Киләсәк үткәнһеҙ булмай10.10.2017
Киләсәк үткәнһеҙ булмайБашҡортостан 100 йыллыҡ юбилейын лайыҡлы ҡаршыларға әҙерләнә. Рәсәй, халҡыбыҙға оло ихтирам күрһәтеп, башҡорт халҡының исемен йөрөткән республикаға беренселәрҙән автономия хоҡуғы бирҙе, илебеҙҙе һәм туған телебеҙҙе һаҡларға, үҫтерергә киң мөмкинлектәр асты. “Теле барҙың — иле бар”, — тигән мәшһүр шағирыбыҙ Рәми Ғарипов. Башҡортостандың бай тарихына күҙ һалғанда, бөгөнгө уңыш-ҡаҙаныштарын барлағанда, республиканы ойошторған, уның үҫешенә күп өлөш индергән бөйөк шәхестәребеҙҙең исемен телгә алмау дөрөҫ булмаҫ ине.

Башҡорт теле — дуҫлыҡ теле

Күренекле дәүләт эшмәкәре Зәки Вәлиди Башҡортостан Республи­каһына нигеҙ һалыу һәм уға автономия яулау буйынса ғәйәт ҙур эш башҡарған. Автономия алғас, телде үҫтереүгә шарттар тыуған, туған башҡорт теленә иғтибар артҡан.
КПСС-тың Башҡортостан Өлкә комитетының беренсе секретары, БАССР Министрҙар Советы Рәйесе Зекериә Аҡназаровтың башҡорт теленә ҡарата оло иғтибарын, уны республика мәктәп­тәрендә уҡытыуҙы, өйрәнеүҙе камиллаш­тырыуға һалған хеҙмәттәрен баһаламай мөмкин түгел. Мин “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире булып эшләү осоронда партия-хужалыҡ йыйылыштарында ҡатнашҡанда Миҙхәт Закир улы башҡорт теленә иғтибарҙы көсәйтеү проблемаларын ҡуҙғалтмай ҡалмаҫ ине.
Дөрөҫ, хатта ул эшләгән ойошмала ла, район һәм ҡалаларҙа ла уның фекере, сәйәсәте менән килешмәгәндәр булғыла­ны, ләкин беренсе секретарҙың күрһәтмә­һен һәм талаптарын үтәмәү мөмкин түгел ине. Һөҙөмтәлә мәктәптәрҙә, башҡа уҡыу йорттарында башҡорт телен һәм әҙәбиә­тен яҡшы уҡытыу һәр педагогик коллек­тивтың, директорҙың беренсе сираттағы бурысына әйләнде. Миңә уның менән күҙгә-күҙ ҡарашып, кабинетында һөйләшеү бәхете насип булды.
Әйткәндәй, бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ, көттөрмәй ҡабул итте ул мине. Уның һүҙҙәре бөгөнгөләй хәтеремдә: “Минең атайым — башҡорт теле дәреслектәренең авторы. Бик матур һәм яғымлы тел. Ошо мәшһүр тел аша беҙ йәш быуындарҙы тәрбиәләү эше алып барырға тейешбеҙ”, — тине. Был һүҙ генә булып ҡалманы, уның ғәмәли эшендә ныҡлы сағылыш тапты. Халыҡтар дуҫлығын нығытыу сараһы булып торҙо. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡыу йорттарында ғына түгел, клуб сәхнәләрендә киң ҡулланыла башланы. Ҡайһы бер райондарҙа балалар башҡорт телен өйрәнеүгә әйләнеп ҡайтты. Был осор башҡорт телен һәм әҙәбиәтен тергеҙеү, ныҡлы өйрәнеү осорона әйләнде.
Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү­ҙә, баһаһын күтәреүҙә, сәйәси әһәмиәтен нығытыуҙа республиканың элекке етәксе­легенең, халҡыбыҙҙың аҡыл эйәһе, популяр шәхесебеҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры, һәр кемдең яратҡан яҙыусыһы Мостай Кәримдең хеҙмәттәрен, изге эштәрен маҡтамау мөмкин түгел. Улар башҡорт телен дәүләт теле дәрәжәһенә күтәреүгә, ошо хаҡта закон ҡабул итеүгә ҙур тырышлыҡ һалды.
Башҡортостан элек-электән халыҡтар дуҫлығы иле булды, ошо матур традиция бөгөн дә дауам итә. Был өлкәлә бай тарихлы, һығылмалы һәм мәшһүр башҡорт теле мөһим урын тота, ул кешеләрҙе яҡынайтыу ғына түгел, хатта туғанлаш­тырып ҡуя. Хәтеремдә, Бөйөк Ватан һуғышы барған ауыр йылдарҙа Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолдан йөҙҙән ашыу саҡрымда урынлашҡан бәләкәй генә Сәғит ауылына ике поляк ғаиләһен алып килеп урынлаштырҙылар.
Колхоз ике ғаиләгә ике өй, һөт-ҡатыҡҡа интекмәһен өсөн ике һыйыр бүлеп бирҙе. Беҙҙең ауыл халҡы ярҙамсыл, туғансыл булыуы менән дан тота ине. Бында ла поляк дуҫтарға һөт-ҡатыҡ, картуф менән ярҙам иттеләр, икмәк тураһында әйтеп булмай, сөнки ул үҙебеҙгә лә эләкмәй ине. Урыҫса ла йүнле һөйләшә белмәгән поляктар йыл ярым эсендә башҡортса аралашырға өйрәнде. Ауыл ҡыҙҙары уларҙың Королька исемле ҡыҙҙарын уйынға алып сыға, кемдер хатта өйҙәренә алып инеп ҡатыҡ менән һыйлай. Тиҫтер поляк малайҙарын беҙ колхозға эшкә алып йөрөнөк, башҡортса һөйләшеп, йырлашып, бергә уйнай торғайныҡ. Уларҙы беҙ үҙ кешебеҙҙәй яҡын күрҙек, ә улар беҙҙең ошондай йылы мөнәсәбәтте тоя ине. Һуғыш тамамланғас, уларҙы оҙатырға тотош ауыл халҡы сыҡты. Әлбиттә, айырылышыу еңел булманы: беҙҙең дә, уларҙың да күҙҙәренән йәш эркелеп тама ине.
Бөгөн поляктарҙың беҙҙең илгә — Рәсәйгә насар мөнәсәбәттә булыуын аңлай алмайым. Бәләкәй генә Сәғит ауылында ике ғаиләгә ғүмер бүләк иттек, ә Башҡортостанда, Совет илендә күпме поляк йәшәп, рәхмәт һүҙҙәре әйткәндер, тормошто дауам итеү бәхете алғандыр! Быны бит хәтерҙән сығарырға ярамай, тарих ғәфү итмәҫ.
Беҙҙең бәләкәй генә ауылда урыҫ ғаиләләре лә йәшәне. Ҡыҙҙары Анюта исемле ине. Беҙ уны һәр ваҡыт Әнүткә тип йөрөттөк. Башҡортса беҙҙең кеүек саф, таҙа һөйләште, башҡорт егетенә тормошҡа сыҡты, балаларына башҡорт исемдәре бирҙе. Энеһен (беҙҙең тиҫтер) Толя тип йөрөтәләр ине, беҙ уға гел генә Түлә тип өндәштек. Баҡһаң, уның исеме Анатолий булған икән. Өйҙәре бик матур урында ине. Тау үҙәгенән сылтырап таҙа йылға ағып төшә, йыл буйы ҡороманы ул. Рәхәтләнеп емеш-еләк, йәшелсә үҫтерәләр ине. Беҙҙең ғаилә менән үтә дуҫ йәшәнеләр. Күстәнәс итеп бик күп помидор, ҡыяр, һуған, кәбеҫтә биреп ебәрерҙәр ине. Һарыҡты күп аҫранылар. Ҡышҡылыҡҡа ит әҙерләү өсөн атайымды саҡыралар. “Икеләнмәгеҙ, ит ашағыҙ, Ялал һуйҙы”, — тип ауыл кешеләрен (мосолмандарҙы) һыйлай торғайнылар. Ә Түлә менән бик дуҫ инек, башҡортса һөйләшеп, йырлап йөрөнөк. Мин йыш ҡына уларҙа булдым: “Бәләкәй булһа ла урыҫ телендә нисек матур һөйләшә”, — тип ул ата-әсәһе, өләсәһе менән аралашҡанда аптырай торғайным. Мин дә унан урыҫса һөйләшергә өйрәнеп ҡалдым.
