Араларҙы тоташтырған алтын еп20.06.2017
Араларҙы тоташтырған алтын епБашҡорт теленең байлығы, күп төрлөлөгө, мәғәнәүи тәрәнлеге, сикһеҙ эске мөмкинлектәре тураһында бик күп яҙылған һәм әйтелгән. Туған телебеҙ, уның ҡағиҙә-ҡанундары, яңғырашы, яҙылышы, ошо нигеҙҙә үҫешкән әҙәбиәт, сәнғәт, фән, киң мәғлүмәт саралары күҙ алдыбыҙға мәңгелек ысынбарлыҡ булып баҫа. Әммә телдәр, кешелек йәмғиәте кеүек үк, ваҡыт үтеү менән үҙгәрә, үҫеш юлдары, йүнәлештәре тәбиғәт һәм йәмәғәт ҡанундарына ғына түгел, айырым кешеләрҙең ихтыярына ла буйһона ала. Башҡорт һөйләштәрен, айырыуса уның төньяҡ-көнбайыш диалектын өйрәнеүҙең ҡаршылыҡлы, драматик, героик тарихы – быға асыҡ миҫал.

Тәүге аҙымдар

Башҡорт халҡы тураһында иң боронғо мәғлүмәттәр беҙҙең эраның VII (ҡытай сығанаҡтарында) һәм IX (ғәрәп сығанаҡтарында) быуаттарға ҡараһа, башҡорттарҙың теленә тасуирлама биргән тәүге хеҙмәт – арҙаҡлы төрки ғалимы Мәхмүт әл-Ҡашғариҙың “Диуан лөғәт әт-төрк” һүҙлеге – яҡынса 1074 йылда яҙылған. Был китапта башҡорт теле башҡа төрки телдәре рәтендә телгә алына: “Артабан Ҡырҡыз, Ҡыфжаҡ, Уғуз, Тухси, Яғма, Жикил, Уғраҡ һәм Жаруҡ. Уларҙа – саф берҙәм төрки теле. Уға Йәмәк һәм Башғырт һөйләштәре яҡын”. Мәхмүт әл-Ҡашғари башҡорт теленә аныҡ лингвистик характеристика бирмәһә лә, уның һүҙенән ата-бабаларыбыҙҙың һөйләше ҡәрҙәш телдәрҙән ныҡ айырылмаған һәм ҡайһы бер хәҙерге үҙенсәлектәргә (бер үк ваҡытта оғуҙ һәм ҡыпсаҡ телдәренең һыҙаттарына) эйә булған, тигән һығымта килеп сыға.
Башҡорт теле буйынса фәнни материал йыйыу тик XVIII быуаттың икенсе яртыһында дауам ителә. 1769–1771 йылдарҙа Башҡортостанды гиҙеп сыҡҡан академик Петер Симон Паллас, Рәсәй империяһында йәшәгән халыҡтарҙың һүҙ байлығын туплап, 1787–1789 йылда “Бөтә тел һәм һөйләштәрҙең әлифба тәртибендә урынлашҡан сағыштырма һүҙлеге”н баҫтырып сығарған. Унда автор “По-татарски башкирскаго племени” тип билдәләгән һүҙҙәр ҙә байтаҡ: “Аать – конь, лошадь; Абашка – муж; Авру – боль; Агачь – дерево; Астынь – под; Ата-псяи – кот; Ачарга – скрыть (таить, спрятать)”. Миҫалдарҙан күренеүенсә, П.С. Паллас, [ҙ], [ҫ], [һ] өндәрен билдәләй белһә лә, башҡорт һүҙҙәрендә уларҙы ҡулланмаған, шулай уҡ башҡорт телендә төрки [ч]-ның [с]-ға үҙгәреүен сағылдырмаған тиерлек. Был күренеш ғалимдың дөйөм төрки стандартына яҡын булған телдә аралашҡан төньяҡ-көнбайыш башҡорттарынан мәғлүмәт алыуы менән аңлатыла ала. Уның Башҡортостандағы маршрутына күҙ һалһаҡ, академик 1769 йылда көньяҡтан Өфөгә килгән, шунда ҡышлап, хеҙмәтенең беренсе томын әҙерләгән, артабан илебеҙҙең төньяҡ-көнсығыш төбәге аша Екатеринбург һәм Силәбе тарафтарына киткән. Лингвистик эҙләнеүҙәрҙе ул нәҡ Өфөлә йә ҡайтышлай Екатеринбург менән Сарапул араһында алып барғандыр, күрәһең.
