Терелткән дә, үлтергән дә...29.08.2017
Терелткән дә, үлтергән дә...
Терелткән дә, үлтергән дә...Һүҙҙең оло көскә эйә булыуы һәр беребеҙгә мәғлүм. Доға-имләүҙәрҙең кеше күңелен дауалауы, ә яман һүҙҙең, киреһенсә, сиргә дусар итеүе хаҡында ла ишеткәнебеҙ бар. Нимә ул һүҙ? Яҡшы йәки яман һүҙ...
Халыҡта һүҙ һәм уның көсө хаҡында күп әйтелгән. Мәҫәлән, әйткән һүҙ – атҡан уҡ; яҡшы һүҙ – йән аҙығы, яман һүҙ – баш ҡаҙығы; көн яманы бөтөр, тел яманы бөтмәҫ; терелткән дә – тел, үлтергән дә – тел... Ошонан сығып һүҙҙең яҡшы һәм яман асылы тураһында фекер йөрөтәбеҙ. Һүҙ – ул көс, әйткән кешенең күңел торошона һәм тыңлаусының уны нисек ҡабул итеүенә бәйле, кешегә тәьҫир итә алырлыҡ ыңғай йәки кире йоғонтоға эйә. Ә беҙ үҙебеҙ ниндәй һүҙҙәр тәьҫирендә?

