Телде өйрәнгең килһә…11.08.2017
Телде өйрәнгең килһә…Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусылары башҡорт телен электрон уҡытыу курсын әҙерләү өҫтөндә эшләй. Ошондай белем биреү платформаһының прототибын яңы уҡыу йылы башына уҡ тәҡдим итмәкселәр.
Курс авторҙары билдәләүенсә, хәҙер башҡорт телен, әҙерлек кимәленә, йәшенә һәм йәшәү урынына ҡарамаҫтан, теләгән һәр кем өйрәнә аласаҡ. Әлегә платформа рус телендә генә ғәмәлгә ашырылған, башҡорт һәм инглиз телдәрендә оҡшаш программаларҙы әҙерләү киләһе аҙым булып торасаҡ.
Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт фи­лологияһы факультеты деканы Луиза Сәмситованың әйте­үенсә, уҡытыу программаһына ябай уҡыу һәм әйтелеш ҡағи­ҙәләрен өйрәнеүҙән алып башҡорт те­лендә һөйләшеү һәм уны аңлау һәләтенә тиклем өс кимәл инә. Көҙ башланғыс кимәлдең һынау версияһын күрәсәкбеҙ.
— Курс өҫтөндә эш бер нисә йыл дауам итә, шуның менән бергә ул медиаконтент әҙерләү лабораторияһы сифатында башланды – энтузиаст-уҡытыусылар башҡорт теле буйынса тәүге электрон дәреслектәр әҙерләне. Был эштә донъялағы электрон белем биреү тәжрибәһе иҫәпкә алынды, әммә шул уҡ ваҡытта модель башҡорт теленең үҙен­сәлектәренә ҡарап камиллаштырылды, — ти Луиза Сәмситова. – Проект эске экспертизаны үтте, хәҙер беҙгә бөтә республиканан алдынғы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының фекерен белергә кәрәк.
Дистанциялағы курс өсөн контентты әҙерләү өҫтөндә Башҡорт дәүләт педагогия универси­тетының 11 методист-филологы, 30-ҙан ашыу башҡорт теле уҡытыусыһы, аспиранттар, магистранттар һәм студенттар тырышты. Техник яҡтан ғәмәлгә ашырыу өсөн университеттың мәғлүмәти-техник идаралығы хеҙмәткәрҙәре яуаплы.
— Коллегаларыбыҙ теләге булған һәр кемде башҡорт теленә уҡытыу йәһәтенән ныҡ алға китте. Ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа уларҙың башланғыстарының ресурс моделен эшләп ҡараныҡ, — тип аңлатма бирҙе Башҡорт дәүләт педагогия университетының мәғлүмәти технологиялар буйынса проректоры Илья Кудинов. – Беҙҙә ресурстар етерлек: ул – мәғариф порталы, дистанциялағы олимпиада, башҡорт телендә видеодәрестәр менән асыҡ мәктәп тә.
Уҡыу күңелһеҙ булмаясаҡ – дистанциялағы курс ҡағиҙәләрҙе механик рәүештә ятлауға түгел, ә башҡортса аралашыуға йү­нәлтелгән, тип вәғәҙәләй программаны әҙерләүселәр. Ҡул­ланыусыларҙың, уҡыу һәм яҙыуҙан тыш, аудиофайлдар тың­лау һәм видео ҡарау мөмкинлеге лә буласаҡ, кәрәк саҡта улар уҡытыусылар менән кәңәшләшә лә ала. Белем биреү програм­маһын гаджеттар, йәғни смартфондар һәм планшеттар аша ла ҡулланыу мөмкин бу­ласаҡ. Курс­ты тамамлағас, сертификат тапшырыла, әммә квалификацияны алыҫтан тороп түгел, ә факультетта имтихан тапшырып раҫларға тура киләсәк.


Вернуться назад