Башҡорт телен эҙмә-эҙлекле рәүештә өйрәнә башлауы иһә XIX быуат уртаһына ҡарай. Ул Ырымбурҙағы Неплюев кадет училищеһының уҡытыусылары Мартиниан Иванов, Сәлихйән Күкләшев, Мирсәлих Биксуриндарҙың эшмәкәрлеге менән бәйле. Был тикшеренеүселәр шул заманда Рәсәйҙә “татар” тип йөрөтөлгән өс телдең (татар, башҡорт, ҡаҙаҡ) бер-береһенән айырыла торған һыҙаттарын барлап, йәнле һөйләү теленең яҙма төрки теленә мөнәсәбәтен асыҡлаған, халыҡ ижадының һәм телмәренең ҡиммәтле өлгөләрен килтергән. Ырымбурҙа йәшәгән был ғалимдар үҙҙәренең хеҙмәттәрендә башлыса көньяҡ һәм көнсығыш башҡорттарының телен сағылдырған. Уларҙан ике-өс тиҫтә йыл элек ҡалала һәм эргәһендәге ҡәлғәләрҙә хеҙмәт иткән тәүге төбәкте өйрәнеүселәр ҙә “ысын башҡортлоҡ”то сик буйында йәшәгән, малсылыҡ менән шөғөлләнгән, йәйләүгә сыҡҡан, боронғо хәрби ғәҙәттәрен һаҡлаған башҡорттарҙа ғына күргән: “Хәҙер инде башҡорт халҡы ... урыны менән ултыраҡ ауылдарға төпләнеп, ҡорт аҫрай, иген үҫтерә, кейем-һалым һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән күрше татарҙар менән нығыраҡ берләшә” (В.И. Даль). XVIII, XVII быуаттарҙағы башҡорттоң көнкүреше, хужалығы, йәшәү шарттары тураһында хәбәрҙар булмаған тикшеренеүселәр ошо һығымтаға тик романтик ҡараштары нигеҙендә килгән: уларҙың фекеренсә, ысын башҡортлоҡ – ул тирмә ҡороп, уҡ-һаҙаҡ тотоп, яуға йөрөү, имеш. Әлбиттә, был ысын­барлыҡҡа, халҡыбыҙҙың иҡтисади һәм ижтимағи тарихына, йәмғиәттең эске ҡоролошона бер нисек тә тап килмәй. Тик әле лә ҡабатланып торған “саф баш­ҡорттар фәҡәт тау һәм Урал аръяғындағы райондарҙа ғына бар” тигән зарарлы фекер шунан килә түгелме?
