“Нисек яҙырға?”08.08.2017
“Нисек яҙырға?”Республикабыҙ тарихы бер быуатлыҡ юлын тултырып барғанда ла Шәһит Хоҙайбирҙиндың үҙ ваҡытында “Башҡортостан” гәзитендә ошондай баш аҫтында донъя күргән мәҡәләһе һаман да шул һорауға беҙҙән яуап көткәндәй. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Нефтекамала төньяҡ төбәк-ара башҡорт ҡоролтайҙары берләшмәһе рәйестәре һәм уларҙың урынбаҫарҙары өсөн үткәрелгән семинар-кәңәшмәлә ул йәнә бер тапҡыр үҙен иҫкә төшөрҙө.

Иң элек шуны әйтергә кәрәк: ғәмәлдә унда һүҙ хәҙерге башҡорт әҙәби теленең бөгөнгөһөнә һәм тарихына ҡайтып ҡалды. Ошо һөйләшеү барышында кәңәшмәлә әҙәби тел өлкәһендә уртаҡ ҡараштың булмауы өҫкә сыҡты, ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәр ишетелде. Шуға күрә уның, кем тарафынан әйтелеүенән элек, нисек ҡуйылыуы мөһим. Беҙ ҙә уға шул күҙлектән генә яҡын киләбеҙ. Ул – башҡорт теле диалекттарының әҙәби телдә тотҡан урыны. Ошо йәһәттән әле беҙ һүҙ башлап торған шул семинар-кәңәшмәнән гәзитебеҙҙә бирелгән материалдағы (“Башҡорт ҡоролтайҙары кәңәш ҡорҙо”, 2017 йыл, 28 апрель) “Уның төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының диалектын таныу хаҡындағы тәҡдимдәрен дә ҡоролтайсылар ихлас тыңланы” тигән һөйләм бер ни ҡәҙәр сәйер тойола. Һүҙ барышында был ошо диалектты танытыу, йәғни уның танылыуы хаҡындағы мәсьәләгә ҡайтып ҡалғандай була. Ҡабатлап әйткәндә, ошо беҙгә сәйер һымаҡ тойола ла, сөнки үҙебеҙ, ошо юлдарҙың авторы, төньяҡ-көнбайыш диалекты әҙәби тел өлкәһендә дәүләт сәйәсәте күҙлегенән рәсми рәүештә танылыу тапҡан инде тигән ҡарашта торабыҙ һәм шул ҡарашты яҡлайбыҙ.
Әммә шуныһы бәхәсһеҙ: төньяҡ-көнбайыш диалекты башҡорт теленең көньяҡ һәм көнсығыш диалекттары менән бер дәрәжәлә танылыуына оҙон юл үтеп килде. Ул быға бары ХХI быуат баштарында ғына өлгәште. Уның әҙәби тел өлкәһендә дәүләт сәйәсәте юғарылығында танылыуы Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың тыуған республикаһына эшкә ҡайтҡанының тәүге осоронда биргән интервьюларының береһендә үк асыҡ ҡуйылды. Ул унда, Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында йәшәгән башҡорттарҙың теле башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты булыуы фәнни нигеҙҙә асыҡланған, тип күрһәтте. Шул уҡ ваҡытта, уның татар теленә яҡын булыуын билдәләп, татар һәм башҡорт телдәренең яҡынлығы рус һәм украин телдәре араһындағыға ҡарағанда ла яҡыныраҡ, уларға тәржемә кәрәкмәй, тип билдәләне.
Шулай итеп, башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты башҡорт теле тарихында беренсе тапҡыр үҙаллы диалект икәнлеге әҙәби тел өлкәһендә дәүләт сәйәсәте юғарылығында таныла, шуның менән башҡорт теле үҙ тарихына яңы бит өҫтәй. Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында республикалағы иң юғары орган – партия өлкә комитеты тарафынан башҡорт телендә ике генә – көньяҡ һәм көнсығыш диалекттары ғына булыуы раҫланып, өсөнсөһөнөң – төньяҡ-көнбайыш диалектының барлығы рәсми рәүештә кире ҡағылыуын да хәтерҙә тоторға кәрәк. Шуға өҫтәп, алғараҡ китеп әйткәндә, танылған тел ғалимы Таһир Байышевтың, үткән быуаттың 60-сы йылдарында төньяҡ-көнбайыш диалектын яҡлап, Мәскәүгә ярҙам һорап яҙған хатының әле килеп ыңғай яуап алыуы ла ине был.
