“Башҡортостан” гәзитендә ғалимдарыбыҙ Миңһылыу Усманова менән Әхмәр Аҙнабаевтың “асыҡ дәрес” үткәрә башлауы эшмәкәрлегемдә ҙур ярҙам булды.
Мин башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән бишенсе йыл уҡытам. Педагогия университетынан һуң мәктәпкә эшкә килгәс, ҡайһы бер дәреслектәрҙең, методик әсбаптарҙың белемемә тап килмәүен асыҡланым. Бының тәүге сәбәбе, әлбиттә, китаптарҙың иҫкелегендә. Шулай уҡ авторҙар ҙа төрлө. Пунктуация, орфография ҡағиҙәләрен уҡыусыға нисек итеп аңлатырға? Үҙемдең белгәнем буйынсамы, әллә иҫке дәреслектәнме? Үрҙә әйтеп үткән ғалимдарыбыҙҙың гәзит битендә баҫыла башлаған хеҙмәттәре аңлашылмаусанлыҡҡа нөктә ҡуйҙы кеүек. Мәҡәләләрҙе өйрәнеп сығып, студент саҡтағы белемемде нығыттым. Хәҙер уны дәрестә ҡулланырға тырышам. Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң да беҙҙе хәстәрләгән уҡытыусы-ғалимдарыбыҙға ҙур рәхмәт!
Н. МӨХӘМӘТДИНОВА.
Учалы районы.