1880 йылда “Халыҡ мәғарифы министрлығының журналы”нда А.Г. Бессоновтың “Ҡазан татар ләһжәһенең һөйләштәре һәм уның яҡын һөйләш менән телдәргә мөнәсәбәте тураһында” (О говорах казанского татарского наречия и об отношении его к ближайшим к нему наречиям и языкам) күләмле мәҡәләһе сыға. Автор Ҡазан татарҙарының телен тасуирлау менән сикләнмәй, мишәр, типтәр, Минзәлә, Бәләбәй, Бөрө, Пермь башҡорттарының йәнле һөйләүенә, башлыса фонетикаһына, ентекле характерис­тика бирә, Өфө һәм Пермь башҡорттарының телендә [ҙ] (Минҙәлә, иҙән, Иҙел), [й] (йәбештер, йән), [ә] (кәмә, үгәй) өндәренең тотороҡлоғона баҫым яһай. А.Г. Бессоновтың фекеренсә, “саф башҡорт теле – тау башҡорттарының теле” була, Өфө башҡорттарының теле татарлашҡан, ә Ырымбур башҡорт­тарының теле шуларҙың уртаһында ҡалған була. 1897 һәм 1898 йылда Минзәлә, Бәләбәй өйәҙҙәрендә билдәле хакас ғалимы Н.Ф. Катанов башҡорт, типтәр, керәшен телдәре буйынса мәғлүмәт туплай, халыҡ ижады әҫәрҙәрен йыя. Ул үрҙә әйтелгән өс төркөм халыҡтың бер телдә һөйләшеүен билдәләй, башҡорт теленең Дим һөйләшенә тәүге характеристика бирә. Башлыса көнсығыш төрки (тыва, алтай, саха һ.б.) телдәре менән шөғөлләнгән ғалим башҡорт теле тураһында А.Г. Бессоновтың хеҙмәтенә таянып фекер йөрөтә лә башҡорттарҙың татар халҡының йоғонтоһона бирелеүе хаҡында яҙа. Уларса, был йоғонто дин һәм белем биреү системаһы аша таратылған була. Әммә 1897 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре урыҫ тикшеренеүселәренең һығымталарын инҡар итә: Өфө губернаһында йәшәгәндәрҙең 41 проценты туған тел тип башҡорт телен күрһәтә, Бөрө өйәҙендә был һан – 53, Бәләбәйҙә – 54, Минзәләлә 32 процентҡа етә, йәғни халыҡтың күпселеге үҙенең туған теле тип башҡортсаны таный.
Революцияға тиклем башҡорт телен шулай уҡ венгр ғалимдары ла өйрәнеп ҡарай, улар белемле башҡорттарҙың телендә османлы төрөксәһе һыҙат­тарының булыуын билдәләй, башҡорт теленең грамматикаһын баҫтырып сығара. XIX быуат аҙағы – XX быуат башында башҡорт теле буйынса күп мәғлүмәт йыйылып, ташҡа баҫылһа ла, бөтә башҡорт һөйләштәрен тасуир итә алған эҙмә-эҙлекле хеҙмәт донъя күрмәгән. Берҙәм принциптарға таянған башҡорт диалек­тологияһы уҙған быуаттың 20 – 30-сы йылдарында ғына тыуа.


Советтар Союзында тел төҙөлөшө һәм иҫке төрки теленең яҙмышы

Ислам динендә булған күп төрки халҡы өсөн уртаҡ әҙәби тел яҡынса XI–XII быуаттарҙа Урта Азияның көнсығышын (хәҙер был төбәк Ҡытай эсендәге Синцзянь-Уйғыр автономиялы округын тәшкил итә) биләгән Ҡараханлылар дәүләтендә барлыҡҡа килгән. Уның нигеҙендә хәҙерге үзбәк һәм уйғыр телдәренә яҡын булған ҡарлуҡ һөйләше ятҡан. Төрки халыҡтары араһында Ислам дине таралған, төрки ҡәүемдәре яңы ерҙәрҙе яулаған һайын, был тел ҡулланыла торған майҙан киңәйгән, ерле халыҡ һөйләштәренең яҙма нормаға йоғонтоһо көсәйгән. Ваҡыт үтеү менән “төрки” тип йөрөтөлгән телдең бер нисә варианты барлыҡҡа килгән: Яҡын Көнсығышта, Кавказ аръяғында, Анадолула – османлы, Урта Азияла сығатай телдәре формалашҡан. Төрки теленең был ике нормаһы бер-береһенән һүҙлек составы, грамматик һыҙаттары, орфография ҡағиҙәләре менән ныҡ ҡына айырылған. Тәүгеһендә – оғуҙ, икенсе­һендә ҡарлуҡ телдәренең үҙенсәлектәре күберәк булған. Иҙел буйында, Уралда төрки теленең өсөнсө варианты барлыҡҡа килгән. Ул Алтын Урҙа һәм унан элекке Хәрәзм (был төбәк Амударъя йылғаһының түбәнге ағымында урынлашҡан, хәҙерге Үзбәкстан менән Төркмәнстанға ҡарай) традицияларына таянған, башлыса ҡыпсаҡ телдәренең һыҙаттарын сағылдырған. Алтын Урҙа тарҡалғас, уның вариҫтары булған Ҡазан, Әстрхан, Себер ханлыҡтары Рәсәй тарафынан яуланғас, был әҙәби тел юҡҡа сыҡмаған һәм ерле халыҡтар тарафынан әүҙем ҡулланылған. Нәҡ ошо телде урыҫ сығанаҡтары “татар теле”, “татар яҙмаһы”, “татар диалекты” тип йөрөткән. Был дәлил яҙыша торған ҡайһы бер кешеләргә ошо телдәге бөтә әҙәбиәтте фәҡәт “татар халҡының мираҫы” тип иғлан итергә, “башҡорт, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ һәм башҡалар татарса ғына яҙған” тип әйтергә нигеҙ бирә кеүек.