Шулай итеп, башҡорт теле беҙҙе дуҫлаштырҙы, туғанлаштырҙы, хатта тәртипкә өйрәтте, йәмғиәттә уның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Урыҫтар беҙгә: “Телегеҙ яғымлы, матур, ә йырығыҙҙың моңло булыуы тураһында һөйләп торорға ла түгел”, — тип һоҡлана ине.

Хикмәт нимәлә?

Күп телдәрҙе белеү бер кемгә лә зыян килтергәне юҡ, киреһенсә, ул кешенең аң даирәһен киңәйтә, интеллектуаль яҡтан камиллаштыра, милләттәр араһында дуҫлыҡ урын­лаштырыуға ярҙам итә. Миҙхәт Шакиров партияның беренсе секретары булып эшләгәндә ГДР-ға тәржемәсе итеп Анатолий Майоровты йөрөтә ине. Ул немец теле факультетын тамамлаған, ошо йүнәлештә диссертация яҡлаған, кафедра мөдире булып эшләй ине. Милләте — урыҫ. Башҡортса бик матур, саф, таҙа һөйләште, халыҡтың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен яҡшы белде.
Әйткәндәй, уның бер туған ағаһы Булат Майоров, юғары уҡыу йортонда башҡорт теле факультетын тамамлап, кешеләрҙе таң ҡалдырғайны. Ейәнсура районында башҡорт телендә сыҡҡан гәзиттә баш мөхәррир булып эшләне. Башҡорт теле факультетын тамамлаған, башҡорттар менән тиңдәш аралашып, һөйләшеп-йырлап йәшәгәненә ҡыуанып бөтә алманы, дуҫтары бик күп булды уның, хатта район етәкселәре лә айырым иғтибар бүлә ине уға.
“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналында баш мөхәррир булып эшләгәндә музыка-йыр уҡытыусылары конферен­цияһы үтте. Башҡортостан уҡытыусы­ларының белемен камиллаштырыу ниәтендә асылған мәғарифты үҫтереү институты директоры Рәфҡәт Абдуллин мине лә саҡырғайны. Ҡазан консервато­рия­һынан килгән лектор: “Донъяла ике моңло милләт бар: итальяндар һәм башҡорттар. Уларҙың йырҙары моңло, матур, йөрәккә үтеп инә”, — тигәйне. Әлбиттә, был башҡорт халҡы өсөн бик юғары баһа булды — уҡытыусылар һоҡланып тыңланы.
Башҡорт халҡы үҙенең интернациональ рухы менән дә айырылып тора. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында төрлө милләт вәкилдәре, төп халыҡ тирәһендә дуҫлашып, бик күп Советтар Союзы Геройҙары биргән. Бер дивизияла ла бындай һанда был юғары исем булмаған. Был бит үҙе оло ғорурлыҡ.
Әле республиканың 100 йыллыҡ юбилейына әҙерлек барғанда башҡорт теле тураһында төрлө бәхәстәр ишетелеп ҡуя. Бында, минеңсә, бер ниндәй икеләнеү булыуы мөмкин түгел, дәүләт теле хаҡында закон ҡабул ителгән икән, уны бер кем дә үҙгәртә алмай, хаҡы юҡ. Беҙ законды теүәл үтәргә бурыслы.