Шуға күрә Нефтекамалағы семинар-кәңәшмәлә төньяҡ-көнбайыш диалекты хаҡындағы тәҡдимдең икенсе яҡтың ҡырҡа ҡаршылығына осрауы бынан күп йылдар элек әҙәби телгә бәйле килеп тыуған ҡырҡыу хәлдең ҡабатланыуын хәтерләтһә, һис тә ғәжәп түгел: әле бер яҡ үҙенең танылыуына өмөт иткәндә, икенсе яҡ хәҙерге әҙәби телде һаман да уҙған быуаттың 20-се йылдарында күрә, шул дәүерҙә ҡалып үҙен яҡлай. Ғәмәлдә иһә ул яҡлаған “1921 йылда иғлан ителгән башҡорт әҙәби теленә үҙгәрештәр индерергә тейеш түгелбеҙ”, “100 йыллыҡ әҙәби телебеҙ үҙгәрергә тейеш түгел” тигән тезис төньяҡ-көнбайыш диалектын танымауға, уға әҙәби телгә юл ябыуға, унан ситләтеүгә тиң ине.
Әлбиттә, бындай талап үҙенсә нығытылып ҡуйыла, “1921 йылдың 9 апрелендә башҡорт әҙәби теле иғлан ителә. Нигеҙенә Ҡыуаҡан һәм Юрматы диалекттары алына” тигән концептуаль ҡараштан сығып шулай эшләнелә ул. Артабан быны “Әҙәби тел – нормаларға һалынған тел. Шәһит Хоҙайбирҙин комиссия рәйесе булып торған” тигән һөйләм тулыландырып ҡуя ине.
Әле әҙәби тел тирәһендә ошондай етди һүҙ ҡуҙғатылғанда, хәҙерге башҡорт әҙәби теле тарихының тәүге осорона өҫтән генә булһа ла күҙ йүгертеп үтеү артыҡ булмаҫ. Шунан белеүебеҙсә, ул “Стәрлетамаҡта башҡорттоң 25-кә яҡын зыялы көстәренең (интеллигенция вәкилдәре – З.Н.) кәңәшмәһендә хәл ителә”. Шул саҡ “Тамъян-Ҡатай шиүәһен (һөйләшен – З.Н.) ҡабул итеп ҡарар сығарыла” (“Башҡортостан хәбәрләре”, 1921 йыл, 16 апрель).
Әле беҙгә бында шуныһы мөһим: ошо кәңәшмәлә бөтә шиүәләр ҙә (һөйләштәр ҙә – З.Н.) айырым рәүештә исемләп күрһәтелһә лә, Ҡыуаҡан һөйләше бер тапҡыр ҙа телгә алынмай. Хатта ул Рим Йәнғужиндың 1998 йылда сыҡҡан “Башҡорт ырыуҙары” китабындағы 16 ырыу араһында ла юҡ. Бары Табын ырыуына ҡараған алты нәҫелдең береһе икәнлеге генә әйтелә. Шулай итеп, хәҙерге башҡорт теленең 1921 йылдың 6 апрелендә ҡабул ителгән варианты нигеҙендә Ҡыуаҡан һәм Юрматы диалекттары ята, тип раҫланыуы, йомшаҡ итеп әйткәндә, ғәжәпләнеү уята, сөнки, берҙән, ундай диалекттар юҡ, икенсенән, ғәмәлдә иһә тап бына әҙәби телгә нигеҙ итеп Тамъян-Ҡатай һөйләше алына ла. Ә инде Ҡыуаҡан һәм Юрматы һөйләштәренә килгәндә, уларҙың әҙәби телгә нигеҙ итеп алыныуы – үҙе бер тарих.
Иң элек шуны әйтергә кәрәк: әҙәби тел тураһындағы мәсьәлә йәш автономиялы республикала дәүләт сәйәсәте күҙлегенән тәү тапҡыр бары 1923 йыл аҙаҡтарында рәсми ҡуйыла. Ул партияның Башҡортостан өлкә комитетында 12 декабрҙә үткәрелгән кәңәшмәлә лә ҡарала. Шунда Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты (БашЦИК) президиумы рәйесе Х. Ҡушаев Академүҙәккә һылтанып (был ғилми ойошма БАССР Мәғариф халыҡ комиссариаты эргәһендә 1922 йылдың 4 сентябрендә булдырыла), әҙәби тел итеп Ҡыуаҡан һөйләше алынырға тейешлеген көн ҡаҙағына ҡуя. Партия өлкә комитетында үткән кәңәшмәлә әҙәби тел хаҡында бер төрлө лә аныҡ ҡарар ҡабул ителмәүенә ҡарамаҫтан, Академүҙәк уның артынса уҡ 1923 йылдың 17 декабрендә үткәрелгән ултырышында хәҙер инде Тамъян-Ҡатай шиүәһенә өҫтәп, Арғаяш, Мәсәғүт, Бөрйән-Түңгәүер һәм Ялан башҡорттары һөйләшен дә индереп, Ҡыуаҡан шиүәһен “төп башҡорт теле” итеп таныу мәсьәләһен күтәрә һәм шул хаҡта ҡарар ҙа ҡабул ителә. Ошо көндәрҙән Ҡыуаҡан шиүәһе атамаһы башҡорт әҙәби теле тарихына ныҡлап инеп ҡала.