Араларҙы тоташтырған алтын епӘгәр ҙә беҙ XVIII–XIX быуаттарҙа, иҫке төрки теле әүҙем ҡулланылған заманда, эшләгән авторҙарҙың хеҙмәттәрен асһаҡ, үрҙә әйтелгән фекерҙәрҙең төптән хата булыуын бик асыҡ күрербеҙ. Башҡорт комиссияһына етәкселек иткән тарихсы В.Н. Татищев: “Бындағылар менән татарса һөйләшкәндә, “татар” һүҙе ҡулланылһа, бер кем дә аңламаҫ ине, әммә төрки тип атайҙар”, – тип яҙған үҙенең “Рәсәй тарихы” хеҙмәтендә (1-се том. Мәскәү, 2007. 271-се б.). “Татар хрестоматияһы”ның авторы С. Күкләшев тә: “Төрөк һәм татар ҡәбиләләре һөйләшкән һәм яҙған бөтә телдәр төрки теле тигән дөйөм атама аҫтында билдәле”, – тип иҫкәртә (Ҡазан, 1859. 12-се б.). А.Г. Бессоновтың остазы, миссионер Н.И. Ильминский ҙа был тел тураһында: “Уны төрки тип атау отошлораҡ булыр ине, сөнки ул төркиҙәргә ҡарай, һәм шәреҡ халыҡтары уны төрки тип йөрөтә”, – тип яҙған (Ученые записки Казанского университета. Кн. III. 1861. 12-се б.).
Ошо телдә яҙылған әҫәрҙәр ҙә икеләнеүгә урын ҡалдырмай. Т. Ялсы­ғоловтың “Рисәлә-и Ғәзизә” китабының баш һүҙендә: “Тадж әд-Дин Йалчығол уғлындин илтимас әйләделәр ки: “Ҫәбат әл-ғаджизин” китабыны төрки теленә тәрджемә ҡылсәң, нә улә иде? – диделәр,” – тигән йөмлә бар. Ш. Мәржәниҙең автобиографияһында шундай эпизод та билдәле. Уның менән бәхәсләшкән бер мулла: “Минем әле хадж ҡылғаным йуҡ, мин әле ғәрәби белмәймен, миңә төрки ғибәрәт берлә әйт”, – тип һорай (Мостафад әл-әхбар. 2-се өлөш. Ҡазан, 1900. 46-сы б.). Ғ. Соҡорой ҙа үҙенең ата-бабалары хаҡында: “Булар барусы дә төркичә йазыуны уҡурғә вә һәм йазарғә белә торған булғанлар”, ә үҙенең уҡыу йылдары тураһында: “Уҡулды, мәхфүҙ улды чуҡ мәсаил, Ғәрәб, фарсы, төркидән рисаил”, – тип яҙа.