Башҡорт теле — дәүләт теле, ул аралашыу сараһы менән генә сикләнмәй, төрлө милләт вәкилдәрен бергә тупларға, дуҫ-туған булып йәшәүҙә ҙур роль уйнай. Мин шуға инандым: белемле һәм ғилемле башҡа милләт вәкилдәре, бигерәк тә урыҫтар, башҡорт илен, башҡорт телен белергә, уҡырға һәм уҡытырға тырышалар, сөнки ҡайҙа ғына булһалар ҙа, ошо халыҡ исеменән сығыш яһайҙар, бай мәғлүмәт бирәләр. Мин, мәҫәлән, башҡорт теле – дәүләт теленә ҡаршы һөйләүселәрҙе осратҡаным юҡ.
Бынан 20-25 йыл элек ниндәйҙер кәңәшмәлә бер ҡатын сығыш яһап, баш­ҡорт телен уҡытыуға ҡаршы сыҡҡайны. Мин, форсат табып, уның менән һөйләшеп, мәсьәләне асыҡларға булдым. Яңғыҙ йәшәгән рус ҡатыны, балалары юҡ. Рәсәй һәм рус теле тарихы буйынса һорауҙар биреп ҡараным, әммә яуап бирә алманы, сөнки шыр наҙан ине. Кемдеңдер ҡотҡоһона бирелеп, башҡорт телен уҡытыуға ҡаршы һөйләп йөрөй. Тормошта ундайҙар ҙа осрап ҡуя. Шуға инанам: күп тел белеү кешене мәҙәниәтле итә, донъяға дөрөҫ ҡараш тәрбиәләй, кешелекле һәм ярҙамсыл булырға әйҙәй.
Мин башҡорт, урыҫ, татар, мари, мордва, удмурт, сыуаш телдәре уҡытыу­сыларының конференцияларында ла ҡатнаштым, һәр береһендә танышыу кисәләрендә башҡорттоң боронғо йырҙарын йырламай ҡалмай торғайным, быға күнегеп тә бөткәйнеләр. “Сәлимйән ағайҙың йырын көтәбеҙ”, — тип әйтәләр ине. Эйе, йыр күптәрҙе осраштыра, йыр аша дуҫ-иш табыла. Хикмәт шунда, бер кемдән дә башҡорт телен өйрәнеүгә ҡаршы һүҙ ишетмәнем.
Башҡортостан — донъяла берәү, йыр-моңға үтә бай бөйөк башҡорт халҡы — донъяла берәү, Башҡортостан — төрлө милләттәрҙең дуҫ-туғанлыҡ иле. Мәктәптәрҙә уҡытыуҙы бер нисә телдә алып барыу, һәр милләттә ғорурлыҡ сифаттары тәрбиәләү бының асыҡ дәлиле булып тора.
Әммә Башҡортостан, уның төп халҡы­ның туған дәүләт теле ҡалған милләттәр­ҙән ихтирам, уны артабан үҫтереүҙә ярҙам талап итә, уларҙың киләһе яҙмышына битараф ҡалыу үҙе бер тәрбиәһеҙлек булыр ине. Илдәр дуҫлығы, телдәр дуҫлығы һәм ныҡлығы Рәсәйҙең киләсәген тәьмин иткән бөйөк көс булып тора.
Ләззәт тапһаң хеҙмәттән — башың сыҡмаҫ хөрмәттән

Халыҡ аҡылына Ф. Энгельстың “Хеҙмәт — бөтә төр байлыҡ сығанағы” тигән һүҙҙәрен дә өҫтәргә була.
Кеше тормошонда хеҙмәт мөһим урын тота. Бәлки, шуғалыр ҙа хеҙмәт тураһында бик күп әйтемдәр, мәҡәлдәр быуындан быуынға күсеп йәшәп килә. Әҙәм балаһы тыуып аяҡҡа баҫыу менән хеҙмәткә ынтыла: малайҙар бәләкәй көрәк тотоп ҡар көрәй, машина таҙарта, ҡыҙҙар ҡурсаҡ менән уйнай, баҡсала йәшелсәгә һыу ҡоя, кер йәки иҙән йыуа.