Бөгөн йәмһеҙ һүҙҙәр йәмғиәтебеҙҙә ғәҙәти ҡабул ителгән кеүек. Урамда, ғаиләлә, хатта мәктәптәрҙә ауыҙыңды асып яман һүҙ ысҡындырыу бер ни түгел. Ғәжәп, әммә шулай, бының мөмкин түгеллегенә бөгөн килеп үҙем дә инанам. Бынан биш-алты йыл элек әхирәтемдең беренсе тапҡыр һүгенеү һүҙҙәрен ишетеп илағанын һәм унан ары үҙенең бер тапҡыр ҙа һүгенмәҫкә һәм ошо “ауырыу”ға ҡаршы яҡшы юлда көрәшергә һүҙ биргәне хәтеремдә. Эйе, ул һүгенеүҙе ҡабул итмәй, ғаиләләрендә лә бындай йәмһеҙлеккә юл ҡуйылмаған. Һүгенеү уның өсөн ғәҙәти түгел. Тик ниңә беҙҙең йәмғиәт өсөн “ауырыу” күренеш ғәҙәти булырға тейеш һуң? Һәм ниңә беҙ кемдеңдер асыулы һүҙҙәренең ҡорбаны булырға йәки урамда һәр аҙым һайын йәмһеҙ һүҙҙәр ҡушып һөйләргә ғәҙәтләнгән кешеләрҙең “матур” телмәрен ишетергә мәжбүрбеҙ... Әйҙәгеҙ, беҙҙең заман йәмғиәте өсөн ғәҙәти “формат” булған йәмһеҙ һүҙҙәрҙең асылына төшөнөп ҡарайыҡ.
Аңлатмалы һүҙлектәрҙә һүгенеү йәки һүгеү – тел өсөн норматив булмаған лексика. Дини яҙмаларҙа һүгенеү шайтан ҡотҡоһона бирелеү менән аңлатыла. Хатта аңғармаҫтан йәмһеҙ һүҙҙәрҙе әйткәндә лә кеше үҙ янына яман көстәрҙе саҡыра, тип аңлатҡан боронғолар. Ауырыуға һабышҡандың хәлен яман һүҙ көсөнән тип ҡарағандар. Ир-егеттәр менән бергә бигерәк тә йәштәр, гүзәл заттар ауыҙынан сыҡҡан яман һүҙҙәр уйландыра. Ниндәй енестән булыуына ҡарамаҫтан, яман һүҙ кешенең күңел матурлығын, ошоноң менән бергә тел матурлығын кәметә.
Нисек кенә булмаһын, һүгенеү – бик борондан һәм бөгөнгәсә аң һәм күңел менән ҡабул итмәгән кире төшөнсә. Ә кеше күңелендә бындай ҡаралыҡтың яралыуы буштан ғына түгел, йә ул йыйып килгән ауырлығын шулай сығара – асыулана, ә асыу – кеше йөрәгендәге хасил булған асы ыу, йәғни ағыу. Боронғоларҙың ауырыу хәлен ауыҙҙан, күңелдән сыҡҡан ағыу менән бәйләүҙәре лә буштан ғына түгелдер.
Яман һүҙ – емергес ҡеүәткә эйә көс, тирә-йүндәгеләргә лә, һүҙҙе әйткән кешенең үҙенә лә кире тәьҫир итә. Әммә быны ғәҙәти тип ҡабул иткән заманда, беҙ күңелдең нескә тойомлауҙарын һиҙмәйбеҙ һәм был йән кимәлендәге емергес көскә иғтибар биреп бармайбыҙ, ти ғалимдар.
Биология фәндәре докторы, медицина һәм техник фәндәр академигы Петр Гәрәев билдәләүенсә, хромосомаларҙа кеше организмын формалаштырыу өсөн талап ителгән бөтә мәғлүмәттәр тупланған. Төрлө тәжрибәләр яһау һөҙөмтәһендә ғалим һәр йәнле организмдың генетик аппараты, тышҡы тәьҫирҙәргә берҙәй үк иғтибар биреп, гендарҙағы үҙгәрештәргә килтергәнлеген билдәләй.
Кеше организмының 75 проценты һыуҙан тора. Тышҡы мөхиттән килгән тауыш, яҡшы һәм яман һүҙҙәр һыу молекулаларын бер сылбырға теҙеп, уның төҙөлөшөн һәм үҙенсәлектәрен, генетик кодын үҙгәртә ала, тип билдәләй ғалим. Һүгенеү һүҙҙәрен йыш ҡулланған осраҡта гендар төрлө үҙгәреш кисерә, әйткән кешенең үҙенә һәм ишеткән кешегә кире йоғонто яһай. Ә яман һүҙҙәр организмдың гендары менән уның быуынына тапшырыла. Гендарҙың үҙгәреүе организмдың тиҙ ҡартайыуына, төрлө ауырыуҙарға килтерә. Һәм, киреһенсә, ыңғай уйҙарҙан һәм һүҙҙәрҙән мәғлүмәтте еңел ҡабул итеү һәләтенә эйә һыуҙан торған кеше организмы һауығырға һәләтле.
Биология фәндәре докторы, һүҙ һәм кеше аңы буйынса фәнни эҙләнеүҙәр үткәргән ғалим Иван Белявский кешенең энергетик көскә эйә булыуы һәм уның һәр бер һүҙенең энергетик заряд булыуын иҫбатлай. Әгәр ҙә кешеләр шартлаған бомба тулҡыны кеүек бик ҙур кире зарядҡа эйә яман һүҙ көсөнөң күҙгә күренмәҫ ағымы барлығын белһә, бер ҡасан да һүгенмәҫ ине, ти ғалим. Был тағы ла бер тапҡыр боронғоларҙың терелткән йәки үлтергән тел хаҡында әйткән аҡылын раҫлай.
Һүгенеү һүҙҙәренә бәйле ғалимдар тағы бер үҙенсәлекле тикшереү үткәргән. Енси ағзалар менән бәйле һүгенеү һүҙҙәре булмаған халыҡтарҙың телдәрендә ДЦП һәм Даун ауырыуы менән тыуған балалар һирәк осрай икән. Һәм бөгөн төрлө тән ағзаларына бәйле ир-егеттәргә һәм ҡатын-ҡыҙҙарға хас ауырыуҙарҙың күплеген нисек аңлатырға? Төрлө психологик факторҙарҙың кешенең тән ауырыуҙарына бәйле булыуын өйрәнгән психосоматика фәнендәге ошо дәлилдәрҙең булыуы ла уйға һала. Йәмғиәттәге беҙ күрмәгән кире көстәр ҡуласаһы әйләнә кеүек. Кемдер һиңә асыуын сығара, һин икенсе берәүгә ҡысҡыраһың... Бигерәк тә йәштәр араһында кемдер һүҙҙең айышына ла төшөнмәйенсә һүгенә һәм һин дә, уны элеп алып, үҙ телмәреңдә ҡулланырға ғәҙәт итәһең. Әлбиттә, тормош булғас, тыштан килгән һәр төрлө кире мәғлүмәтте үткәрә белергә, ҡабул итеп, кире сығарырға өйрәнергә кәрәктер. Әммә уйлап ҡараһаң, был “лингвистик бомба”ны кире ҡағыу өсөн дә күпме көс талап ителә.
Бөгөн йәмәғәт урындарында һүгенгән өсөн, Административ кодекстың “Ваҡ хулиганлыҡ” буйынса 20.1-се статья­һына ярашлы, штраф йәки 15 тәүлеккә иректән мәхрүм итеү ҡаралған. Үтәләме илдә был закон? Бәлки. Әгәр ҙә тулыһынса үтәлһә, күҙ алдына килтереү – сәйер күренеш.
Әммә был бер ҙә генә эске көсөргәнеште, үҙ-ара конфликтты хәл итергә ярҙам итмәй. Норматив булмаған лексика кеше шәхесен түбәнһетә, рәнйетә, әммә был һүҙҙәрҙе ҡулланыу – аңһыҙлыҡтың, йәмғиәт “ауырыуының” бер өлөшө булыуҙан туҡтамай.
Һүгенеү – ул тел ярҙамында эстәге кире энергияны сығарыу алымы, тигән аңлатмаларҙы ла ишетергә мөмкин. Шулай ҙа тел – ул йәмғиәт һәм кешелек ҡиммәттәрен сағылдырған һәм ошо системаға тәьҫир иткән, кешенең ҡарашын, холоҡ-сифаттарын билдәләгән күрһәткес. Кеше һүгенә икән, тимәк, ул ниндәйҙер кире тышҡы тәьҫирҙәр һөҙөмтәһендә үҙ организмында үҙгәрештәр кисерә һәм уны үҙенсә ошо һүҙҙәр ярҙамында сығара. Сығармау мөмкин дә түгел, сөнки тыштан ҡабул ителгәндәр сығырға тейеш. Кеше ағас кеүек, ә ағас тамырҙары менән ерҙән һут ала, ҡояш нурҙарын, ямғыр тамсыларын ҡабул итә, япраҡтары ярҙамында кислород бүлеп сығара. Тәбиғәттә бөтә нәмә гармонияла, тик кеше тормошонда был тәртип боҙолған... Был “ауырыу” хәлдән сығыуҙың икенсе юлдарын эҙләргә кәрәктер, моғайын. Яҡшы һүҙ әйт йәки өндәшмә, тиелә хәҙистә лә. Ә уйлап ҡараһаң, ниндәй матур ул тынлыҡ. Тынысландыра һәм яҡтылыҡ илтә... Асыу һәм яман һүҙҙән – яман юлдан аялап, үҙ-үҙеңде аңларға ярҙам итә...
Йыуынты һыу тултырылған биҙрәһен иҙән уртаһына түгеүсене бер кем ҡабул итмәҫ, әммә һүгенгән кеше – ғәҙәти күренеш. Электән килгән тәртип буйынса яман һүҙ өсөн балаларҙың һабаҡтарын уҡытырға тартынмайбыҙ, ә оло кешене бер кем дә тыймай. Уларҙан ишеткән һүҙҙәрҙе балалар ҙа тиҙ отоп алырға әүәҫ, ә бит донъя ҡуласа. Ошонда йәмғиәтебеҙҙәге йәмһеҙ күренештәрҙең барлығында үҙебеҙҙең дә ҡатнашлығыбыҙ бар икәнен онотабыҙ. Һүҙ һайын һүгенеп аралашҡан бөгөнгө йәштәр нормаль күренеш түгел. Бәлки, яңы заман форматылыр?.. Тәрбиә һөҙөмтәһеме, модамы... Ауырыу, психик сирҙер, бәлки. Кәрәкме ул беҙгә?! Үҙебеҙҙең килер быуынды ниндәй итеп күрергә һәм ниндәй йәмғиәттә йәшәргә теләйбеҙ – быныһы инде һәр кем өсөн һайларға хоҡуғы булған асыҡ һорау.