Араларҙы тоташтырған алтын епӘйткәндәй, Ҡазан профессоры М. Әхмәтйәнов Ғ. Соҡоройҙоң телен: “Саф татарча, ә башкорт теле фонетик системасы калыбына бер ничек тә сыймый,” – тип тасуирлай (Пермь татарлары турында. Барда, 2000. 85-се б.). “Бәғдә әдә-и әғмәл ал-хадж Мәдинә-и Мөнәуаракә баруб, әтмам әфғәл әз-зийарат вә әкмәл әл-әғмәл әл-ғумрат суңындә, зийарат әл-видағ илә зийаратлар вуҡуғ суңындә, джәнәб ҡотб әл-әҡтабғә видағ мәджлесендә тәмам илтифат илә илтифатлар садир булуб, бу фәҡиркә хадим әл-фуҡара ләҡәбләрүне ҙаһир ҡылдылар” (Хаж ғәмәлдәрен башҡарыуҙан һуң Нурлы Мәҙинәгә барып, зыярат фиғелдәрен һәм ғөмрә ғәмәлдәрен камил итеп тамам­лағандан һуң, хушлашыу зыяраттарының һуңында, ҡотоптарҙың ҡотобо йәнәптәре менән хушлашыу мәжлесендә бөтөн иғтибарҙар алға сығып, был фәҡиргә ярлылар хеҙмәтсеһе исемен асыҡ иттеләр) тигән һөйләмде уҡып, уның сафлығын да һәр кем үҙе баһалай ала. Иҫке төрки теленең орфографияһы тәү сиратта быуаттар төпкөлөнән күсә килгән традицион дөйөм төрки фонетикаһын сағылдырған, шуға күрә унда, ысынлап та, башҡорт теленең [ҙ], [ҫ], [һ] өндәре сағыл­дырылмаған. Әммә унда хәҙерге ҡыпсаҡ телдәренә хас булған сингармонизм да, ирен гармонияһы ла, тартынҡыларҙың ассимиляцияһы ла күҙәтелмәй: революцияға тиклемге авторҙар “булсә” (“булһа” түгел), “китдүк” (“киттек” түгел), “йаранларындан” (“яраннарыннан” түгел) тип яҙған.
Был телгә ҡарата “татарса” терминын ҡулланыу төрки халыҡтарының вәкилдәре араһында тик XIX быуаттың аҙағында тарала башлай. Ул хәҙерге татар милләтенең формалашыуы һәм мосолман халыҡтарының рухи, ижтимағи тормошон яңыртыу хәрәкәте (йәҙитселек) менән тығыҙ бәйле. Ошо процестарға тос өлөш индергән Ҡазан мәғрифәтсеһе Ҡәйүм Насыри бер хеҙмәтендә былай тип яҙған: “Милләтемез халҡын татар тәсмийә ҡылсам, йаратмадылар, татар теле дисәм, йаратмадылар”. Үткән йөҙ йыллыҡ башындағы татар авторҙары урта быуаттан һаҡланып ҡалған мираҫты инҡар итеүҙе, үҙҙәренә ят тип аңлатыуҙы хуп күргән: “Йосыф китабы” кем телендә? Алла белә, җен телендә” (http://gabdullatukay.ru/works/articles/articles-1910/halyk-edebiyaty/). Был шауҡым башҡорт зыялыларына ла йоғонто яһаған: М.И. Өмөтбаев үҙенең грамматик хеҙмәтен “Татар нәхүсенең мохтасары” (“Ҡыҫҡаса татар грамматикаһы”) тип атаған, әммә был терминды үҙенсә аңлаған: “Безем татар теле боронғы джағатай һәм истәк (башҡорт) халҡлары телендән килгән телдер. Бу тел илә күберәк джағатай нәселендән улған” (Ҡазан, 1901. 47-се б.).
Шундайыраҡ хәлдәр 1917 йылғы революцияға тиклем дауам иткән. Милли автономияны иғлан иткән Башҡорт шураһы ла үҙенең документацияһын иҫке төрки телендә алып барған һәм перспективала башҡорт, ҡаҙаҡ халыҡтары өсөн уртаҡ яҙма телде булдырыуҙы күҙ уңында тотҡан. Уҙған быуаттың 20-се йылдары башында татар коммунистары телдәрҙең яҡынлығына таянып, башҡорт ерҙәрен Татар республикаһына ҡушыуҙы талап итә башлаған, әммә В.И. Ленин улар менән ризалашмаған. Башҡорт республи­каһының етәкселеге иһә, бындай хәлдәр ҡабатланмаһын тип, башҡорт әҙәби теленең нигеҙенә иң үҙенсәлекле, башҡа төрки телдәренә оҡшамаған һөйләштәрҙе һалырға мәжбүр булған.