Мин дә атайға эйәреп мал ҡарарға, ат егергә, туғарырға, күмер яғырға, арҡан, дилбегә ишергә өйрәндем. 1943 йылда миңә ун йәш ине, Ғәббәс ағай менән кол­хоз алдынғыһы исеменә лайыҡ булдыҡ, һабанға ике ат, ике үгеҙ егеп норманы арттырып үтәй инек. Быға ике көслө үгеҙ “Депутат” һәм “Колчак” ярҙам итте. Шуны­һы ғәжәп, эт менән бесәй һымаҡ асыулы ике үгеҙҙе һабан дуҫлаштырып ҡуйҙы.
Һуғыш йылдары ни тиклем ауыр булмаһын, ас-яланғас йәшәһәк тә, рух байлығы, йыр-моңға ғашиҡлыҡ беҙҙе ташламаны. Бала көйөнсә эштән арып ҡайтһаҡ та, кисен мандолина тотоп йәштәрҙе бейетергә, йырлатырға сыға инем. Иртән иртүк – тағы эшкә. Ғәббәс ағай һабанды матур итеп көйләп, ҙур сыбыртҡыһын шартлатып: “Әйҙә, малҡайҙар, ауыр булһа ла тартығыҙ”, — тип әйтер ҙә, бер ҡулы менән һабанды тотоп, яланды яңғыратып йырлап ебәрер ине.
Алыҫтарҙан ғына, ай, йылтырай
Юлаусынан ҡалған бер күмер.
Йырһыҙ ҙа ғына йәшәү мөмкин түгел,
Йырлап йәшәү — үҙе бер ғүмер.
Ошо йыр күңелгә дәрт өҫтәй, йәшәргә илһам биреп ебәрә, күрәһең, хеҙмәт менән рухи байлыҡ бергә үрелеп барғанда ғына тормош ауырлығы һиҙелмәй.
Юҡҡа ғына хеҙмәт, тәрбиәнең мөһим сараһы булараҡ, мәктәп расписаниеһына индерелмәгәндер. Мин Ейәнсура райо­нының Байыш урта мәктәбендә директор булып эшләгәндә, балаларға хеҙмәт тәрбиәһе биреү, уларҙы хеҙмәткә өйрәтеү буйынса махсус директор урынбаҫары вазифаһын индерҙеләр. Мин был урынға колхозда зоотехник булып эшләп йөрөгән Марс Закировты алдым, сөнки ул, һыйыр һәм ваҡ мал аҫрауҙан тыш, тиҫтәләгән йорт ҡуяны баға торғайны. (Әйткәндәй, Марс Закиров — “Йүрүҙән” йыры тексының авторы). Мәктәп, интернат биналарына, уҡытыусылар өсөн меңәр кубометр урманда утын әҙерләй инек. Бында төп көс, әлбиттә, уҡыусылар. Балта тотоп йөрөй­ҙәр, аңламаҫтан бер-береһен йәрәхәтләр, тигән уй башҡа ла инеп сыҡманы. Кире­һенсә, хеҙмәт уларҙы яҡынайтты, дуҫлаш­тырҙы, хатта алып килгән икмәк-майҙарын, айрандарын бер-береһе менән бүлеш­теләр. Мәктәп янында емеш-еләк, йәшелсә үҫтереп ашханаға тапшырабыҙ. Хатта колхоздан ярҙамсыл хужалыҡ өсөн ер ҙә һорап алдым. Балаларҙы туҡландырыу байтаҡҡа арзаная төштө, ҡайһы бер балаларға ярҙам итеүҙән дә баш тартманыҡ.
