“Мәктәп һуҡмағы буйлап әкрен генә киләсәк кешеһе атлай. Үҙе кес кенә булһа ла, уйҙары ололарса – үҙен кем уҡытасағын, ҙур тормошҡа кем алып сығасағын белә. Ә был юлдар шаҡтай оҙон буласаҡ. Уҡыусым, һинең йәнәшәңдә белем серҙәрен асыусың, кәңәшсең, ярҙамсың, әсәйеңдәй хәстәрлекле уҡытыусың буласаҡмын. Әйҙә, ныҡлы аҙымдар менән белем иленә рәхим ит!” Шундай уйҙар менән уҡытыусы эшкә ашыға.
Эйе, күпме бала уҙған уның күңеле, йөрәге аша. Күпме шатлыҡ, борсолоуҙар кисергән! “Үҙемдең һайлаған яҙмышым – уҡытыусы яҙмышы”, – тип ғорурланып, ғүмерен изге һөнәр – уҡытыусылыҡҡа бағышлаған Яңғыҙҡайын урта мәктәбенең юғары категориялы математика уҡытыусыһы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Рәйлә Насирова.
Күгәрсен районының Өмөтбай ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ, бәлки, күҙ алдына ла килтермәгәндер алыҫ Ғафури яҡтарына яҙмышым илтер ҙә бөтә ғүмерем, булмышым ауыл мәктәбе менән бәйләнер тип. Ғаиләлә дүрт малай араһында берҙән-бер ҡыҙ булып үҫкәнгәме, яуаплылыҡ, талапсанлыҡ, ғәҙеллек кеүек сифаттар Рәйлә Сәлихйән ҡыҙына бала саҡтан уҡ бирелгән.Ҡайҙа ла һынатмаған тырыш ҡыҙ, Күгәрсен районы Мораҡ мәктәбенән һуң, Стәрлетамаҡ педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға инә һәм, уны уңышлы тамамлап, Ғафури районында хеҙмәт юлын башлай. Бөгөн – 30 йылға яҡын эш стажы булған, балаларҙың күңелен яулаған, ҙур ихтирамға лайыҡ уҡытыусыларҙың береһе ул. Заман талаптарына яуап биргән яңы педагогик алымдарҙы өйрәнеп, уларҙы ғәмәлдә һынап ҡарай. Шуға күрә лә мәктәп һәм район кимәлендәге дәрестәре һәр ваҡыт юғары баһа ала. Аҡыллы, тәртипле, тыңлаусан балалар тәрбиәләүсе, уларға һәр яҡлап ярҙам итеүсе, ҡыйынлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмаҫҡа өйрәтеүсе, дөрөҫ юл күрһәтеүсе мөғәллимә хеҙмәт емештәренә, уҡыусыларының уңыштарына, матур тормоштарына һөйөнөп, ғорурланып йәшәй, рәхмәт һүҙҙәрен ишетеп шатлана. Ошо шатлыҡ-һөйөнөстәрҙе уртаҡлашҡан, хеҙмәтеңде аңлаусы һәм яҡлаусы кешең яныңда булыуы үҙе бәхет түгелме ни?!
Студент йылдарында уҡ яратышып ҡауышҡан Рәйлә Сәлихйән ҡыҙы менән Ринат Зөфәр улы. Матур ғаилә ҡороп ике ҡыҙҙарына – Лилиә менән Рузиләгә ғүмер бүләк иткәндәр. Ата-әсәһенең һөнәрен дауам итеп, юғары белем алған педагогтар улар ҙа. Икеһе лә үҙ ғаиләләрен ҡороп, Өфө ҡалаһында йәшәй. Ғаиләлә матур тәрбиә алған итәғәтле, яғымлы, изге күңелле, ярҙамсыл балалар – ата-әсәнең шатлығы, таянысы, ғорурлығы.
Айырым бер йылылыҡ бөркөп торған күркәм йорттоң хужабикәһе Рәйлә Сәлихйән ҡыҙы матурлыҡ һәм гүзәллек тыуҙырыусы әсә, тормош иптәшенә яратҡан, иғтибарлы, мөләйем ҡатын, ә инде туғандарына хәстәрлекле, ҡайғыртыусан апай. Тәҙрә төбөндә үҫкән гөлдәре тиһеңме, бешергән аш-ризыҡтарымы, йорт-ҡураларымы – һәр ҡайҙа уңған, булдыҡлы, татыу, берҙәм ғаилә һулышы.
Ғафури районы.