Башҡортостан_Республикаһының_ матбуғат_архивынан04.10.2017
Нефтле район үҙәге

1932 йылдың 16 июнендә 14 сәғәттә Смаҡай ауылы янында 708-се номерлы буровой скважина стройға баҫты. Был элекке ҡылғанлы ялан уртаһына ғорур рәүештә ҡалҡып сыҡҡан беренсе буровой ине. Ошо ваҡыттан алып Ишембайға, ҡайсандыр малдар көтөүе генә йөрөгән яланға, тиҫтәләрсә, йөҙҙәрсә колхозниктар килделәр. Билдә­ле, ул сағында ваҡытлыса төҙөл­гән берәм-һәрәм таҡта барак­тарҙан башҡа бер нәмә лә юҡ ине әле. Вербовать итеп килте­релгән яңы эшселәргә ямғырға ла, дауылға ла ҡарамаҫтан күбеһенә палаткаларҙа, землян­каларҙа йәшәргә тура килде.
Яланда, тау битләүҙәрендә бер-бер артлы нефть вышкалары күтәрелә барҙы. Шул уҡ 1932 йылдың 17 июлендә 702 номерлы буровой скважинала нефть үргә күтәрелеп скважинаның ситенән аша аҡрынлап ситкә йәйелде. 18 июлдә иртән 10 сәғәттә торбаны һәм тәрән насосты түбән төшөргән ваҡытта скважинанан нефть фонтан булып урғылып сыҡты. Был ҡеүәтле нефть фонтаны ярты сәғәт буйына дауам итте. Ошо ваҡыт эсендә 25 тонна нефттең фонтан булып атылып сыҡҡанлығы беленде.
Нефть промыслаһының үҫеү базаһында Ишембай эшселәр поселкаһы төҙөлә башланы һәм ул тиҙҙән нефт­ле райондың үҙәгенә әүерелә барҙы.
Сталинсы ике биш йыллыҡтар эсендә ике бик эре нефть промыслалары төҙөлдө. Әле күптән түгел генә унда 3-сө промысла функционировать итә башланы. Хәҙерге ваҡытта унда нефть ҡыуыу заводы, нефтепровод һәм үҙәк электростанция эшләй. Бынан башҡа күп кенә булышсы предприятиеләр: ағас әйберҙәр комбинаты, ағас заводы, механик мастерскойҙар, автотрактор базаһы һ.б. төҙөлдөләр.
Нефть промыслаларының эшселәренә, инженер-техник работниктарына торлаҡ һәм быт шарттары тыуҙырыуға бик ҙур иғтибар бирелде. Мәҫәлән, промысланың тик бер коммуналь контораһы тарафынан ғына 1932 йылдан бирле 442 торлаҡ йорто төҙөлгән. Был 42 мең 27 квадрат метр торлаҡ майҙанын тәшкил итә тигән һүҙ. Шул уҡ ваҡыт эсендә торлаҡ төҙөлөштәренә генә 10 миллион 665 мең һум аҡса тотолған.
Ишембай поселкаһы халыҡ һаны яғынан да байтаҡҡа үҫте. Мәҫәлән, 1933 йылда бөтәһе 10.000 кеше иҫәпләнһә, хәҙер унда 25 мең самаһы кеше йәшәй. Шулай, Ишембай поселкаһы нефтле райондың достоин үҙәгенә әүерелә бара.

Өфө — Ишембай

Промысланың ойошторолоуының тәүге йылдарында уҡ Өфө — Ишембай тимер юл магистрален төҙөү бурысы торҙо. Ул сағында әле Ишембай менән Стәрлетамаҡ араһында ла регуляр пассажир хәрәкәте юҡ ине. Күп кенә эшселәрҙең һәм хеҙмәткәрҙәрҙең семьяларына Стәрлетамаҡта йәшәргә тура килде. Тимәк, эшселәр ҡалаға, семьялары янына йәки мунсаға барыу өсөн транспорт ҡыйынлыҡтарына осорайҙар ине.
1933 йылда Өфө — Ишембай тимер юлы ходҡа ебәреү поселканың үҫешен тиҙләтеүҙә баһалап бөтөрә алмаҫлыҡ әһәмиәт тотҡанлығы һәр кемгә билдәле. Элек ағас арба ғына йөрөгән урындарҙа, хәҙер инде Ишембай нефтен төйәгән тиҫтәләрсә вагондар, ҡеүәтле паровоздар өҙлөкһөҙ йөрөп торалар.
(“Ҡыҙыл Башҡортостан”, 1939 йыл, 23 ноябрь).

