Һөйләшеү өсөн уңайлы майҙансыҡ11.10.2017
Заман башҡа – заң башҡа тигәндәй, сиселмәҫтәй тойолған мәсьәләләрҙе тауыш күтәрмәй тыныс ҡына хәл итергә мөмкин, хатта тел мәсьәләһен дә. Шуны күҙ уңында тотоп, тел сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙы күҙәтеү буйынса республика Йәмәғәт палатаһының һәм Халыҡтар ассамблеяһының эшсе төркөмө “түңәрәк өҫтәл” ултырышы үткәрҙе.


Эшсе төркөмдөң етәксеһе ғалимә Ғәлиә Мөхәмәтйәнова:
– Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов туған телдәрҙе һаҡлау тәңгә­лендә грант булдырған икән, был юҡҡа түгел. Ниңә беҙгә шундай уңайлы мөмкинлектән файҙаланмаҫҡа? Өҫтәүенә туған телдәрҙе һаҡлау буйынса фондтың төҙөлөүе лә беҙҙең файҙаға. Тик ятмаҫҡа, пландар төҙөргә, тәҡдимдәр менән йөрөргә кәрәк, – тине.
“Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге рәйесе Рәйсә Күзбәкованың белем усаҡтарында туған телдә уҡытыу торошо тураһындағы сығышын тыңлап, күптәр уйға ҡалды.
– Ҡайһы бер райондарҙа балаларҙы туған телендә уҡытыу насар, улай ғына ла түгел, бик хөрт ойошторолған, – тине Рәйсә Абдрахман ҡыҙы. – Ни өсөн бала үҙенең туған телендә уҡымай, тигән һорауға, китаптар юҡ, тип яуап бирәләр. Әсбаптар бар, ләкин уларҙың урындарға һуңлап барып етеүе әсендерә лә, хафаға ла һала.
Бәләкәй һәм төпкөл ауылдар иҫке ҡалыптан арына алмай, тибеҙ. Хәҙер нисек? Ысынлап та, бында етәкселектең һи­рәк аяҡ баҫыуы кемдәргәлер туғары­лыуға юлды аса икән. Бөгөн уларҙың хәле аяныслы уҡ булмаһа ла, бигүк шәптән түгел. Ошо категорияға ҡараған ауыл мәктәптәрендә дәрестән тыш уҙғарылырға тейешле кисәләрҙең, мәктәптән тыш төрлө сараларҙың береһе лә үткәрелмәй, түңәрәктәр эшен телгә алаһы ла түгел. Химия, физика, информатика уҡытыусы­лары юҡ. Ошолар хаҡында әрнеп һөйләне сығыш яһаусы һәм һүҙ ебен башҡорт гимназияларына йүнәлтте.
– Заманында башҡорт гимназияларын астыҡ, әммә әле уларҙың ҡайһы бер­ҙәренең үҙҙәренең эш алымынан ситләшә барыуы күҙгә ташлана, директорҙарын йыйып һөйләшеп алырға ваҡыт етте, – тине ул.
Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм бүтән туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы мөдире Зәкиә Ғәбитова белдереүенсә, юғары уҡыу йортонда педагогтар белемен даими камиллаштыра, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡайтанан әҙерлек үтә. Рус теле һәм әҙәбиәте, биология, физик культура, тарих, психология, инглиз теле, географиянан – йәмғеһе 126 уҡытыусының 14 предмет буйынса бүтән йүнәлешкә күсеүе шуға асыҡ миҫал. Улай ғына ла түгел, был йәһәттән киләсәктә тағы ла 44 заявка бирелгән.
– Туған телдәр тәңгәлендә ҡытыршы­лыҡтар булырға тейеш түгел, – тине Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Римма Үтәшева.
Ғөмүмән, аралашыу, фекер алышыу, ҡара-ҡаршы ултырып әңгәмәләшеү киләһе көндәргә маҡсаттар билдәләгәндә ифрат отошло. Тел тураһындағы әлеге һөйләшеү иһә, һүҙ ҙә юҡ, бөтә яҡтар өсөн бик тә уңайлы майҙансыҡ булды. Әйткәндәй, йәмәғәт ойошмаларының ниндәйе генә булмаһын, рәсми теркәл­гәнме, әллә юҡмы, барыбер ҙә алтын урталыҡты табып, тел һәм халыҡ мәнфәғәтендә берләшергә тейештәр.
Тел сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙы күҙәтеү буйынса Йәмәғәт палатаһының һәм Халыҡтар ассамблеяһының эшсе төркөмө ойошторған “түңәрәк өҫтәл”де аңлашыу өсөн уртаҡ майҙансыҡ тип әйтеү урынлы. Йәмәғәтселектең фекерен власть органдарына еткереүҙе лә күҙҙә тоттолар.
Өҫтәүенә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Башҡортостан Республикаһында дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен үҫтереү буйынса саралар тураһындағы Указын тормошҡа ашырыу буйынса ла аныҡ тәҡдимдәр ишетелде.

И. МӨХӘМӘТОВ.


Вернуться назад