Күңел тыныслығы табам тиһәң...02.08.2017
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса Рәсәйҙә 1,6 миллион башҡорт йәшәй, шуның
1,2 миллионы Башҡортостанда ғүмер итә.
Башҡорт теле төрки телдәр төркөмөнә ҡарай. Боронғо башҡорттарҙың яҙмаһы Алтайҙағы орхон-йәнәсәй ҡомартҡыларында сағылған. Беренсе мең йыллыҡтың аҙағында башҡорттар ислам динен ҡабул иткәс, уларҙың яҙмаһы ғәрәп графикаһы менән бирелә башлаған.
Ғәрәп графикаһында яҙыу XX быуаттың 30-сы йылдарына тиклем дауам иткән, артабан башҡорт яҙмаһы латин алфавитына күсерелә. Уҙған быуаттың 30-сы йылдар аҙағында башҡорт яҙмаһы кириллицаға күсерелә, йәғни бөгөнгө алфавитты ҡуллана башлай.
Тарихи күҙлектән ҡарағанда, башҡорт теле бик боронғо. Башҡорт, рус, инглиз, француз телдәрен яҡшы белгән һәм әле Мәскәү ҡалаһындағы ҡорд телен өйрәнеү буйынса ғилми үҙәктә эшләгән лингвист, тарихсы-ғалим Салауат Ғәлләмов, хәҙерге инглиз һәм ҡорд телдәре башҡорт теленә барып тоташа, тип фаразлай. Башҡорт һәм инглиз телдәрен сағыштырып, ике телдең фонетикаһын тикшереп, С. Ғәлләмов, Европа һәм Скандинавия илдәренә цивилизация ҡасандыр Уралдан киткән, тип иҫбатлай.
Хәҙерге башҡорт һәм инглиз телдәренә генә хас булған байтаҡ уртаҡ өндәр бар, мәҫәлән: “ҫ”, “ә”, “үә”, “ө”, “ү”, “һ” өндәре. Шуға ла башҡорт телендә һөйләшкән кешегә инглиз телен өйрәнеүе еңелерәк. Шулай уҡ башҡорт һәм немец телдәрендә лә уртаҡ өндәр бар, шуларҙың береһе – “һ”. Ул төрки телдәр араһында тик башҡорт теленә генә хас.
Әлеге ваҡытта беҙҙең һәр беребеҙ өсөн ата-бабаларыбыҙҙың диненә ҡайтырға мөмкинлек асылды. Башҡорттар ислам динен X быуатта уҡ ҡабул иткән. Ә мосолмандарҙың изге китабы “Ҡөрьән” ғәрәп телендә яҙылған. Ғәрәп телендә лә башҡортсаға хас булған үҙенсәлекле өндәр байтаҡ, әйтәйек: “ҫ”, “ғ”, “ҡ”, “ә”, “ү”, “үә”, “ө”, “һ”, “ҙ”, “ә”. Шуның өсөн башҡорт телен белгән кешегә Ҡөрьән сүрәләрен уҡыу еңелгә тура килә. Бына был факторҙар, йәғни башҡорт телен яҡшы белеү, сит телдәрҙе өйрәнеүгә булышлыҡ итә. Әммә һәр кеше өсөн уның туған теле күңел талабы, күңел аҙығы булып тора.
Әгәр ата-бабаларыбыҙ быуаттар дауамында башҡорт ерендә йәшәгән икән, күңелебеҙ башҡорт моңона, теленә мохтажлыҡ кисерә. Кешенең яҙмышы өсөн уның уйҙары һәм эске булмышының торошо ни тиклем ҙур роль уйнауын аңлатҡан эстон парапсихологы Лууле Виилма былай тигән: “Әгәр американ йәки инглиз кешеһе Эстонияла йәшәп тә, эстон телендә һөйләшә алмаһа, ошо телдең моңон тоя алмаһа, ул кеше үҙенә Эстонияла күңел тыныслығы таба алмаясаҡ”. Был фәһемле тәрән фекер беҙҙең башҡорт теленә лә ҡағыла.
Телде белеү үҙеңде уратып алған мөхитте өйрәнеү, донъяны танып белеү өсөн дә бик мөһим, һәр халыҡ донъяны, йәшәйеште үҙенсә генә ҡабул итә. Был үҙенсәлек беренсе сиратта телдә сағыла. Мәҫәлән: рус телендә “Господь сотворил человека по своему подобию” тип әйтелә. Ошо фекер башҡорт телендә: “Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаһын ЯРАЛТҠАН” булып яңғырай, йәғни Аллаһ үҙенең бәләкәй генә өлөшөн, энергияһын, һөйөү нурын кешенең йәненә һалған. Беҙҙең һәр беребеҙҙең йәне Аллаһ Тәғәләнең һөйөү энергияһынан тора, шуға күрә лә йән мәңгелек.
Аллаһ Тәғәлә яралтҡан йән шикелле, туған телебеҙ ҙә мәңгелек.
Әнүзә ЙОМАҒОЛОВА.