Шул уҡ 20-се йылдарҙа илебеҙҙә “тел төҙөлөшө” киң ҡолас йәйгән. Европа ҡалыбында фекер йөрөткән большевиктар “бер милләт – бер тел” тигән принциптан сығып, бер нисә төрки халҡы өсөн уртаҡ булған боронғо тел урынына һәр республика өсөн айырым бер тел барлыҡҡа килтереү процесын башлаған. Иҫке төрки теле, дини әҙәбиәт, буржуаз баҫмалар теле булараҡ, иҫкергән, эшсе халыҡҡа ят һәм кәрәкмәгән тип иғлан ителгән. Башҡортостанда яңы әҙәби телде нормаға һалыу ике тотҡарлыҡҡа тап булған. Беренсенән, күп яҙыусы, журналист, сәйәсмән “иҫкесә” яҙырға өйрәнгәнлектән, дөйөм төркигә яҡыныраҡ булып сыҡҡан хәҙерге татар теленә күсеүҙе хуп күргән; икенсенән, яңы әҙәби телгә нигеҙ булыр диалектты һайлау мәсьәләһе тыуған. Берәүҙәр, А.Г. Бессонов, Н.Ф. Катановтың хеҙмәттәренә таянып, тау башҡорт­тарының телен “иң саф, иң халыҡсан” тип иғлан иткән һәм “аттар, ярҙы, ҡарттыҡ” тип яҙыуҙы талап иткән; икенселәр, ялан башҡорттарының күберәк булыуына баҫым яһап, “атлар, ярлы, ҡартлыҡ” тип яҙыуҙы ҡанун итеп ҡабул итергә тәҡдим яһаған. Ғилми принциптарға, киң мәғлүмәткә нигеҙләнмәгән был бәхәстәр махсус әҙәбиәттә бик ентекле итеп тасуирланған, шуға күрә беҙ уларҙың дәлилдәрен тикшереүгә туҡтамайбыҙ. Һөҙөмтәлә тел сәйәсәте өсөн яуаплы кешеләр үҙ-ара килешеп, ике диалектҡа таянған хәҙерге башҡорт телен дәүләт теле итеп ғәмәлгә индерә башлаған. Уның нормаһы тураһында фекер алышыуҙа ҡатнашҡандарҙың береһе лә иҫке төрки теленә яҡын һөйләштәрҙә аралашҡан төньяҡ һәм көнбайыш башҡорттарҙы хәстәрләп, уларҙың мәнфәғәтен яҡлап һүҙ ҡуҙғатмаған.

Үткән быуат драмалары

1928 һәм 1929 йылда Башҡортостанға йәш урыҫ ғалимы Н.К. Дмитриев килә. Бында ул тел менән ҡыҙыҡһынған белгестәрҙе туплап, башҡорт һөйләштәрен өйрәнеү буйынса берҙәм программа төҙөп, ике тапҡыр сәфәргә сығып, башҡорт диалекттарын ғилми яҡтан өйрәнеүҙе яйға һала. 30-сы йылдарҙа уның планы буйынса 14 экспедиция ойошторола. Улар башҡорт теленең эске ҡоролошон тасуирларға ярҙам иткән материал туплау менән сикләнмәй, яңы әҙәби телдең терминологик, лексик, грамматик мөмкин­лектәрен киңәйтеүгә, “йәш тел”де байы­тыуға булышлыҡ ҡыла. Дүрт экспедиция алдына Башҡорт АССР-ының төньяҡ һәм көнбайыш райондарында ниндәй телдә белем биреү мәсьәләһен асыҡлау маҡсаты ҡуйыла. Был төркөмдәр Миәкә, Ҡандра, Яңауыл, Ҡариҙел, Нуриман, Иглин, Учалы һәм Ҡоншаҡ райондарына ебәрелә, байтаҡ яңы мәғлүмәт туплай. Уларҙың һөҙөмтәһендә башҡорт халыҡ теленең тулы картинаһы барлыҡҡа килә.
