Йәнгә — паклыҡ, йөҙгә шатлыҡ өҫтәр04.07.2017
Билдәле булыуынса, ата-әсәнең, тәрбиәселәрҙең алдында торған иң яуаплы, изге бурыстарҙың береһе — балаларҙы бәләкәйҙән инсафлы, әҙәпле, мәрхәмәтле итеп тәрбиәләү.


Ғүмерҙең тәүге ете йылы сабый үҫешендә айырыуса әһәмиәтле. Бала был осорҙа һәр нәмәне йотлоғоп, тәрән ҡыҙыҡһынып өйрәнә һәм әҙәплелек сифаттарын да тиҙ отоп үҙләштерә. Кескәйҙәрҙе үҙ-үҙен тәртипле тоторға, кешеләр менән аралашырға тыуғандан уҡ күнектерә башларға кәрәк.
Әҙәп — йәмғиәттә үҙ-үҙеңде тота белеү ҡағиҙәләре, йәғни аралашыу оҫталығы, башҡаларға иғтибарлы, инсафлы мөғәмә­лә, тәбиғәтте яратыу, уға һаҡсыл мөнәсә­бәт һәм башҡалар. Шуға күрә уҡырға-яҙырға, һанарға өйрәтеү менән бер рәттән, кескәйҙәргә әҙәплелек күнекмәләре биреү ҙә бик мөһим. Бала ниндәй генә белемле булмаһын, әгәр әҙәплелек ҡағиҙәләрен үҙләштермәһә, уға тормошта үҙ урынын табыу ауырға төшәсәк.
Ә халыҡ ауыҙ-тел ижады тәрбиә тура­һында нимә һөйләй?

Халыҡ мәҡәлдәре:
Баланы бишектән өйрәт.
Баланы карауатта арҡыры ятҡанда тың­лата алмаһаң, буй ятҡас тыңлатырмын тимә.
Балаңдан ҡәҙер күрергә өмөт итһәң, тәрбиәһен еткер!
Баланың үҫкән бишеге — киң донъяның ишеге.
Тал сағында бөкмәһәң, таяҡ булғас, бөгә алмаҫһың.
Баланы йәштән тый.
Баланы йәштән эшкә бөк.
Баланы йәштән өйрәт, ҡатынды баштан өйрәт.
Баланы табыуға ҡарағанда тәрбиәләү ҡыйын.
Баланы туҡмап йыуатма, көйләп йыуат.
Улың йәштә тәрбиәсе бул, улың үҫкәс, туған бул.
Бала сағында алынған тәрбиә сәс ағарғансы үҙе менән бергә булыр.
= Бала сағында алынмаған тәрбиәне һуңынан бөтә донъя халҡы ла өйрәтә алмаҫ.

Тимәк, беҙ баланы үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләренә ни ҡәҙәр иртәрәк өйрәтә башлаһаҡ, сабый уларҙы шул тиклем еңелерәк ҡабул итер.
Һәр ата-әсә балаһының яҡшы кеше булып үҫеүен теләй. Тәрбиә — уларҙың, тәрбиәселәрҙең ҙур оҫталығын, тырыш­лығын һәм түҙемлеген талап итә торған дауамлы эш ул. Ә өлкәндәр бала өсөн һәр йәһәттән өлгө булырға тейеш.



Вернуться назад