Статистик мәғлүмәттәр

Бөтә Рәсәй йәмғиәт фекерен өйрәнеү үҙәге үткәргән һорау алыуҙар һөҙөмтәһендә шул асыҡланған:

=Яуап биреүселәрҙең 61 проценты көндәлек тормошта норматив булмаған лексика ҡуллана.
=Шулай ҙа цензураһыҙ һүҙҙәрҙең ҡулланылыуы Рәсәйҙә йәшәүселәрҙең яртыһы тарафынан ҡабул ителмәй.
=Һорау алыуҙа ҡатнашыусыларҙың дүрттән бер өлөшө йәмғиәттәге был сетерекле мәсьәләгә оло хәүеф менән ҡарауҙарын йәшермәй.
=78 проценты был “ауырыу”ға ҡаршы маҡсатлы рәүештә көрәшеү яҡлы.
=Ҡалған кешеләрҙең 11 проценты быны кәрәк тип тапмай.

Яуап биреүселәрҙең яртыһы тиерлек, күберәген оло йәштәрҙәгеләр, был ауырыуға ҡаршы мөмкин булған бөтә сараларҙы ҡулланып көрәшергә кәрәк тип бара. Тик бер кем дә эште үҙенән башлау кәрәклеген инҡар итмәй. Йәмғиәттең бындай “ауырыу” хәле ауыл-ҡалалар өсөн дә берҙәй таныш күренеш. Сәбәбе нимәлә һуң? Совет заманында динде тамырынан юҡ итергә тырышыуҙың ауыр эҙемтәләре, тип аңлата социологтар. Хатта йәшәү кимәле, мәҙәни мөхит тә тел камиллығын булдырыуға ярҙам итмәй, сөнки һәр әртис, һәр сәйәсмән шул уҡ һүгенеү һүҙҙәрен ҡуллана. Филологтар иҫәпләүенсә, формалашҡан телле быуынды киренән үҙгәртеп булмай, беҙҙең бурыс үҫеп килгән балаларҙы тәрбиәләү, һәм быға ғаиләлә, мәктәптә, балалар баҡсаһында уҡ маҡсатлы һәм ныҡлы иғтибар бирелергә тейештер, моғайын.


Вернуться назад