Уңайлы майҙансыҡ06.10.2017
Тел сәйәсәтен торомошҡа ашырыуҙы күҙәтеү буйынса Йәмәғәт палатаһы һәм Халыҡтар дуҫлығы йортоноң эшсе төркөмө түңәрәк өҫтәл үткәрҙе.
Эшсе төркөмдөң етәксеһе ғалимә Ғәлиә Мөхәмәтйәнова телдәр тураһындағы закондар тураһында һөйләне.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Римма Үтәшева ғаилә усағы, ут күршеләр кеүек ҡанатлы һүҙҙәр менән телмәрен тамамланы.
Башҡорт дәүләт университетының филология факультеты деканы Альмира Ямалетдинова рус телен уҡытыу буйынса сығыш яһаны.
“Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге рәйесе Рәйсә Күзбәкова белем усаҡтарында туған телдә уҡытыу торошо тураһында бәйән итһә, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм бүтән туған тел һәм әҙәбиәттәр кафедраһы мөдире Зәкиә Ғәбитова уҡытыусыларҙың белем камиллаштырыу мәсьәләһенә туҡталды.
Дөйөмләштереп әйткәндә, тел тураһындағы һөйләшеү власть менән диалог өсөн уңайлы майҙансыҡ булды.


Вернуться назад