Һәр бала туған телен өйрәнергә хоҡуҡлы25.10.2017
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғоловтың башланғысы менән быйыл 16 октябрҙә Башҡортостан Республикаһы прокуроры Андрей Назаров менән осрашыу булды. Унда туған һәм дәүләт телдәрен уҡытыу һәм өйрәнеү мәсьәләләре буйынса мәктәптәрҙә үткәрелгән прокурор тикшереүҙәренә ҡағылышлы фекер алышыу ойошторолдо. Был мәсьәләне Башҡортостандың ҡала һәм район прокурорҙары ҡатнашлығындағы кәңәшмәлә күтәрергә ҡарар ителде.
Әлеге кәңәшмә йылдам әҙерләнеп, 19 октябрҙә үткәрелде. Президиум составына Башҡортостан Республикаһы прокуроры Андрей Назаров, Башҡортостан буйынса Баш федераль инспектор Михаил Закомалдин, Ведомство-ара йәмәғәт именлеге советы секретары Алексей Касьянов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов инде. Кәңәшмә эшендә ҡала һәм район прокурорҙары ҡатнашты.
Бәлиғ булмағандар һәм йәштәр тураһындағы закондарҙың үтәлешен күҙәтеү буйынса бүлек начальнигы Артур Әхмәлетдинов Башҡортостандағы дөйөм белем биреү учреждениеларында үткәрелгән прокурор тикшереүе һөҙөмтәләре хаҡында хәбәр итте. Ул, бындай тикшереүҙәр быйыл 31 октябрҙә тамамланасаҡ, тип белдерҙе.
Артабан һүҙ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғоловҡа бирелде. Ул, кәңәшмәлә сығыш яһау мөмкинлеге биргән өсөн рәхмәт әйтеп, түбәндәгеләрҙе һөйләне: “Һеҙҙең менән осрашыуымдың маҡсаты – республикабыҙҙа социаль-сәйәси тотороҡлолоҡ өсөн эшләнгән тырышлыҡтарҙы берләштереү. Был Башҡортостан халыҡтарын мәҙәни-этник йәһәттән туплауға, уларҙың үҙенсәлекле милли рухи мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыуға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк. Берлектәге эшмәкәрлегебеҙ республика халыҡтары араһындағы дуҫтарса мөнәсәбәтте, республика дәүләтселеген нығытыу өсөн өҫтәмә этәргес бирергә, өр-яңы тәүшарттар тыуҙырырға тейеш.
…Рәсәй Президенты В.В. Путин тарафынан 2012 йылдың 19 декабрендә ҡул ҡуйылған “2025 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһының дәүләт милли сәйәсәте стратегияһы тураһында”ғы Указда “Рәсәй Федерацияһы халыҡтары мәҙәниәтен һәм телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү, уларҙың рухи дөйөмлөгөн нығытыу Рәсәй Федерацияһының дәүләт милли сәйәсәтендә әүәлгесә дәүләт һәм муниципаль органдарҙың айырым иғтибарын талап иткән төп мәсьәләләр булып ҡала…” тиелә.
Башҡортостан Республикаһында ошо ерҙә йәшәгән бөтә халыҡ вәкилдәре үҙҙәренең телен һәм мәҙәни йолаларын үҫтерә алһын өсөн бик күп эш башҡарыла. Һуңғы ваҡытта милли республикаларҙың туған һәм дәүләт телдәрен өйрәнеүгә бәйле хәл беҙҙең йәмәғәтселектә лә, халыҡта ла етди борсолоу тыуҙыра.
Әлегә тиклем Башҡортостанда милли-тел мөнәсәбәттәре өлкәһендә үҙ-ара ҡулай, йылдар буйы эшләп килгән система ойошторолғайны – 14 туған тел һәм аҙнаһына бер-ике сәғәттән артмаған күләмдә дәүләт теле булараҡ башҡорт теле өйрәнелә ине. Был рус телен уҡытыуҙы бер нисек тә сикләмәне. Уға Федераль дәүләт мәғариф стандарттарына ярашлы аҙнаһына кәмендә 6–7 сәғәт бүленә ине.
