Хөрмәтулла ҮТӘШЕВ, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, республикабыҙҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе вазифаһын башҡарыусы:– Башҡорт телен уҡытыу буйынса төрлө фекерҙәр ишетелә, нимә генә һөйләмәйҙәр. Кемдер быны сетерекле хәл килеп тыуыу менән дә бәйләй. Башҡорт телен дәүләт һәм туған тел булараҡ уҡытыуҙа ата-әсәләр ғариза яҙырға тейеш. Шул турала асыҡтан-асыҡ белдерәм, ғариза яҙыуҙан һис кенә лә ҡурҡырға ярамай, был – гражданлыҡ позициябыҙ. Беҙгә бындай хоҡуҡ бирелгән икән, ниңә уны үтәүҙән баш тартырға тейеш әле. Улай ғына ла түгел, тарихыбыҙ, милләтебеҙ, ата-бабаларыбыҙ, хатта ки рухыбыҙ алдында яуаплылыҡ ул.
Әйткәндәй, һәр ғариза үҙенә күрә статистика, күпме булыуыбыҙ күрһәткесе.
Башҡортостанда ғүмер итәбеҙ. Башҡорт телен өйрәнәйек, бигерәк тә балаларыбыҙ һәм ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә тәрәндән өйрәтәйек.