”, – тип өҫтәне.
Уға Хәйбулла ҡыҙы Айзилә Моталова ҡушыла: “Практика ныҡ оҡшаны, әле һаман уның тулҡынында йөрөйөм, гимназия-интернатҡа йәнә барғы килә, мәктәпте, унда танышҡан кешеләрҙе һағындыра. Практиканан ҡайтҡас, үҙемде олораҡ хис итә башланым, сөнки, берҙән, уҡытыусы ролендә балаларға белем бирҙем, икенсенән, ундағы етәксем Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы беҙгә мәктәп эшен алып барырға ғына түгел, ә киләсәгебеҙ өсөн әһәмиәтле тормош һабаҡтары бирҙе. Ауырлыҡтар, төрлө холоҡло кешеләр осраясағын аңлатты, кәртәләрҙе үтә белергә, түҙемле булырға, бер ҡасан да бирешмәҫкә өндәне. Ул биргән кәңәштәр бер ҡасан да онотолмаясаҡ”.
Баймаҡ ҡыҙы Илгизә Байсурина ла үҙ фекерен еткерҙе: “Гимназия-интернаттың етәкселегенә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Директор Роза Хаммат ҡыҙы – булдыҡлы, профессиональ етәксе. Беҙҙе яҡты йөҙ менән ҡаршы алды. Һәр кемдең күңеленә асҡыс таба белде. Ошо уҡыу йортонда уҡыусы ҡыҙҙар-малайҙар бәхетле! Үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған, заманса алдынғы ҡарашлы педагогтарҙың эшмәкәрлеген күҙәтеп, оло тәжрибә тупланыҡ, кәрәкле һабаҡтар алдыҡ”.
Һуңғы йылдарҙа йәштәребеҙ Рәсәйҙең Мәскәү кеүек ҙур ҡалаларына юғары белем алырға юллана, хатта сит илгә лә сығып китә. Техник һөнәрҙәргә иғтибар айырыуса артты. Был һөйөнөслө, әлбиттә. Шул уҡ ваҡытта Тыуған илгә, туған телгә һөйөү тәрбиәләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәрен һайлап, үҙ ғүмерен киләсәктә уҡытыусылыҡҡа арнарға теләгән, был һөнәрҙең әһәмиәтен аңлаған йәштәрҙең барлығын күреп ҡыуандым.
Сибай ҡалаһы.