Тел ғаиләлә генә һаҡланырға тейешме?15.12.2017
Телебеҙ ғаиләлә һаҡланыуға ғына ҡайтып ҡалһа, ни булыр, аҙымлап әйтеп сығам:

1. Әҙәбиәтебеҙ ҙә, китаптар итеп сығарылған фольклорыбыҙ ҙа өйрәнелмәй, уҡылмай ятып ҡаласаҡ.
2. Башҡорт теле буйынса кадрҙар әҙерләнмәйәсәк, филфактар ябыласаҡ.
3. Яңы һүҙҙәр башҡортсаға тәржемә ителмәйәсәк, тимәк, һөйләш теле лә яртылаш урыҫ һүҙҙәренән торасаҡ (үҙгәртеп ҡороуҙарға тиклем шулайға әйләнеп бара ине).
4. Башҡорт телендә яҙған яҙыусылар ҡалмаясаҡ, тимәк, әҙәбиәт тә, башҡортса матбуғат саралары ла юҡҡа сығасаҡ.
5. Башҡорт телендәге театрҙар ябыласаҡ, сөнки унда йөрөрлөк тамашасы түгел, уйнарлыҡ та артистар ҡалмаясаҡ – нимә уйнаһындар, әҫәрҙәр яҙылмағас.
6. Башҡорт телен уҡытҡан мәктәптәр ҡалмаясаҡ.
7. Тел – үҫә, киңәйә барған әйбер, уны фәнни яҡтан да өйрәнеү зарур – башҡорт филологияһы фән булараҡ юҡҡа сығасаҡ, үле латин теле хәленә ҡаласаҡ. Ярай уны медиктар һаҡлап килә, ә беҙҙеке зым-зыя юҡҡа сығасаҡ.
8. Башҡорт халҡының тарихы ла өйрәнелеүҙән туҡтаясаҡ, сөнки башҡортса сығанаҡтарҙы фай­ҙалана белмәйәсәктәр.
9. Әле бына юҡҡа сыҡҡан төньяҡ халыҡтар хәлендә ҡала­саҡбыҙ бит – теле булмағас, милләт тә юҡ, милләт юҡ икән, уны иҫкә алыусы ла булмаясаҡ.
БЫНА НИМӘ УЛ ҒАИЛӘ ТЕЛЕ ГЕНӘ БУЛЫП ҠАЛЫУ!
* * *
“ВКонтакте” сайтының интерфейсы башҡортсаға тәржемә ителгән һәм унан файҙа­ланыусылар күп.
Беҙҙең халыҡ барыбер шәп – уйлап ҡарағыҙ, бер тин бер ҡайҙан алмай көн дә инеп, хатта төндәрен тәржемә итеп ултырсы!
Тотош бер төркөм!
Интерфейсты тәржемә иткәндә бик күп ҡатмарлы терминдар, һүҙбәйләнештәр килеп сыҡты, улар буйынса хатта асыуланышып та китә инек.
Беҙ байтаҡ интернет терминдарын башҡортсаға тәржемә иттек.
* * *
Башвикиға Кидандар тура­һында мәҡәлә яҙҙым.
Ул былай тамамлана:
Боронғо кидандарҙың тоҡом­да­ры, Урта Азияға килеп, ҡара­ҡытай (йәки һуңғараҡ ҡтай) булып киткән тип фараз итәләр. Ҡтайҙар үзбәктәрҙән тыш ҡаҙаҡтар, ҡыр­ғыҙҙар, нуғайҙар, ҡарағалпаҡтар, башҡорттар һәм башҡа халыҡ­тарға ҡушылған.
Ҡтайҙар Сәмәрҡәндтәге иң күп үзбәк ырыуы булып торған (хәҙерге Үзбәкстан). Үҙҙәрендәге риүәйәттәргә ярашлы, ҡтайҙар Заравшан буйына ҡыпсаҡ далаларынан килгән. 1920 йылда Сә­мәр­ҡәнд өлкәһендә (Сәмәрҡәнд һәм Кәттәҡурған өйәҙҙәрендә) 39 мең­дән ашыу ҡтай булған.
...Минең туған ҡатай ырыуым шунан тиер инем – гаплогруп­пабыҙ монголдыҡы түгел, тиҙәр. Бәлки, кидандар монгол түгел, төрки булғандыр?
* * *
Инйәр-ҡатай һөйләшенән:
Һүҙ башында “ф” менән “х” юҡ инде. Ниндәй матур исемле инәйҙәрем Базила (Фазила), Батима (Фатима), Хафиз класташым Һәбиз булып йөрөнө.
* * *
Өй һалыу улыбыҙҙы төҙөү­селеккә өйрәтте – каникул ваҡы­тында махсус төҙөлөштә эшләп өйрәнде лә, эшләп алған аҡсаһына өйгә кәрәкле төҙөлөш материалдары ла алды, “прораб”ҡа әйлән­де. Ә мин хәҙер заказға обой йәбештереп бирә алам – элек тә үҙем йәбештерә инем, ә был юлы ике ҡатта йәбештереп, хатта оҫ­тарып киттем. Балаларҙың атаһы эшләгәндәрен һанап бөтөрлөк түгел.
Төҙөлөш беҙҙе материал һайларға, сабырлыҡҡа, ижадкәр, уйлап табыусан булырға өйрәтте, күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй мәҡәлен бик ныҡлы ғына итеп һеңдерҙе – тәүәккәл булырға кәрәк!
Бының кеүек әҙер йортто һатып алырға аҡсабыҙ етмәҫ ине. Алты йыл дауамында ныҡышмаллыҡ менән маҡсатҡа ынтылып, үҙ ҡулыбыҙ менән шаштырмай ғына бөтөрөп ингән йорт беҙгә икеләтә ҡәҙерле – беҙҙең хеҙмәт, ижад емешебеҙ бит ул, ысын-ысындан АТАЙ ЙОРТО!
* * *
Бынан бер нисә йыл элек Липецкиҙа йәшәгән Валентин Баюканов тигән яҙыусы минән баш­ҡорттарҙың сәйләү йолаларын һорап, хат яҙғайны. Интернетта ул баҫтырған әҫәрҙәрҙе күргәс, етмәһә, Англияла ла сәй тура­һында яҙмаларын баҫтырғаны мәғлүм булғас, яуап яҙҙым. Ул минең яҙғандарҙы үҙенең китабына индереп ебәргән. Ике дана китабын һалғайны, береһен Зәки Вәлиди исемендәге Милли китап­ханаға бүләк итеүҙе һораған. Аманатын тапшырҙым. Ҡыҙыҡһынған кеше алып уҡый ала – унда төрлө халыҡтарҙың сәйләү йолаһы бәйән ителә.

* * *
Шәкәр ҙә, тоҙ ҙа була беләм,
Кәрәк саҡта – боҙ ҙа...

Рубриканы яҙыусы Гүзәл СИТДИҠОВА
алып бара.


Вернуться назад