30-сы йылдарҙа ғалимдар грамматик үҙенсәлектәр (күплек, килеш ялғауҙары) буйынса башҡорт теленең өс диалектҡа бүленгәнен асыҡлай: көнсығыш диалект өсөн – аттар, байҙыҡ, эште; көньяҡ диалект өсөн – атлар, байлыҡ, эште; төньяҡ-көнбайыш диалект өсөн атлар, байлыҡ, эшне формалары хас булып сыға. Фонетик һыҙаттарға таянып, телселәр башҡорт телен ете һөйләшкә бүлгән. Башҡортостандың көнбайышы һәм төньяғы “с” (сез, үсмәс, сыҡмайым), “ҙ” (сеҙ, үсмәс, чыҡмайым) һәм “п-т” (салтым, күртем, пысаҡ) һөйләштәренең ареалын тәшкил иткән. 1939 йылда сыҡҡан “Стилистика” дәреслегендә шундай башҡорт теленең күп төрлөлөгөн һүрәтләгән миҫалдар араһында ошо текстар ҙа бар: 1) “Беҙҙең ҙаманда үҙ эшенең техникасын ныҡ белгән һәм эшенә намыс белән ҡарап, тырышып эшләгән һәр кеше стахановчы була ала”; 2) “Клуб эсе көн дә кис белән йәшләрнең көслө, шат тауышлары белән яңғырап тора”. Быларҙан сығып, шуны әйтергә мөмкин: 30-сы йылдарҙа ғалимдар әҙәби телдең нормаһынан ситтә ҡалған милләттәштәрҙе ситләтмәҫкә, халыҡтың айырылғыһыҙ өлөшө итеп күрһәтергә һәм өйрәнергә тырышҡан. Оло быуын диалектологтарҙың күпселеге репрессияға эләгеп, 1937–1938 йылдарҙа үлтерелгән, әммә 50-се йылдарҙың башынаса башҡорт теленең өс диалекттан тороуы бәхәсһеҙ факт итеп ҡабул ҡылынған.
1953 йылда Н.К. Дмитриевтың тәҡдиме буйынса Өфөлә башҡорт диалекто­логияһына бағышланған махсус ғилми семинар үтә. Унда башҡорт теленең өс диалекты барлығына тағы бер тапҡыр баҫым яһала. 1954 йылдың йәйендә Н.К. Дмитриевтың шәкерте Т.Ғ. Байышев (1886–1974) етәкселегендә республика­быҙҙың төньяҡ райондарына алты кешенән торған экспедиция ебәрелә. Бер ай эсендә уның ағзалары хәҙерге Асҡын, Балтас, Борай, Тәтешле, Яңауыл райондарына ҡараған 38 ауылда 137 кешене һорап, ерле һөйләштең фонетикаһы, грамматикаһы һәм лексикаһы буйынса 300 битлек мәғлүмәт туплап, урындағы халыҡтың телмәрендә башҡорт теленең төп һыҙаттары тотороҡло һаҡлана, тигән һығымтаға килә: “Һәр райондағы башҡорттар үҙҙәренең һөйләү телен нормаль башҡорт теле тип атай, һәр береһе – балаһы, кесеһе, олоһо – шул телде боҙмай һөйләшә, үҙ телдәрендә кәмселек тапмай, татарса һөйләшмәй”. Бер йыл үткәс, Мәскәүҙә Т.Ғ. Байышевтың “Әҙәби телгә мөнәсәбәтендә башҡорт диалекттары” тигән монографияһы сыға, ә 1956 йылда ғалим кандидатлыҡ диссерта­цияһын яҡлай. Шәхес культына ҡаршы көрәш башланыуҙан файҙаланып, ҡарт телсе партияның республика һәм үҙәк органдарына Башҡортостандың төньяҡ, көнбайыш райондарында ерле халыҡ өсөн айырым әҙәби тел булдырыу йә иһә уҡытыуҙы башҡорт теленә күсереүҙе һорап мөрәжәғәт итә. Был тәҡдим 1957 йылдың 24 майында КПСС