Ләкин Академүҙәктең әҙәби тел мәсьәләһендә үткәргән юлының ғүмере ҡыҫҡа була. Яңы 1924 йылға ныҡлап аяҡ баҫҡанда 20 февралдә матбуғатта “Башҡорттарҙың әҙәби теле тураһында” Башҡортостан мәғариф халыҡ комиссариаты (Наркомпрос) ҡабул иткән ҡарарҙың донъя күреүе Ҡыуаҡан һөйләшенә әҙәби телдә урын ҡалдырмай. Унда был һөйләштә Арғаяш, Тамъян-Ҡатай һәм өлөшләтә Йылайыр башҡорттары ғына һөйләшеү, ә башҡорт халҡының күпселегенә Юрматы һөйләше хас булыуы әйтелеп, әҙәби телгә нигеҙ итеп уның алыныуы күрһәтелә. Шуның менән Академүҙәктең Ҡыуаҡан һөйләшен “төп башҡорт теле” тип танытып, уны әҙәби тел итеп алыу тураһындағы ҡарары көсөнән сыға ине. Ошо хәл Нефтекамалағы һөйләшеүҙә “1921 йылдың 9 апрелендә башҡорт әҙәби теле иғлан ителә. Нигеҙенә Ҡыуаҡан һәм Юрматы диалекттары алына” тип раҫлауҙың үҙен шундай уҡ хәлгә ҡуя.
Шулай уҡ был төньяҡ-көнбайыш диалектының әҙәби телдән ситләтелеүе “Шәһит Хоҙайбирҙин комиссия рәйесе булып торған” (Башҡорт телен тормошҡа ашырыу үҙәк комиссияһы – З.Н.) саҡтан килә тигән ҡарашты яҡлауға ла урын ҡалдырмай. Ә инде “Әҙәби тел – нормаларға һалынған тел. Шәһит Хоҙайбирҙин комиссия рәйесе булып торған” тигән фразаға өҫтәп, әҙәби тел “Комиссия тарафынан һөйләшеп, махсус барлыҡҡа килтерелгән тел бит ул. Уны беҙ һаҡларға тейешбеҙ. 1921 йылда иғлан ителгән башҡорт теленә беҙ үҙгәрештәр индерергә тейеш түгелбеҙ” тигән талап Ш. Хоҙайбирҙиндың әҙәбиәт өлкәһендә тотҡан юлына ҡайтарып ҡуйылғандай була. Ошо урында уның үҙенең әле һүҙ барған әҙәби тел хаҡындағы фекеренә ҡолаҡ һалыу бик ваҡытлы булыр: “Хәҙерге көндә ғилми һайәт (Академүҙәк – З.Н.) тарафынан “сын башҡорт” теле” (“төп башҡорт теле” – З.Н.) тип алынған тау башҡорттары теле, минеңсә, сын башҡорт теле түгел. Ул боҙолған. Уға нисәмә йыл буйы күрше булып ғүмер итеп килгән ҡырғыҙ ҡәрҙәшләренең (ҡаҙаҡтарҙың – З.Н.) телләре кереп ҡатышҡан булырға кәрәк”.
Был юлдар Ш. Хоҙайбирҙиндың “Башҡортостан хәбәрләре” гәзитенең 1924 йылдың 8 февраль һанында баҫылған “Нисек яҙырға?” исемле мәҡәләһенән алынған. Беҙ “Башҡорттарҙың әҙәби теле тураһында”ғы ҡарарҙың донъяға килеүе лә уға бәйле тигән ҡарашта торабыҙ. Уның мәҡәләлә күтәрелгән мәсьәләләргә ауаздаш булыуы – шуға дәлил. Ә тәүгеһендә әҙәби телдең башҡорт теленең үҙенең дәүләт теле статусын тормошҡа ашырыуға ни дәрәжәлә һәләтле булыуы мәсьәләһе үҙәктә тора һәм мәҡәлә “халҡыбыҙҙың теләге булған ана телен хөкүмәтләштереп (дәүләт теле итеп – З.Н.) тормошҡа ҡуйыу эше тиҙ вежудкә (тормошҡа – З.Н.) сығыр ине” тип тамамлана, йәғни иң элек башҡорт теленең дәүләт статусы күҙ алдында тотола.
Ш. Хоҙайбирҙин мәҡәләһенә биргән иҫкәрмә­һендә: “Был мәҡәлә Ҡыпсаҡ, Юрматы башҡорт­лары теле менән яҙылды. Шул көйө үҙгәртмәй баҫылыуын үтенәм” тигән теләк белдерә. Шуныһы, ул мәҡәләһендә бер тапҡыр ҙа Ҡыуаҡан һөйләшен иҫкә алмай. Академүҙәкте лә ситләтеп кенә ғилми һайәт тип телгә ала. Уның әҙәби тел өлкәһендә тотҡан юлына, йәғни Ҡыуаҡан һөйләшен “төп башҡорт” теле тип алыуына ҡаршы автор “уның тарафынан “сын” башҡорт теле тип алынған телдең сын башҡорт теле түгеллеген” мәҡәләһенең төп тезисы итеп ҡуя.
