Һүҙ донъяһын фәҡирләтәбеҙ кеүек27.04.2012
“Бәрәңгене ҡайтарырға ине” тигән мәҡәләмә (2012 йыл, 21 февраль) яуап итеп, Сибай ҡалаһынан Фәрит Әхмәров “Һеҙҙә — “бәрәңге”, беҙҙә “картуф” булһын” (2012 йыл, 16 март) тигән яҙмаһы менән сығыш яһаны. Яҙғандарыма өҫтәмә аңлатма бирергә ҡарар иттем.
Фәрит Әхмәровтың һүҙҙәре менән тулыһынса килешәм. Һәр кешенең ата-бабаһы тарафынан быуаттар буйы һаҡланып килгән телендә һөйләшергә хоҡуғы бар. Бындай диалект һүҙҙәрен әҙәби әҫәрҙәрҙә лә йыш осратырға тура килә. Әйткәндәй, беҙҙең яҡташыбыҙ, күренекле ғалим, филология фәндәре докторы, профессор Тимерғәле Килмөхәмәтов үҙ ижадында ауылдаштарының үҙенсәлекле һөйләшен оҫта файҙалана. Әҫәрҙе һәр әҙип үҙенсә яҙа, сөнки уларҙың маҡсаты — геройҙарҙың тормошон, көнкүрешен, холоҡ-фиғелен уҡыусыға тулыраҡ, аңлайышлыраҡ итеп еткереү. Ә минең мәҡәләлә төп фекер әҙәби тел тураһында ине.
“Картуф” һүҙенә әйләнеп ҡайтҡанда, минеңсә, беҙ был ризыҡтың урыҫса атамаһына үҙ телебеҙҙә тейешле тәржемә таба алмағандай, сит һүҙҙе боҙоп әйтәбеҙ, ысынында бай әҙәби телебеҙҙе фәҡир итеп күрһәтәбеҙ кеүек.
Фидат ЮНЫСОВ.
Ҡырмыҫҡалы районы,
Ҡарлыман ауылы.


Вернуться назад