Күп балалы әсәләргә ярҙам28.02.2018
Күп балалы әсәләргә ярҙамКапиталистик илдәрҙә балаларҙы ҡайғыртыу түгел, ата һәм әсәнең үҙҙәре тураһында ла уйлаусы юҡ. Мәҫәлән, Төшлөк (Көньяҡ) Американың бәләкәй генә Чили штатында (халыҡ 4,5 миллион) эшселәр һәм крәҫтиәндәр бигерәк тә фажиғәле шарттарҙа йәшәйҙәр.
Чили хөкүмәтенең официаль органы “La nasion”дың яҙыуына ҡарағанда, унда меңәрләгән семьялар, ашарҙарына һис нәмәләре булмағас, аслыҡта ултыралар. Әгәр ҙә Чилиҙа 1927 – 1931 йылда йыл һайын 64 мең кеше үлһә, 1935 йылда 120 меңдән артыҡ кеше үлгән.
Капиталистик илдәрҙә ваҡ милләттәрҙең ниндәй хәлдә йәшәүҙәрен яҙып та тораһы юҡ инде.
Тик Советтар Союзындағы эшсе һәм крәҫтиәндәр хөкүмәте генә эшселәрҙең һәм крәҫтиәндәрҙең һорауҙарын, мохтаждарын хәстәрләп ҡайғырталар. Аборттарҙы тыйыу һәм күп балалы семьяларға ярҙам итеү тураһында хөкүмәттең ҡарары иғлан ителгәндән һуң, Башҡортостан Халыҡ Комиссарҙар Советы 5 ноябргә күп балалы әсәләргә 5 миллион 964 мең һум дәүләт ярҙамы биргән. 5 ноябргә бөтәһе күп балалы әсәләрҙең 2553 ғаризалары ҡаралған. Дәүләт ярҙамы биреү әле һаман дауам итә.
Капиталистик илдәрҙәге ваҡ милләт­тәрҙең йәшәүҙәре менән Башҡорт­остан хеҙмәтсәндәре араһында ер менән күк араһы кеүек айырма бар. Бына Дыуан орлоҡсолоҡ совхозының 2-се бүлеге мөдире ярҙамсыһы Камалова һәм Яуыш иптәштәрҙең семьяһы. Камалова иптәш 9 бала әсәһе. Ул 6 мең һум ярҙам алған. Тик социализм еңгән илдә генә партия һәм хөкүмәт тарафынан күп балалы әсәләргә шундай ҙур почет һәм хөрмәт булырға мөмкин. Ундай илдә йәшәүе лә, эшләүе лә күңелле һәм ҡыуаныслы.

(“Ҡыҙыл Башҡортостан”,
1936 йыл, 12 ноябрь).

“Салауат Юлаев” фильмы –
Алыҫ Көнсығышта


Башҡорт халҡының героик үткәнен, уның батша колонизаторҙарына ҡаршы баш күтәреүен һәм рус халҡы менән берлектә, ҡулға-ҡул тотоноп самодержа­виегә ҡаршы батырҙарса көрәшен сағылдырған “Салауат Юлаев” фильмы Алыҫ Көнсығыш кинотеатрҙарында күрһәтелә.
Алыҫ Көнсығыш хеҙмәтсәндәре фильмды ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарайҙар һәм уның тураһында яҡшы отзывтар бирәләр.

М. РАУИЛОВ.
Хабаровск ҡалаһы.

(“Ҡыҙыл Башҡортостан”,
1941 йыл, 18 апрель).

Баҫмаға БР Китап палатаһы әҙерләне.

Шул дәүерҙә гәзиттә ҡулланылған тел-стиль, орфография үҙенсәлектәре һаҡланды.


Вернуться назад