Башҡорт телен өйрәнгем килә!26.01.2018
Башҡорт телен өйрәнгем килә!Балалар менән осрашыу һәр саҡ күңелдә илһам осҡондарын уята. Дәүләкәндең 7-се мәктәбе уҡыусылары ла бик һиҙгер әңгәмәсе, ҡыҙыҡһыныусан булып сыҡты. Бында тел ҡәҙерен белгән, илен һөйгән уҡытыусы Ғәлиә Дәүләтова саҡырғайны.










Башҡорт телен өйрәнгем килә!“Башҡортостан” гәзитендә лә ошо хаҡта һөйләшербеҙ, тип “Бәйләнештә” социаль селтәрендә вәғәҙә итеүемә лә апаруҡ ваҡыт үтеп киткән. Әммә был мәктәп хаҡында һөйләргә кәрәк. Әле бында ике башҡорт теле уҡытыусыһы эшләй: Ғәлиә Дәүләтова менән Альбина Янибаева.
Бөгөн был мәғариф усағында 803 уҡыусы белем ала. Шуларҙың 145-е – башҡорт балалары. Уларҙың 18-е баш­ҡорт телен туған тел булараҡ, ә 127-һе дәүләт теле булараҡ өйрәнә. Бер ҡараһаң, ғәжәпләнеп тә ҡуяһың: аҙнаһына бер сәғәт эсендә бала ни үҙләштерә инде?.. Былай дәүләт телен бар балалар ҙа (беренсенән алып ун беренсе класҡа тиклем) өйрәнә. Мәктәп директоры Ильвира Әнис ҡыҙы был яҡтан башҡорт теле уҡытыусы­ларына ныҡлы терәк. Тик ата-әсәләрҙең балалары өсөн урыҫ телен туған тел итеп һайлауҙары башҡа һый­маҫлыҡ хәл. Әлеге лә баяғы бер үк балыҡ башы – баш­ҡорт милләтле ата-әсәләр үҙҙәре үк телен белмәй, балаларына өйрәтергә теләмәй. Үҙебеҙ ошондай мөнәсә­бәттә булғас, башҡаларҙан беҙ ни талап итә алабыҙ һуң?!
Башҡорт әҙәбиәтенә һәм теленә арналған кисәне VI “а” класы уҡыусылары Алиса Морева менән Камилә Мө­лөкова алып барҙы. Һүҙ сәнғәте хаҡында һөйләшергә йыйылғандар һәр береһе тиерлек башҡорт, урыҫ тел­дәрендә шиғыр уҡыны, ятланы: Илья Пирогов, Илнар Хәбибназаров, Алмас Әхмәтов, Алиса Морева, Элина Ғәлиева, Шамила Дагирова, Зөһрә Хәмиҙуллина, Гүзәл Әхмәтйәнова, Индира Әлиева, Алтынай Әхмәтова. Уларҙың һәр береһе шиғырға ниндәй мәғәнә һалынған, авторҙар нимә әйтергә теләгәнен еткерергә тырышты. Шуныһы үҙенсәлекле – балалар шиғырҙы үҙҙәре теләгә­нен һайлап алған. Һорауҙарҙы ла бирә беләләр бит әле: “Ҡасан беренсе шиғырығыҙҙы яҙҙығыҙ?”, “Башҡортса шиғыр яҙыу отошломо?”, “Башҡорт теленән һеҙҙең шиғыр­ҙарҙы кем урыҫсаға тәржемә итә?”, “Милли әҙә­биәттәрҙең киләсәге бармы?”... Аңлап тораһығыҙ, һис кенә лә ябай һорауҙар түгел. Ижад менән шөғөлләнеү ҡасан отошло булды икән ул? Балалар ҙа быны белеп үҫергә тейештер. Әммә Күктәр ниндәй ҙә булһа сәнғәт төрөнә илһам биргән икән, ошо үҙе үк бәхет түгелме ни? Уҡыусылар араһында ла ижади фекерләгәндәр, шиғыр яҙғандар етәрлек. Шуныһы һоҡландырҙы: башҡорт телен өйрәнергә, башҡортса китаптар уҡырға теләгән башҡа милләт балалары ла бар. Уларға башҡаларҙың лөғәтен, телмәрен аңлау ҡыҙыҡлы. Аңлаған кеше төшөнә торғандыр, әгәр башҡортса яҡшы белһәң, башҡа төрки телдәре лә аңлашылып ҡына тора бит. Был хаҡта ла үҫмерҙәр белеп үҫһә икән!
Ғәлиә Дәүләтова 2016 йылда “Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” конкурсында еңеүсе булған. Мәктәп уҡыусылары республикала уҙғарылған фәнни-ғәмәли конференцияларҙа эҙләнеү эштәре менән, иншалар конкурсында приз­лы урындар ала.
Яҡты кисерештәр уятҡан кисәбеҙҙе Әҙилә Бейсебаева, Алина Хөснөтдинова, Диана Ғиләжева йырҙары менән биҙәне. Хәҙерге балалар ижад кешеләренә беҙ бала саҡта ҡараған һымаҡ ҡарамай. Беҙ уҡыусы саҡта яҙыу­сыны пәйғәмбәрҙәй күрә инек, сөнки китап рухында, шағир моңонда үҫтек. Совет осоро әҙәбиәттән идеология яһаны, әҙәбиәт аша үҙ идеологияһын халыҡҡа һеңдерҙе. Ә улар әҙиптәрҙе, беләһегеҙме, кем тип атай? Үҙен эшендә тапҡан профессионал, тиҙәр. Шәп тә инде. Заманса фекер. Башҡорт әҙәбиәтенә, теленә ихтирам күрһәткән мәктәптән беҙ ҙә, бынан бик күп ижади профессионалдар, илдең изге хеҙмәткәрҙәре сыҡһын, тип ҡайттыҡ.

Дәүләкән ҡалаһы.


Вернуться назад