Ошолай ҡулланыуға еңел булған әҙәби телгә дәүләт теле сифатында тотош халыҡҡа танылыу ҙа еңел буласағын күҙҙә тотоп, Ш. Хоҙайбирҙин “Хәҙерге көндә башҡорт ырыуларында һөйләшкән телләренең ғәмәлдә ҡайһыһы анһат үткәҙелеүен иғтибарға алып, “тар” урынына “лар” йөрөтөлөргә тейеш” тип һығымта яһай. Шунда уҡ Юрматы, Ҡыпсаҡ башҡорттары “аттар” урынына “атлар”, “һыйырҙар” урынына “һыйырлар”, “һарыҡтар” урынына “һарыҡлар” тип һөйләүен миҫал итеп килтерә, “Башҡорт телендә “лар” урынына “тар”, “лы” урынына “ты” кеүек ҡушымталар йөрөүен “ҡырғыҙ-ҡаҙаҡ теленең йоғонтоһо” рәүешендә баһалай.
Ошолай хәҙерге башҡорт әҙәби теленең донъяға килеү таңында килеп тыуған ҡырҡыу конфликт бөгөн Нефтекамала уҙған семинар-кәңәшмәлә төньяҡ-көнбайыш диалектын танытыу хаҡында һүҙ күтәреүҙә үҙенең дауамын күргәндәй була, сөнки ул беҙҙе уҙған быуаттың 20-се йылдарына алып ҡайтҡандай итә, “ларсылар” менән “тарсылар” араһында башланып киткән оҙайлы бәхәскә алып барып сығарғандай була. Семинар-кәңәшмәлә ҡатнашыусылар яғынан: “Беҙҙәге халыҡты “татарса һөйләшәбеҙ” тип әйтергә ниңә рөхсәт итәһегеҙ? тигән ҡырҡыуыраҡ сығыштар” шул ваҡыттан тороп ҡалған ризаһыҙлыҡ тауышы булып яңғырай, төньяҡ-көнбайыш диалектының әҙәби телдән ситләтелеп килеү тарихын яңырта.
Алда әйтелгәнсә, был диалект хаҡындағы мәсьәлә тәүге тапҡыр уҙған быуаттың 60-сы йылдарында билдәле тел ғалимы Т. Байышев тарафынан күтәрелә һәм яҡлау таба алмай республиканың партия өлкә комитеты тарафынан башҡорт телендә ике генә диалект – көньяҡ һәм көнсығыш диалекттары ғына булыуы раҫланып, рәсми рәүештә ябып ҡуйыла. Тағы ла тәрәнгәрәк төшөп һүҙ алып барғанда, ғалим күтәргән ундай идея Ш. Хоҙайбирҙин исеменә ҡайтып ҡала. Уның күплек аффикстарын “лар”-“ләр” рәүешендә алыу кәрәклеген ҡуйыуы шунан килә лә. Артабан инде ул “Башҡорттарҙың әҙәби теле тураһында”ғы ҡарарҙа үҙенең рәсми рәүештә нығытып ҡуйылыуын таба. Әммә Академүҙәк, шул ҡарарға ярашлы, Юрматы һөйләшенең өҫтөнлөгөн таныған хәлдә 1924 йылдың 2 мартында уҙғарылған ултырышында күплек аффикстарының Ҡыуаҡан һөйләшенән килгән дүрт бөгөлөшөн һаҡлап алып ҡала. Ә инде Д. Юлтыйҙың, әҙәби тел хаҡында хөкүмәт кимәлендә ҡабул ителгән ҡарарҙы яҡлап, күплек ялғауҙарының “лар-ләр” рәүешендә йөрөтөлөргә тейешлеген ҡуйыуына яуап итеп, Академүҙәк күплек аффикстары хаҡындағы үҙенең ҡарарын тағы бер тапҡыр нығытып ҡуя (БПА, Ф.Р – 798, М-1284). Шулай итеп, хәҙерге башҡорт әҙәби теле донъяға килә.
Әммә Академүҙәктең күпселек аффикстары мәсьәләһендә шулай хөкүмәт кимәлендә ҡабул ителгән документҡа ҡаршы килергә ҡыйыулыҡ итеүе ул саҡта сер булып ҡала ине әле. Шулай ҙа ул оҙаҡҡа бармай. 1927 йылда башланып киткән яңы әлифба хәрәкәтенә бәйле уның ысын йөҙө асыла. Был хаҡта үҙ ваҡытында милли мәсьәләне хәл итеүгә күп көс һалған шәхестәрҙең береһе Сәғит Мираҫ 1927 йылдың 1 декабрендә булып уҙған I Бөтә Башҡортостан тел конференцияһы хаҡында: “Беҙҙең ҡыуаҡансы иптәштәр... бөтәһе лә Яңы әлифба комитеты эргәһендә уҡмашып... дөйөм башҡорттарҙың әҙәби теле итеп фәҡәт Ҡыуаҡан шиүәһен генә асәс (нигеҙ – З.Н.) итеп алыу тураһында доклад яһанылар. Шуның арҡаһында Ҡыуаҡан шиүәһе дөйөм башҡорт­тарҙың әҙәби теле булып, күпселек менән ҡабул ителде” (“Белем” журналы, 1927, № 12), тип яҙа.
