“Телебеҙҙе беҙ, башҡорттар, үҙебеҙ боҙабыҙ”, — ти филология фәндәре докторы, БДПУ профессоры Миңһылыу Усманова. Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ. Беҙҙең райондың исеме лә боҙоп әйтелә һәм яҙыла.
Тарихҡа килгәндә, Ейәнсура (Йәнсура) 1930 йылда Йылайыр кантонын бүлгәс барлыҡҡа килә. Үҙәге итеп әле Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районына ҡараған Йәнсура (икенсе исеме — Бәкәтәр) ауылы билдәләнә. Район да ошо исем менән йөрөй.
Элек Башҡортостанға ҡараған Ҡыуандыҡ менән Һарыҡташ 1935 йылда Ырымбур өлкәһенә күсерелеп, Йәнсура Башҡортостанда ҡалдырыла. 1946 йылда төбәкте ике өлөшкә — Абзан һәм Йәнсура райондарына бүлеп, ун йылдан тағы ҡушалар. Шул ваҡыттан бирле район Йәнсура исемендә йөрөй.
Әммә, урыҫсанан дөрөҫ тәржемә итмәү сәбәпле, “Ейәнсура” булып киттек. Райондың “Ейәнсура таңдары” гәзитендә “йән” һүҙе менән башланған фамилияларҙы ла “ейән”гә әйләндереп ҡуялар. Мәҫәлән, Үрген ауылынан Иршат Йәнбирҙиндең (ул боронғо яҙмаларҙы табып, район гәзитендә баҫтыра) фамилияһын баҫманың хәбәрселәре “Ейәнбирҙин” ти ҙә төҙәтә.
Йәнсураға килгәндә, ул заманына күрә билдәле шәхес булған. Яҙыусы, тарихсы-ғалим Ә. Әсфәндиәров, Йәнсура ауылына йорт старшинаһы Йәнсура нигеҙ һалған, тип яҙа. Үҫәргәндәр ырыуы шәжәрәһенән күренеүенсә, Йәнсура — Үҫәргәндең дүртенсе быуын вәкиле: Үҫәргән — Таймас — Сураш — Йәнсура. Йәнсураның улдары Яңыбай, Юнай, Әлебай, Мәзит ауылдарына нигеҙ һала. Килдебайҙан Абзанда Килдебаевтар, Аҫылбаевтар, Исмәғилевтәрҙең нәҫеле тарала.
Әле башҡорт ир-егетендә Йәнсура исеме бик осрамай. Үткән быуаттың 50 — 60-сы йылдарында Байыш ауылында Йәнсура тигән олатай йәшәне, уны бер кем дә Ейәнсура тип әйтмәне лә, яҙманы ла.
Республикала билдәле ғалим, филология фәндәре докторы, күп гәзит-журналдың әүҙем хәбәрсеһе, яҡташыбыҙ (ул Ҡыуандыҡ районының Үтәғол ауылында тыуған) Рафаэль Аҙнағолов “Башҡортостан” гәзитендә Йәнсура исемен ҡайтарыу кәрәклеге хаҡында йыш сығыш яһай. “Башҡорт милләтендә “йән”, “йә” ҡушылған исемдәр күп, ләкин бер кем дә уларға “е” хәрефен ҡушып әйтмәй, яҙмай. Үҫәргәндәр, ғөмүмән, “ейән” тип түгел, ә “улымдың улы”, “ҡыҙының ҡыҙы” тип һөйләй”, ти ул.
Бөтә донъяға билдәле атаҡлы төркиәтсе Әхмәтзәки Вәлиди ҙә “Башҡорттар тарихы” китабында “Йәнсура” исемен телгә алып үткән.
Олуғ шәхестәребеҙҙең яҙмаларына иғтибар итеп, хатаны төҙәтеп булалыр, тип уйлайым. Һуң булһа ла, уң булһын. Беҙҙә исемде үҙгәртергә кәрәк булһа, финанс мәсьәләһе менән бәйләй торғандар. Миллиардлаған сығымды уйлап тормайынса, “милиция”ны “полиция”ға әйләндерҙеләр бит — беҙҙең бәләкәй генә һорауҙы ниңә ҡәнәғәтләндермәҫкә тейештәр?
Хатаны төҙәтеүгә республика Хөкүмәте ҡарамағындағы Терминология хеҙмәте, Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәте институты булышлыҡ итһен ине.
Хәмиҙулла ХӘЙРУЛЛИН.
Ейәнсура районы,
Иҫәнғол ауылы.