Ата-әсәләрҙең дәғүәһе юҡ20.10.2017
Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының Тел сәйәсәте өлкәһендәге федераль һәм республика ҡануниәтенең тормошҡа ашырылыуына мониторинг комиссияһы ҡарамағындағы эш төркөмө республиканың ҡала һәм райондарында күсмә саралар ойоштора. Ошо көндәрҙә уның ағзалары Ҡырмыҫҡалы райо­нында булды.

Йәмәғәтселәр мәғариф ойошмалары, мәҙәниәт учреждениелары эше менән танышты. Район үҙәге урамдарындағы мәғлүмәттәрҙең милли телдәге тәржемәһенең дөрөҫлөгөнә айырым иғтибар бирелде. Һәр урында эксперттар коллектив, уҡыусылар, йәштәр менән аралашты. Осрашыуҙарҙа проблемалар, күтәрелгән тема буйынса ҡарарҙар, үҫеш мөмкинлектәре тикшерелде. Йәшәйештең төрлө йүнәлештәре буйынса байтаҡ ҡыҙыҡлы проекттар тәҡдим ителде.
— Беҙҙең төркөм үҙ эшенең оҫталарынан төҙөлгән. Уларҙың фекере бик ҡиммәт. Урындарҙа ошондай осрашыуҙар һәр йәһәттән файҙалы, — тине эш төркөмө етәксеһе Ғәлиә Мөхәмәтйәнова. — Беҙ тикшергән мәғариф учреждениеларында тел сәйәсәтенә ҡағылышлы етешһеҙлектәр асыҡланманы. Дәүләт телдәрен һәм туған телдәрҙе уҡытыу сәғәттәре һаны билдәләнгән нормативтарға тура килә, ата-әсәләр яғынан да дәғүә юҡ.
Эш төркөмө уҡытыусыларҙың тәҡдимдәрен һәм теләктәрен яҙып алды. Улар шулай уҡ башҡорт район гәзите журналистары менән осрашты.


Вернуться назад