Шулай итеп, бер көн килеп, Ҡыуаҡан һөйләше әҙәби телдә йәнә өҫкә сыҡҡандай була. Ғәмәлдә иһә был 1923 йылда партия өлкә комитетында әҙәби тел хаҡында үткән кәңәшмәлә Х. Ҡушаевтың Ҡыуаҡан һөйләшен әҙәби тел итеп алыу хаҡындағы тәҡдименә әйләнеп ҡайтыу менән бер ине. Әле уның ошо конференцияны үткәргән Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты президиумы эргәһендә булдырылған Яңы әлифба комитетының рәйесе вазифаһын башҡарыуын иҫтә тотҡанда, унда ошондай ҡарар ҡабул ителеүе аңлашылған кеүек. Был йәнә “тарсыларҙың” “ларсылар”ҙан өҫкә сығыуы ла ине. Шулай итеп, Академүҙәктең үҙ ваҡытында Ҡыуаҡан һөйләшен әҙәби телдә һаҡлап алып ҡалыуы сер булыуҙан туҡтай ине. Әле уға уны әҙәби телгә ҡайтанан нигеҙ итеп алыу ғына ҡала ине.
Ошолай, бер яҡтан, Ш. Хоҙайбирҙин, икенсе яҡтан, Х. Ҡушаев араһындағы әҙәби телдең киләсәгенә ике төрлө ҡараш “ларсылар” менән “тарсылар” араһындағы бәхәс рәүешендә әле килеп һуңғыһы файҙаһына хәл ителгәндәй ҙә була, ләкин уға был юлы ла оҙаҡ тантана итергә тура килмәне. Партия өлкә комитетының ошо конференция йомғаҡтары буйынса ҡабул иткән ҡарарындағы “Вопросы наречий башкирского языка (Кувакан или Юрматы) продолжать научно изучать и считать возможным открыт дискуссию по этому вопросу в печати” тигән пункт “тарсылар” өҫтөнә һибелгән һалҡын һыу кеүек булды. Шулай итеп, әҙәби тел, С. Мираҫ алда һүҙ булған мәҡәләһендә бик тапҡыр әйткәнсә, “Юрматы һөйләшенә Ҡыуаҡан ҡойроғо ҡушып яһалған” хәлдә тороп ҡалды.
Әле ике яҡтың бәхәсенән ситләшеп, икенсе яҡтың, йәғни үҙ ваҡытында Ш. Хоҙайбирҙин тотҡан юлдың бөгөнгөһө хаҡында һүҙҙе дауам иткән дә ул инде, әйтелгәнсә, үҙенең рәсми күҙлектән танылыуын тапҡан, тип раҫлау хаҡ булыр, уға бары тел ғилемендә көньяҡ һәм көнсығыш диалекттары менән бер дәрәжәлә үҙ урынын алаһы ғына бар. Был йәнә шулай уҡ уҙған быуаттың 60-сы йылдарына ҡайтып, Таһир Байышев исеменә барып бәйләнә һәм ошо быуатта Башҡортостан Башлығы юғарылығында үҙ халҡына ҡайтарып бирелеүен таба. Шулай итеп, төньяҡ-көнбайыш диалекты үҙенең туған телендә ғилми йәһәттән үҙ урынын табыуы менән тәүгеһенә бурыслы булған кеүек дәүләт сәйәсәте күҙлегенән шул уҡ дәрәжәлә танылыуы менән һуңғыһына бурыслы.
Өҙөп кенә әйткәндә, партия өлкә комитеты ихтыяры менән ярты быуатҡа тартылған өҙөклөк – төньяҡ-көнбайыш диалекты мәсьәләһенең рәсми рәүештә ябып ҡуйылған дәүер – әле килеп төньяҡ-көнбайыш диалектының шундай уҡ юғары кимәлдә танылыуында үҙенең күсәгилешлектә ҡайтанан аяҡҡа баҫтырылыуын таба ине. Шуға күрә Нефтекамалағы һөйләшеүҙә килеп тыуған хәлгә яуап итеп, Рөстәм Хәмитовтың Башҡортостанға эшкә ҡайтыуына йөҙ көн тулыу уңайы менән биргән интервьюһынан республиканың төньяҡ-көнбайышында йәшәгән башҡорттар диалектының башҡорт теле икәнлеге ғилми йәһәттән күптән аныҡланған икәнлеген раҫлаған тезисты әле йәнә бер тапҡыр иҫкә төшөрөп китеү бик урынлы булыр. Асылда иһә уның был һүҙҙәре уҙған быуат уртаһында башҡорт халҡы тарихынан һыҙып ташланған төньяҡ-көнбайыш диалектының үҙ халҡына ҡайтарып бирелеүе булды ла.
