Һуңлап ҡалмайыҡ16.05.2018
Бер көн һуңлаһаң, биш көн йүгерерһең, ти халыҡ. Ваҡыт тигәнең бик тиҙ уҙа, йыл үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Яңы уҡыу йылы Хөкүмәттең милли телдәргә ҡағылышлы ҡарары менән башланып киткәйне. Инде йәйге каникул да етеп килә.

Тағы яуаплы, тынғыһыҙ ғәмәл — Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерлек, уны уңышлы үтәп сығыу бурысы тора. Минеңсә, был һынау барыбер төптән уйлап эш ителмәгән, аҙағынаса еткерелмәгән.
— БДИ совет дәүерендәге сифатлы һәм уңайлы, ысын мәғәнәһендә уҡыусыларға төплө белем биргән мәғариф системаһын юҡҡа сығарҙы, — ти филология фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған ғилми эшмәкәре, профессор Әлим Әхмәҙиев. — БДИ уҡыусыны уйларға, фекер йөрөтөргә өйрәтмәй.
Был осраҡта, әлбиттә, уҡытыусының да үҙ фәненә һүлпән ҡарауы күренә. МДУ ректоры Виктор Садовников бына нимә ти: “Мәғариф өлкәһендә беҙ күп хаталар ебәрҙек һәм күп ҡиммәттәрҙе юғалттыҡ, бер сиктән икенсеһенә һикерәбеҙ, ә һөҙөмтә юҡ. Советтар Союзындағы белем биреү системаһы төплө уйлап эшләнгәйне, һәм ул үҙен ыңғай яҡтан ғына күрһәтте. Беҙ һәр ваҡыт белем биреү өлкәһендә көслө булдыҡ, уҡыусыны уйларға, эҙләнергә, фекер йөрөтөргә, иҫбатларға өйрәттек. Бөгөн бөтә уҡыу системаһы аңламай ятлауға ҡоролған, шул иҫәптән БДИ ла. Бындай системаны мотлаҡ үҙгәртеү кәрәк, был — бөгөнгө төп мәсьәлә”.
Беҙ, ХХ быуат кешеләре, туған телебеҙҙә белем алдыҡ, күбебеҙ юғары үрҙәргә үрләне, кеше булып ҡалдыҡ, илебеҙгә тоғро хеҙмәт иттек. Әсә теле бит ул — күкрәк һөтө менән бирелгән юйылмаҫ мөғжизә. Ошо тел аша һәр милләт балаһы тәрбиә ала, сөнки туған тел – инсафлыҡ, намыҫ, милли рух тәрбиәләү ҡоралы.
Тәү кеше иң элек өн сығарған, тора-бара ымлап аңлашыу мөмкинлеген тапҡан, һүҙбәйләнештәрен булдырған, меңәр йылдар, быуаттар буйы оҙон юл үтеп, халыҡ телдәрен барлыҡҡа килтергән, тел милләтте тыуҙырған, милләт үҙ ерендә дәүләтен ойошторған. Үҙ дәүләтен булдырған халыҡ уға исемен биргән, үҙе булдырған илендә дәүләтенең тулы хоҡуҡлы вәкиле булып йәшәй башлаған. Ул дәүләттең еренә, ер аҫты һәм ер өҫтө байлыҡтарына, үҙ аҡылы, зиһене менән ынйы бөртөктәре кеүек бөртөкләп йыйған теленә, уны инҡар итеүгә берәүҙең дә хаҡы юҡ, сөнки кеше илен, телен үҙе булдырған, уға ситтән килеп берәү ҙә ярҙам итмәгән, былар – уның аңы, хәләл хеҙмәте менән булдырылған хәләл мөлкәте, меңәр йыллыҡ өҙлөкһөҙ эш емеше.
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының 1983 йылғы Бөтә донъя конференцияһында “төп халыҡтың ере, тәбиғи байлығы, үҙ илендәге законлы хоҡуҡтары тартып алынырға, теле инҡар ителергә тейеш түгел” тип билдәләнгән. Тимәк, һәр милләт вәкиле үҙ ерендә — еренең хоҡуҡлы хужаһы. Был хоҡуҡ халыҡ-ара закондар менән нығытылған. Һәр ил халҡы мәнфә­ғәттәренән сығып закондар сығарырға (Конституция) һәм уны яҡларға хаҡлы. Ситтән килгәндәр ошо дәүләттең закондарына һис һүҙһеҙ буйһонорға, уларҙы үҙ ерендә ҡабул иткән төп милләт кешеләрен хөрмәт итергә бурыслы.
Башҡорт әҙәбиәтен факультатив итеп үткәреүгә күсеү бөтөнләй аңлашылмай. Әҙәбиәт йәш быуынға тормоштоң ҡыҙыҡ та, ҡатмарлы ла яҡтарын аса, уларҙы киләсәккә — оло юлға әҙерләй. Тел дәрестәрен дә кәметеү мөмкин түгел. Тел — ул төпһөҙ диңгеҙҙе хәтерләткән, рухи байлыҡ тәрбиәләй торған фән.
Был өлкәлә ата-әсәләрҙең дә аңһыҙлығы борсоуға һала. Бәғзеләр балаларын урыҫ кластарына биреүҙе хуп күрә, улар ғәзиздәренең дә, республикабыҙ киләсәген дә уйлап еткермәй, ахыры. Шул арҡала башҡорт ауылдарынан (балалар һаны етеүгә ҡарамаҫтан) балаларҙы урыҫ мәктәптәренә күсереү күбәйҙе. Уларҙа уҡытыусылар эшле, ә башҡорт мәктәп­тәрендәгеләр урамда ҡалды. Башҡорт балалары маңҡорт буласаҡ. Был бер ниндәй ҙә ҡанун ҡалыбына һыйған эш түгел. Уйланырға урын бар.
Ҡыҫҡаһы, халҡыбыҙ алдында тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек яуаплы эштәр тора. Был осраҡта берҙәмлек, сабырлыҡ, татыулыҡ һәм ныҡышмалылыҡ талап ителә, ләкин бының өсөн закондарҙы өйрәнеп, ҡанун нигеҙендә халыҡтың киләсәге өсөн әһәмиәтле эштәрҙе талап итә белеү кәрәк.

Ләлә БЕЙЕШЕВА,
хаҡлы ялдағы уҡытыусы.


Вернуться назад