Илдең федератив ҡоролошона ярашлы, Рәсәй Федерацияһы составындағы республикаларҙың үҙ биләмәләрендә йәшәгән төп халыҡтарҙың телдәренә дәүләт статусын биреү хоҡуғы закондар менән нығытылғайны. Республикаларҙың дәүләт телдәрен уҡытыу йәһәтенән был хоҡуҡ Рәсәй Федерацияһы Конституция судының 2004 йылдың 16 ноябрендәге 16-сы ҡарары менән раҫланды. Рәсәй Федерацияһы юғары юридик органының был һығымтаһы ошо ерлектәге бәхәстәр һәм шикләнеүҙәр өсөн урын ҡалдырмай. Рәсәй ҡануниәте, атап әйткәндә, “Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы Рәсәй Законы, ил халыҡтарының туған телдәренә, шулай уҡ милли республикаларҙың дәүләт телдәренә дәүләт ярҙамы күрһәтеүҙе күҙ уңында тота. Мәҫәлән, ошо закондың 6-сы статьяһында республикаларҙың дәүләт телдәрен үҫтереүгә булышлыҡ итеү юғары дәүләт власы органдары йөҙөндә Рәсәй Федерацияһы ҡарамағына инә, тип билдәләнә.
Закон шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәрен һаҡлап ҡалыу, өйрәнеү һәм үҫтереү буйынса айырым маҡсатлы федераль һәм төбәк программаларын төҙөү зарурлығын да туранан-тура сағылдыра. Был программалар Рәсәй Федерацияһының дәүләт теле булараҡ рус теленең, республикаларҙағы дәүләт телдәренең һәм Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының башҡа телдәренең йәшәйешен тәьмин итеүгә йүнәлтелә.
Рус телле халыҡ вәкилдәренә башҡорт телен мәжбүри өйрәтеүгә ҡағылышлы бер нисә һүҙ әйтергә теләйем. Киләсәккә ҡараш ташлап йәшәгән кешеләр халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү өсөн төрки телдәр төркөмөнә ингән башҡорт теленең әһәмиәтен яҡшы аңлай, сөнки ул донъяның төрлө илдәрендә йәшәгән 40-тан ашыу төрки халҡы телдәре менән оҡшаш. Ер йөҙөндә бөгөн бындай милләттәр 200 миллиондан ашыу. Үҙемдең тәжрибәмдән сығып, Урта Азия һәм Көнсығыш илдәре менән хеҙмәттәшлектә башҡорт теле миңә һәр саҡ бизнес өлкәһендә уңышҡа өлгәшергә ярҙам итә, тип әйтә алам. Шуға күрә башҡортса белһәң, башҡа төрки телдәрҙе лә аңларға һәм еңел үҙләштерергә мөмкин. Башҡортса белгән кешеләргә бик күп сит телдәрҙе лә, мәҫәлән, инглиз һәм немец телдәрен өйрәнеү ҡыйын түгел, сөнки уларҙа башҡорт теле менән уртаҡ хәрефтәр (мәҫәлән, “һ” хәрефе) бар. Шуға күрә башҡорт телен белгәндәрҙең телмәр сифаты ла юғары.
Бер нисә телде белеү мейе эшмәкәрлеген һәм үҫешен яҡшыртыуы медицина фәнендә лә күптән иҫбатланған”.
Артабан Әмир Ишемғолов һуңғы ярты йылда республиканың мәғариф учреждениеларында милли белем биреүгә бәйле бәхәсле хәлдәргә миҫал килтерҙе. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.З. Хәмитов ошондай хәлде тотороҡландырыу өсөн бик ҙур эш башҡара: 2017 йылдың 14 сентябрендә “Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен үҫтереү буйынса саралар тураһында”ғы 159-сы Указ ҡабул ителде.
Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса республика прокуроры ҡала һәм район прокурорҙарына республика мәктәптәрендә телдәрҙе ирекле өйрәнеү принцибын үтәү буйынса эште дауам итергә, шул уҡ ваҡытта мәғариф ойошмаларының туған телдәрҙе сифатлы уҡытыуға йүнәлтелгән ҡануниәтте үтәүен күҙәтеүҙе тәьмин итергә, телде һайлау, шулай уҡ уны уҡытыу йәһәтенән уҡыусыларҙың мәнфәғәттәрен сикләү хаҡында мәғлүмәт алған осраҡта кисектергеһеҙ сара күрергә ҡушты.
Прокурорҙың күрһәтмәләре кәңәшмә президиумы тарафынан хупланды. Республика прокуратураһы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты менән мәғлүмәт алмашырға һәм уны ошо өлкәлә ҡануниәттең үтәлешен тәьмин итеү өсөн эштә файҙаланырға әҙер.
Башҡортостан Республикаһы прокуратураһы менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты араһында бөгөн барлыҡҡа килгән үҙ-ара аңлашыу туған телдәрҙе һәм дәүләт телдәрен өйрәнеүгә бәйле бик күп мәсьәләләрҙе хәл итер һәм республикабыҙҙа оҙаҡ йылдар һаҡланған социаль-сәйәси тотороҡлолоҡто нығытыуға яңы этәргес бирер, тип ышанабыҙ.