Ошо йәһәттән семинар-кәңәшмәлә ҡатнашыу­сыларҙың үҙ һөйләшенең ҡулланылышта йөрөгән әҙәби телгә мөнәсәбәтенә бәйле “ҡырҡыуыраҡ сығыштары”, һис шикһеҙ, үҙ урынлы. Әммә әле башҡорт теле һөйләштәренән элек әҙәби тел – уҡыу-яҙыу теле, йәғни бөтә һөйләштәргә лә уртаҡ дәүләт теле сифатында хеҙмәт итергә һәләтле уҡыу-яҙыу теле, әҙәби тел хаҡында һүҙ бара. Шуға күрә унда быға: “Әҙәби тел берәү булырға тейеш”, – тигән яуап ишетелеүе лә шулай уҡ урынлы, сөнки башҡорт телендә бөгөн өс диалект – көньяҡ, көнсығыш һәм төньяҡ-көнбайыш диалекттарының барлығының рәсми рәүештә танылыуы ошо диалекттарға ҡараған башҡорт һөйләштәренең, һис шикһеҙ, тәбиғәтен үҙгәртмәй. Һәр һөйләш башҡорто шул тел башҡорто булып ҡала, һәр диалект үҙенең үткәненә тоғролоҡ һаҡлай. Әле һөйләштәрҙән элек, әйтелгәненсә, әҙәби тел хаҡында, тотош милләткә уртаҡ булған уҡыу-яҙыу теле тураһында һүҙ бара. Һәр ике яҡтың әҙәби телгә ҡарашына шул күҙлектән яҡын килеү мөһимдер.
Беҙҙеңсә, семинар-кәңәшмәләге “ҡырҡыуыраҡ сығыштар”ҙы әле “Башҡортостан” гәзитендә донъя күргән бер мәҡәләнән килтерелгән түбәнге юлдар бер аҙ йомшарта төшөр һымаҡ. “Бына беҙ Һаҡмар буйында йәшәгән Бөрйән ырыулы башҡорттар әле булһын “ҡыҙлар”, “атлар”, “һыйырлар” тип һөйләшәбеҙ һәм үҙебеҙҙе һис тә милләт­тәштәребеҙҙән кәм тоймайбыҙ. Уның ҡарауы, әбйәлилдәр, учалылар беҙгә: “Татарса һөйлә­шәһегеҙ”, – ти”. Был юлдарҙың авторы – танылған журналист, күренекле прозаик Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай. Ул әҙәби телде, кәңәшмәлә ҡырҡыу сығыш яһаусылар һымаҡ уҡ, тотош милләткә бер үк дәрәжәлә хеҙмәт итергә һәләтле уҡыу-яҙыу теле итеп күрә. Был осраҡта ул төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкән башҡорттарҙы ла күҙ уңында тота. “Әгәр шул йылдарҙа (уҙған быуаттың 20-се йылдарында – З.Н.) ҡабул ителгән әҙәби телебеҙ нормаһына юрматыларҙың “лар”-“ләр” күплек ялғауҙары индерелгән булһа, был ҡағиҙә башҡорт һөйләштәренең күпселегенең “алтын уртаҡлығын” тәшкил итмәҫ инеме икән?” тигән һорау ҡуя Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай үҙенең “Алтын уртаҡлыҡ зарурлығы” тип аталған мәҡәләһендә (“Башҡортостан”, 2015 йыл, 15 октябрь).
Бөгөн ошолай әҙәби тел мәсьәләһенең уҙған быуаттың 20-се, 60-сы йылдарында рәсми рәүештә ҡуйылыуынан айырмалы, уға башҡорт теленең өс диалекты күҙлегенән яҡын килеү өҫкә сыға. Дөйөм алғанда, башҡорт тел ғилемен, әҙәби тел мәсьәләһен ҡуйыуҙа яңы асыштар көтә, сөнки “Алтын уртаҡлыҡ зарурлығы” мәҡәләһендә ҡуҙғатылған концептуаль характерҙағы мәсьәләнең тел ғалимдары алдына күптән ҡуйыла килгәнлеге билдәле. Әле шул фекерҙе нығытыу өсөн “Башҡортостан” гәзите биттәрендә донъя күргән бер нисә мәҡәләгә күҙ һалып үтеү артыҡ булмаҫ.