“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналында баш мөхәррир булып эшләгәндә мәктәптәрҙә хеҙмәт тәрбиәһен ойоштороу менән ныҡ ҡыҙыҡһындым, тотош республиканы гиҙеп сыҡтым. Баймаҡ, Әлшәй, Әбйәлил, Тәтешле, Борай, Яңауыл, Ейәнсура, Кушнаренко, Күгәрсен, Мәләүез, Илеш, Баҡалы, Дүртөйлө райондарында уҡыусыларҙың производство бригадала­рының, хеҙмәт һәм ял лагерҙарының эштәрен күреп, һоҡланып ҡайта инем. Ҡала мәктәптәрендә заводтарҙың һорауы буйынса хеҙмәт ойошторола торғайны. Ҡайһы бер уҡыусылар профтехучили­щеларҙа һөнәр алып туранан-тура шул заводҡа эшкә урынлаша ине. Балалар кәрәкле шөғөлгә өйрәнеп, күп осраҡта ғүмерлек һөнәр алып, яңы тормоштарын башлап ебәрҙе.
Һыналған, мөһим тәрбиә сараһы булып торған хеҙмәтте расписаниенан һыҙып ырғытыу кемдең башына килгәндер инде? Һис аңлап булмай. Әгәр ул ысын педагог булһа, хеҙмәт тураһында тарихи материалдар менән танышһа, ата-әсәләрҙең, педагогик коллективтарҙың уй-фекерҙәре менән уртаҡлашһа, кешелек тормошонда хеҙмәттең мөһимлегенә күҙ һалһа, ошондай яңылыш юлды һайламаҫ ине, моғайын.
Хәҙер бит емеш-еләк, йәшелсә үҫтереү генә түгел, уҡыусылар үҙҙәре уҡыған мәктәп бинаһы янында сәскә үҫтереү өсөн дә ата-әсәһенең ризалығы менән директорға ҡағыҙ алып килергә мәжбүр. Тимәк, балалар уҡыған иң изге йорт – мәктәп сәскәләргә күмелеп, матур булып ултырырға тейеш түгел.
Әлбиттә, мәктәптә мәғарифтағы матур традициялар бөгөн дә дауам итә. 1997 йылда Әлшәй районында мәғариф буйынса ҙур кәңәшмә үткәйне. Унда район-ҡалаларҙың етәкселәре һәм урынбаҫар­ҙары, мәғариф бүлеге мөдирҙәре, ди­ректорҙар, Хөкүмәт етәкселәре ҡатнашты. Әҙерлек ваҡытында мәғариф бүлеге етәксеһе Закуан Әхмәтов менән тотош районды урап сыҡтыҡ. Һәр колхоз рәйесе һәм мәктәп директоры әҙерлек барышы хаҡында уға отчет бирҙе. Район башлығы Фәнил Вилданов мәғариф бүлеге мөдире­нә уның исеменән белешергә һәм етеш­һеҙ­лектәрҙе бөтөрөү сараһын күрергә күрһәтмә биргәйне.
Килгән ҡунаҡтар күп мәктәптәрҙә булды, хеҙмәт тәрбиәһенең торошо менән танышты, педагогик коллективтар менән фекер уртаҡлашты, уҡыусыларҙы туҡ­ланды­рыу тураһында һорашты. Кәңәш­мәнән һуң вәкилдәр оло ҡәнәғәтлек менән таралды. Шуныһы ҡыуаныслы, ошо традиция Әлшәй районында бөгөн дә дауам итә. Мәғариф бүлеге етәксеһе Айҙар Солтанғолов был эшкә ҙур иғтибар бирә. Ошондай ыңғай тәжрибәле райондар, мәктәптәр республикала байтаҡ. Уларға рәхмәт һүҙҙәре еткерге килә.
