“Телгенәм-бергенәм” махсус битендә Ф. Юнысованың “Бөйөк шағирҙың оранына урын юҡмы?” (2012 йыл, 16 март) исемле мәҡәләһендә күтәрелгән мәсьәлә мине лә борсой ине.
Автор Өфөнөң “Спорт” туҡталышындағы Рәми Ғариповтың шиғыры яҙылған плакатты тиҙ арала алып ташлауҙары хаҡында белдерә. Әҙиптең оло юбилейын үткәрәбеҙ, был лозунг йыл аҙағына хәтлем булһа ла эленеп торһон ине, ти ул.
Ысынлап та, “Туған тел” шиғырынан өҙөк яҙылған плакат ҡалаға йән өргәндәй булғайны. Әле был урында бер кемгә кәрәкмәгән реклама эленгән. Ғөмүмән, Өфөбөҙҙөң ана шундай шаҡы-шоҡо яҙыуҙар менән тулыуына йөрәк әрней. Берәү ҙә әйләнеп ҡарамай бит уларға. Ә Рәми Ғариповтың шиғырынан өҙөк иртән дә, кис тә рух биреп, күңелде күтәреп торҙо. Уның башҡортса булыуы айырыуса ҡиммәтле ине.
Миңә күрше Татарстандың баш ҡалаһына, Яр Саллыға йыш барырға тура килә. Уларҙың урамдарында татарса шиғырҙар, әҙиптәрҙең ялҡынлы һүҙҙәре йыш күҙгә салына. Күршеләребеҙ үҙ шәхестәрен, тимәк, тамырҙарын, телен хөрмәт итә. Ә беҙгә бының өсөн нимә ҡамасаулай һуң?
Т. ҠУНАҠБАЕВ.
Өфө ҡалаһы.