Туған телдәр – илебеҙ халыҡтарының ҡаҙанышы16.08.2017
Туған телдәр – илебеҙ халыҡтарының ҡаҙанышы Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Римма Үтәшеваның һүҙҙәренә ҡарағанда, туған телдәрҙе уҡытҡанда, беренсенән, дәресте ҡыҙыҡлы итеп үткәреүгә, икенсенән, сифатҡа иғтибарҙы арттырыу зарур.

– Туған телдәрҙе өйрәнеү программаһы булырға тейеш, – тине депутат. – Бөтә Рәсәйгә таралған берҙәм стандарт бар. Йошкар-Ола ҡалаһында милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса Совет ултырышында Владимир Путин, туған телдәр – илебеҙ халыҡтарының ҡаҙанышы һәм уларға ҡарата һаҡсыл ҡараш талап ителә, тип асыҡ әйтте. Улай ғына ла түгел, Рәсәй Федерацияһының Конституцияһы һәм закондары тулы күләмдә һәм бер ниндәй сикләүһеҙ туған телдәрҙе өйрәнеүгә хоҡуҡ бирә.
Римма Әмир ҡыҙы туған телдәрҙе өйрәнеү буйынса “түңәрәк өҫтәл” барышында билдәләүенсә, программаға килгәндә, уны сифатлы һәм ҡыҙыҡһын­дырырлыҡ итеп төҙөргә кәрәк, ә бына дәреслектәргә ҡытлыҡ, ысынлап та, бар.
Хәйер, республикабыҙҙа туған телдәрҙе уҡытыу мәсьәләләренә арналған төрлө кәңәшмәләр даими үтә.


Вернуться назад