Министр менән диктант яҙҙыҡ24.04.2018
Министр менән диктант яҙҙыҡДүртенсе йыл рәттән ойошторолған “Башҡорт теленән төбәк диктанты” акцияһында ҡатнашыусылар йылдан-йыл арта. 2015 йылда – 3505, 2016 йылда – 3929, былтыр 7741 кеше диктант яҙған. Быйыл сара тағы ла киңерәк таралыу алды: илебеҙҙән Силәбе, Ырымбур, Ямал-Ненец, Татарстан, Мәскәү һәм башҡа төбәктәр ҡушылһа, сит илдәрҙән Төркиә, Болгария, Польшала йәшәгән ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ теләктәшлек белдерҙе.

Онлайн трансляция Башҡорт дәүләт университетынан алып барылды. Ҡатнашыусыларҙы Башҡортостандың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова, уҡыу йортоноң ректоры Николай Морозкин, башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы Риф Әхмәҙиев, билдәле ғалимә Мәрйәм Бураҡаева һәм башҡа йәмәғәт эшмәкәрҙәре тәбрикләне. Диктанттың тексы Мәрйәм Бураҡаеваның “Арғымаҡ” әҫәренән алынды. Быйыл “уҡытыусы” ролен Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов башҡарҙы.
Яҙыу эше тамамланғас та халыҡ таралышырға ашыҡманы, фекерҙәре менән уртаҡлашты. Шулай уҡ, мөмкинлекте файҙаланып, Гөлназ Шафиҡоваға мәктәптәрҙә туған телде уҡытыу мәсьәләһенә ҡағылышлы һорауҙар бирҙеләр. “Туған телде уҡытыу буйынса атай-әсәйҙәр менән эш алып барырға кәрәк. Улар ғариза менән мөрәжәғәт итергә тейеш. Шул саҡта баланы туған телендә уҡытыу өсөн мөмкинлектәр тыуҙырыла. Китаптар ҙа, дәреслектәр ҙә бар”, – тине мәғариф министры.



Вернуться назад