Мәктәп элек-электән тәрбиә үҙәге булды, һәм ул шулай булып ҡалһын ине. Хеҙмәт ил байлығын арттырыуҙа мөһим роль уйнай. Хеҙмәт кешенең интеллектуаль сифатын яҡшырта, уны данға һәм хөрмәктә күмә. Шуға күрә мәктәптә, мәғариф системаһында хеҙмәтте бөгөнгө көн талаптарынан сығып ойоштороу көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала. Тормош тәжрибәһе шуны иҫбатлай: ниндәй генә йәмғиәт булмаһын, ул хеҙмәтһеҙ, уның емештәрен күрмәй йәшәй алмай. Кешегә бала саҡтан хеҙмәт тәрбиәһе биреү, хеҙмәткә өйрәтеү педагогик коллективтарҙың, мәғариф етәкселәренең, мәктәп директорҙарының мөһим бурысы булып ҡала, тип иҫәпләйем.

Уҡытыусы — иң изге һөнәр

Ҡайһы бер уҡыу йорттарына инер алдынан документтарҙы полицейский тикшерә лә үтергә рөхсәт бирә. Бер көн телевизорҙан кемдер: “Полицейскийҙы һәр класҡа ҡуйырға кәрәк”, — тигән тәҡдим яһаны. Минең, мәғариф ветеранының, йөрәге тертләп китте. Мәктәптә бит төп фигура —уҡытыусы. Уҡытыусы эшләгән ерҙә, минеңсә, полицейскийҙың бер генә лә кәрәге юҡ. Уҡытыусы балаға белем биреп кенә ҡалмай, уны тәрбиәләй, оло тормош юлына алып сығырға әҙерләй. Шуға күрә уҡытыусы уҡыусыһының иң яҡын кешеһенә әйләнеп китә, улар бер-береһе менән фекер алыша, бала уҡытыусыһына йәшермәй эс серен, уй-хыялдарын да һөйләп ҡуя. Бындай асыҡлыҡ баланың ата-әсәһенә лә тәтемәй.
Минең атайым, оло булыуына ҡара­маҫтан, йәш кенә мөғәллим (уҡытыусыны шулай атап йөрөтә торғайны) менән оло ихтирам йөҙөнән үҙен түбәнәйтеп һөй­ләште, уҡытыусыны ифрат яҡын күрә ине.
Ауылда бер ағай ҡунаҡҡа ҡайтһа, иң башта уҡытыусыһына йүгерер ине, тәүге күстәнәсте һәм бүләкте уға тапшырыр, күңелен тынысландырыр ине.
Уҡытыусыға ҡарата ошондай йылы ҡараш, уны ихтирам итеү һәм баһаһын күтәреү миңә ошо иң изге профессияны ғүмерлеккә һайларға этәргес булып торған­дыр, тотош ғүмеремде мәғарифҡа бағыш­лауҙың төп сәбәбе ошонан килгән­дер. 20 йәшемдә Абҙан урта мәктәбен тамамлағас, уҡытыусы булып эшләп ките­үем­дең инеше булғандыр (ауыр һуғыш йылдары һәм унан һуңғы еңел булмаған ваҡыттар минең яҙмышыма ла тәьҫирһеҙ ҡалманы).