Һүҙҙе дауам иттереп, беҙ иң алда күренекле ғалимдарыбыҙ академиктар Ғайса Хөсәйенов менән Зиннур Ураҡсинды телгә алып китер инек. Уларҙың һуңғыһы гәзитебеҙҙә донъя күргән бер мәҡәләһендә: “лексик нормаларҙы камиллаш­ты­раһы бар... Милли әҙәби тел милләтте берләш­те­рергә тейеш... Ә бит нормаларҙың бер яҡлығы арҡа­һында төньяҡ-көнбайыш башҡорттары татар телен яҡын күрҙе” тип раҫлаһа, тәүгеһе ошо кәмселек иҫкә алынһа, “...уның хәҙерге һәм киләсәк үҫеш ҡеүәһе ифрат ҙур, киң”, тип яҙҙы. Хатта Учалы районынан юғары категориялы уҡытыусы Салауат Рәсүлев мәсьәләне ҡабырғаһы менән ҡуя: “Әҙәби телебеҙҙе тарихи ысынбарлыҡҡа яҡынайтайыҡ тиһәк, ниндәйҙер ҡарар менән әҙәби тел нормаларына саҡ ҡына үҙгәрештәр индерергә була... Ҡыҫҡаһы, “лар” - “ләр”, “нар”- “нәр” формалы ял­ғауҙар әҙәби тел өсөн отошло буласаҡ, минең­сә...” Элекке мәктәп директоры, хеҙмәт ветераны Әсләм Арыҫланов та коллегаһы менән фекерҙәш. “Әҙәби телебеҙҙең киләсәгенә килгәндә, уны 1924 йылдағы һымаҡ ниндәйҙер комиссия төҙөп үҙгәртеп мәшәҡәтләнеүҙең һис тә кәрәге юҡ, бары уны төрлө диалекттарыбыҙ иҫәбенә байытырға һәм үҫтерергә генә кәрәк” тигән ҡарашта тора ул.
Ошо урында “Совет Башҡортостаны” гәзитенең күп йылдар баш мөхәррире булған Абдулла Исмәғилевтең гәзит теленә ҡарашы ла уҡыусы өсөн фәһемле булыр, тип уйлайым. Уның “Кемгә хеҙмәт итәһең, телем?” тигән мәҡәләһе гәзиттең ике һанында баҫылған (2006 йыл, 30-31 август). “Билдәле булыуынса, ул йыйылышта (мәҡәләнән белеүебеҙсә, ул Стәрлетамаҡта 1921 йылдың 9 апрелендә үткәрелгән – З.Н.) Тамъян-Ҡатай шиүәһе әҙәби тел сифатында ҡабул ителә. Был – яңы ғына ойошоп эш башлаған, тәжрибәһе етмәгән хөкүмәт етәкселеге тарафынан ебәрелгән ҙур хата... Ҡаты күплек ялғауҙары (“тар-тәр”, “зар-ҙәр”, “дар-дәр”) беҙҙең әҙәби телдә әле лә һаҡланып килә. Әҙәби телде үҫтереүгә, артабан камиллаштырыуға күплек ялғауҙарының Ҡыуаҡан формаһы берҙән-бер тотҡарлыҡ булып торһа, уны рәсми ҡарар менән юҡҡа сығарып була, әлбиттә. Минеңсә, башҡорт әҙәби теленең бөгөнгө хәлен яҡшыртыу, уның милләттең берҙәмлеген нығытыуға, милләтте туплауға хеҙмәт итеү мәсьәләләре бөгөн дә көнүҙәк проблема булып ҡала”.
Әле “...төньяҡ-көнбайыш райондарҙа йәшәгән милләттәштәребеҙ халыҡ иҫәбен алғанда аңлы рәүештә башҡорт булып яҙылды, ә бөгөнгө әҙәби телебеҙ уларҙың теленән бик алыҫ, ә башҡорт әҙәби теле уларға ла яҡын, оҡшаш булырға тейештер бит” тигән юлдарҙың үрҙә килтерелгән өҙөктөң артынса уҡ “Йәшлек” гәзитендә донъя күргән (2006 йыл, 5 сентябрь) “Әҙәби тел үҫеүгә, байыуға, камиллашыуға мохтаж” исемле мәҡәләнән алыныуы, беҙҙеңсә, тәрән мәғәнәгә эйә. Уның авторы – байтаҡ йылдар партия өлкә комитетының фән һәм мәктәптәр бүлегенә етәкселек иткән, тел ғилеме өлкәһендә билдәле ғалим Әхмәр Аҙнабаев. Ул: “Башҡа милләт балаларына бигерәк тә дүрт бөгөлөшкә таянған нормалар ауыр бирелә. Мин үҙем дүрт бөгөлөш вәкиле, әммә дөйөм мәнфәғәт яғындамын: “атлар”, “һыйырлар” тип яҙыу менән минең башҡортлоғом юғалмай бит... тип яҙа һәм “Ә дүрт бөгөлөштә бөтә башҡорттоң 10-15 проценты һөйләшә...” тип һығымталап ҡуя. “Ҡыуаҡан ҡойроғо ҡасан ҡырҡылыр?” исемле мәҡәләнең (“Башҡорт­остан”, 2014, 6 сентябрь) авторы Күмертау ҡалаһынан уҡытыусы Аҡъюлов (Аҡъюл) та әҙәби тел хаҡындағы һүҙен шундай һорау менән тамамлай һәм үҙ яғының Юрматы һөйләшенең атай-олатайҙарының борон-борондан килгән теле булыуын раҫлай.