Башҡорттарҙан беренсе
география ғалиме


Башҡорт халҡының тоғро улы, география фәне буйынса аспирант Хәлил Тахаев Ватан һуғышы баш­ланғанға тиклем оҙаҡ йылдар буйына, республикабыҙҙың эконом-географияһын өйрәнеү өлкәһендә эшләне. Үҙенең был ҙур һәм әһәмиәтле эше һөҙөмтәһе итеп ул диссертация яҡларға әҙерләнгәйне. Немец илбаҫарҙары беҙҙең илгә ҡаршы һуғыш башлағас, иптәш Тахаев фронтҡа китте һәм уның ғилми эше туҡталып торҙо. Бары тик уҙған йылда ғына иптәш Тахаев Совет Армияһы сафынан демобилизацияланып ҡайтты һәм СССР Фәндәр Академияһының география институтында үҙенең эшен дауам иттерергә мөмкинлек алды.
Иптәш Тахаев Башҡортостан географияһын өйрәнеү буйынса үҙенең эшен илебеҙҙең күренекле географы, Сталин премияһы лауреаты Н. Н. Колосовский етәкселегендә алып барҙы һәм тәүге аҙымдарҙа уҡ үҙен достоин географ итеп күрһәтте.
Бынан бер ай элек кенә иптәш Тахаев Мәскәүҙә “Башҡортостандың таулы-промышленность көнсығышы” тигән темаға диссертация яҡланы.
Иптәш Тахаевтың был диссертацияһын Мәскәүҙең география ғалимдәре яҡшы тип таптылар һәм айырым китап итеп баҫып сығарырға тәҡдим иттеләр. Иптәш Тахаевтың хеҙмәте ул өйрәнгән районға эконом-географик характеристика бирә һәм халыҡ хужалығын артабан үҫтереүгә ярҙам итә. Диссертацияла күрһәтелгән район майҙаны Башҡортостан территорияһының 34 процентын тәшкил итә.
Был таулы-урманлы райондың тәбиғи байлыҡтары бик ҙур. Әлегәсә ныҡлап тикшерелмәгән Зигаза-Комароволағы тимер рудаларының запасы ғына бер нисә йөҙ миллион тонна иҫәпләнә. Бында баҡыр, цинк, алтын, көмөш һәм башҡа рудаларҙың бай запасы бар. Быяла промышленносе өсөн файҙалана торған төрлө ҡомдар, һирәк осрай торған балсыҡтар һәм промышленность өсөн кәрәкле буяуҙар ҙур әһәмиәткә эйә булып торалар. Был территорияла ауыл хужалығы өсөн файҙаланырлыҡ ерҙәрҙең күләме бер миллион гектарға етә. Туҡлыҡлы үлән аҙыҡтарына бай туғайҙар малсылыҡты үҫтерергә мөмкинлек бирәләр.
Иптәш Тахаев Башҡортостандың көнсығыш райондарын ныҡлап өйрәнгән. Был хеҙмәткә теркәлгән өҫтәмә иллюстрация материалдарынан (диссертацияла файҙалынылған әҙәби китаптарҙың тулы исемлеге, фотолар, диаграммалар) бик яҡшы альбом төҙөлгән.
Иптәш Тахаевтың был хеҙмәте, бөтәһенән дә элек, практик маҡсаттарға – Сталинсе дүртенсе биш йыллыҡ проблемаларын хәл итеүҙә әһәмиәтле. Башҡортостандың таулы-урманлы көнсығыш райондары һуңғы ваҡыттарға тиклем бик аҙ өйрәнелгәйнеләр. Иптәш Тахаев үҙенең был хеҙмәте менән Башҡортостандың тәбиғи ресурстарын файҙаланыу мөмкинлектәрен асыҡлап күрһәтте.
Ошо диссертацияны уңышлы яҡлағандан һуң иптәш Х. Тахаевҡа география фәндәре кандидаты исеме бирелде.
Хәҙер иптәш Тахаев бөтә Башҡортостандың эконом-географияһын кәүҙәләндергән ҙур монография өҫтөндә эшләй һәм уны Бөйөк Октябрь революцияһының ХХХ йыллыҡ байрамына тамамлау өсөн тырыша.

П. ИЩЕРИКО,
Башҡортостандың М. Ғафури исемендәге Тел, әҙәбиәт һәм тарих институтының
ғилми сотруднигы.
(“Ҡыҙыл Башҡортостан”, 1947 йыл, 23 апрель).

Баҫмаға БР Китап палатаһы әҙерләне.

___________________________
Шул дәүерҙә гәзиттә ҡулланылған тел-стиль,
орфография үҙенсәлектәре һаҡланды.


Вернуться назад