Ейәнсура районының Байыш урта мәктәбендә директор булып эшләгәндә ҡайһы бер уҡытыусылар Хәмзә исемле егеттең тәртибенә зарлана ине. Түҙмәнем, хәлде асыҡлар өсөн Хәмзәне директор кабинетына саҡырҙым. Уның тормош хәле, йәшәүе, өйөндәге шарттар менән таныштым. Рөхсәт һорап инде лә: “Беләм, ағай, мине әрләргә саҡырғанһығыҙҙыр инде (беҙҙә уҡытыусыға йәки директорға апай, ағай тип өндәшәләр). Минең дә, ҡалғандар кеүек, уйнағым, шаярғым килеп китә”, — тип эс серен йәшермәй һөйләп бирҙе. Мин уның алсаҡ, шундай изге йөҙөнә ҡараным да: “Хәмзә, мин һине әрләргә түгел, рәхмәт әйтергә саҡырҙым. Беләм, өйҙә әсәйең дә, һеңлең дә һиңә ҡарап тора. Тотош йорт эшен алып барырға ла, уҡырға ла өлгөрәһең, маладис”, — тинем. Уның күҙҙәренән йәш бәреп сыҡты. Ысынлап та, ул урмандан утын ҡырҡып алып ҡайта, турай, яра, бесән-һалам ташый, малдарҙы ҡарай. Уйнарға ваҡыты ла ҡалмай. Тормоштоң әсе-сөсөһөн татып үҫте. “Балалар һине ихтирам итә, Хәмзә, ышаныс менән ҡарай. Саҡырыуымдың сәбәбе шул: һин ойоштороу өлкәһендә директорҙың иң яҡын ярҙамсыһы булыр­һың, тип ышанам. Волейбол уйнауҙы ла һин хәстәрләйһең, уға мине лә саҡыр. Армияла, студент йылдарында бер аҙ уйнай торғайным. Спорт костюмым да бында. Тик мин һиңә ҡаршы уйнамаясаҡмын, һин бит көслө волейболсы”, — тинем. Ошонан һуң күп кенә ойоштороу хәстәрле­ген ул үҙ өҫтөнә алды. Уҡытыусылар ҙа аптырап ҡалды: “Был Хәмзәгә ни булды, холҡо яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе лә ҡуйҙы”, — тинеләр. Ауылға ҡайтҡан һайын уның хәлен белешеп, һорашып торҙом. Тик артабанғы уҡыуын дауам итеүҙә хәстәрлек күрә алмауымда үҙемде ғәйепле һанаған­дай булам. Әлбиттә, директор сағымда “Всеобуч” фондынан ярҙам иткеләнем, ләкин етерлек түгел ине. Әле ул яҡты донъяла юҡ, йәшләй генә донъя ҡуйҙы. Әммә уның яҡты йөҙө, донъяға ҡарашы бөгөн дә күҙ алдымда тора.
Был миҫалды ни өсөн килтерҙем, сөнки ихлас күңелле, саф намыҫлы уҡытыусы бар ерҙә полицейскийҙың һис кәрәге юҡ. Мәктәптә уҡытыусы – төп кеше, ул балаға белем биреп кенә ҡалмай, матур тәрбиә­ләп оло юлға, тормош һуҡмағына сығырға әҙерләй.
Әле телевизорҙан уҡытыусыны йәбер­ләп, йөҙөн йыртып ҡуйыуҙарын, хатта уҡыусыларҙың үҙ уҡытыусыһын типкеләп, туҡмауын да күрһәтәләр. Бының менән уҡы­тыусының быуаттар буйы иң изге һө­нәр эйәһе булыуын шик аҫтына ҡуялар. Бөйөк аҡыл эйәһе Мостай Кәрим: “Уҡы­тыусы изге йөрәкле һөнәр эйәһе булды һәм шулай булып ҡаласаҡ”, — ти торғайны.
Ауыр һуғыш йылдары — аслыҡ, яланғаслыҡ. Әммә уҡытыусы, ас булыуына ҡарамаҫтан, көн дә иртән мәктәпкә килә, дәрестәр бирә. Беҙгә сәсте алдырып, тырнаҡтарҙы ҡырҡып, йыуынып, өҫ-башты ҡарап, ололарҙы ихтирам итеп, уларға ярҙам күрһәтеп йәшәргә саҡыра торғайны. Шул мәлдәргә 75 йыл ваҡыт үткән, әммә был изге һүҙҙәр һаман да ҡолаҡта сыңлап, йәшлекте иҫкә төшөрөп тора.
Бөгөн бигерәк тә уҡытыусыға үҙ абруйын йөрөтөргә, бөйөк исемде лайыҡлы тормошҡа ашырырға һәр яҡлап ярҙам итергә кәрәк. Был тотош йәмғиәтебеҙ бурысы, тип иҫәпләйем.

Сәлимйән ҒҮМӘРОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.


Вернуться назад