Күреүебеҙсә, башҡорт әҙәби теленең үҙенең өсөнсө диалектына үткән юлы ябайҙан уҡ түгел, ул үҙенә концептуаль характерҙа яҡын килеү талабын ҡуя. Был – башҡорт теленең дәүләт статусының тотош милләткә уртаҡ булған уҡыу-яҙыу теле аша һәр һөйләш өсөн уртаҡ ҡаҙаныш булып танылыуы, шуның менән ошо әҙәби тел аша һәр һөйләштең башҡорт теленең дәүләт статусын атҡарыуға эйә булыуы һәм быны милли ҡаҙаныш итеп таныуы. Нефтекамала һөйләшеүҙә килеп тыуған “ҡырҡыуыраҡ сығыштар”ға ҡарата әҙәби телдең киләсәгенә бәйле ҡәтғи рәүештә “Бер ниндәй ҙә корректировкалар булырға тейеш түгел” тигән тезис ҡуйылыуына яуап булараҡ, ул – төньяҡ-көнбайыш диалектының үҙ этник әҙәби теленә ныҡышмалы рәүештә юл ярыуҙан туҡтамауының йәнле бер дәлиле.
Атап ҡына әйткәндә, башҡорт әҙәби теленең үҙ һөйләштәренең барыһын да тиң күреп, Шәһит Хоҙайбирҙиндың уҙған быуаттың 20-се йылдарында “Нисек яҙырға?” исемле мәҡәләһенән башланған юлы, шул быуаттың 60-сы йылдарында Таһир Байышевтың Мәскәүгә яҙған хаты аша үтеп, яңы ХХI быуат башында Рөстәм Хәмитовтың Башҡорт­остан Башлығы вазифаһында биргән тәүге интервьюларының береһендә төньяҡ-көнбайыш башҡорттары һөйләшенең үҙаллы диалект икәнлеге фәнни нигеҙҙә раҫланыуы хаҡындағы һүҙҙәрендә үҙенең аҙаҡҡаса хәл ителеүен тапты, тип раҫлау хаҡ булыр.
Шулай итеп, әҙәби телде “корректировкалау” ғына түгел, уның милли беришлекте нығытыуҙа мөһим фактор булыуын иҫтә тотоп, тел ғилеме үҙе ошо беришлек юлына йөҙ менән ҡырҡа боролорға бурыслы. Башҡорт телендә өсөнсө диалекттың – төньяҡ-көнбайыш диалектының барлығы уҙған быуаттың 60-сы йылдарында республикала иң юғары инстанция кимәлендә кире ҡағылған кеүек, әле шул кимәлдә шундай уҡ рәсми рәүештә ҡайтанан танылыуы тел ғилеме алдында яңы офоҡтар аса, уны һаман да ике диалектҡа – көньяҡ һәм көнсығыш диалекттарына ғына бикләп ҡалдырыу хәүефенән ҡотҡара. Әйтелгәнсә, һәр һөйләш башҡорто шул тел башҡорто булып ҡала, һәр диалект үҙ үткәненә тоғролоҡ һаҡлай, шул башҡорт еренең тарихын дауам иттерә. Һәр һөйләш дәүләт статусына эйә булған хәлдә уны тотош милләткә уртаҡ уҡыу-яҙыу теле – милли әҙәби тел аша тормошҡа ашыра, үҙенең дәүләт теле статусының ғәмәлдә булыуына өлгәшә.
Әйтергә кәрәк, ошо йәһәттән үҙ ваҡытында Ш. Хоҙайбирҙиндың дәүләт теле мәсьәләһен һөйләш­тәрҙән бигерәк уның уҡыу-яҙыу теле аша күҙаллауы һәм, шунан сығып, “Нисек яҙырға?” тигән һорау ҡуйыуы бөгөн килеп үҙенә, ниһайәт, яуап тапҡандай була. Был төньяҡ-көнбайыш диалектының үҙ туған теленә ҡайтарып бирелеүе, йәғни уның көньяҡ һәм көнсығыш диалекттары менән бер дәрәжәләге диалект икәнлеге, республикала иң юғары инстанция тарафынан рәсми рәүештә кире ҡағылған уҙған быуаттың 60-сы йылдарынан айырмалы, бөгөн килеп шундай уҡ иң юғары инстанция яғынан башҡорт теленең өсөнсө диалекты итеп танылыуы булды.

Зиннур НУРҒӘЛИН,
Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, тарих фәндәре кандидаты, филология фәндәре докторы, БФА-ның почетлы академигы.


Вернуться назад