Өлкә коми­тетының бюроһы ултырышында ҡарала, әммә унда ҡатнашыусылар, хатта күҙ уңында торған райондарҙан сыҡҡан кешеләр, өлкән телсе белгесен милләт­селектә, коммунистар партияһының милли сәйәсәтен аңламауҙа, идеалистик проекттар төҙөүҙә ғәйепләп, башҡорт халҡы вәкилдәрен татар телендә уҡытыуҙы тәбиғи бер хәл итеп күрһәтеп, һорауҙы кире ҡаға. Бәхәстә ҡатнашыусыларҙың фәнни дәлилдәре А.Г. Бессонов, Н.Ф. Катанов, профессор В.И. Филоненконың көнбайыш башҡорттары тураһында фекерҙәрен ҡабатлауға, төбәктәге халыҡтың татар теленә элек-электән өйрәнеп бөтөүенә, яңы әҙәби телдең яһалма һәм эшсе массаһына ят буласағына, уны ҡатнаш ауылдарҙа ғәмәлгә ашырыуҙың ҡыйынлығына, “әҙәби телдәр былай барлыҡҡа килтерелмәй” тигән тезисҡа ҡайтып ҡала. Һөҙөмтәлә ғилми-ижтимағи мәсьәлә ябыҡ сәйәси сарала хәл ителде тип белдерелә.
Шул уҡ йылдарҙа Башҡортостандың көнбайышында, Пермь һәм Свердловск өлкәләренең көньяғында йәшәгән ерле халыҡтың телен Татарстан ғалимдары ла ентекле тикшерә башлай. 1948 йылда Пермь өлкәһе Барҙа районынан Д.М. Сарманаеваның “Урта Урал татарҙары телендә диалекталь үҙенсәлектәр” исемле кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлана. Автор төбәктәге төрки телле бөтә халыҡты ла (Гәйнә, Ҡошсо, Өпәй, Һыҙғы, Терһәк башҡорттарын, Көнгөр татарҙарын) татар милләтенең өлөшө итеп күрһәтеп, уларҙың һөйләштәрен татар теленең урта (ҡазан татар) һәм көнбайыш (мишәр) диалекттарына ҡаратҡан. Шуныһы характерлы: диссертацияла 360 берәмектән торған һүҙлек тә бар. Унда килтерелгән лексема һәм фразеологизмдарҙың 60 проценты әҙәби башҡорт теленә һәм ерле һөйләштәренә хас булған һүҙҙәрҙән ғибәрәт. Ғалимә һүҙлеккә индергән берәмектәр араһында “ҡалаҡ”, “ҡарағат”, “күнәк”, “күтәрмә”, “сыҡтау” (“һыҡтау”), “ыспае” (“ыҫпай”), “әрләшеү” кеүек һәр кемебеҙгә билдәле һүҙҙәр күп. Артабанғы йылдарҙа Л. Жә­ләйҙең, Ж. Алмаздың, А.Ш. Әфлә­тү­нов­тың, Л.Т. Мәхмүтованың, Д.Б. Рамаҙано­ваның хеҙмәттәре баҫылып сыҡҡан. Улар төбәктең йәнле һөйләү телен сағылдырған бик күп мәғлүмәт туплаһа ла, методик яҡтан ҙур етешһеҙлектәрҙән азат түгел: урындағы халыҡтың теле уны барлыҡҡа килтергән тарихи һәм этнографик ерлектән айырым өйрәнелә, башҡорт теленә хас үҙенсәлектәр яҡындағы башҡорт һөйләштәре материалында түгел, хакас, уйғыр, саха телдәре ярҙамында тикшерелә, башҡорт теле башлыса үҙенең әҙәби формаһында ҡулланыла. Профессор Н.Х. Мәҡсүтова билдәләүенсә, был алымдар һәм уларҙың нигеҙендә яҙылған хеҙмәт “фәнни компаративистиканың талаптарына тап килмәй”.
Башҡортостан ғалимдары, партияның “башҡорт теле ике диалекттан ғына ғибәрәт” тип иғлан итеүенә ҡарамаҫтан, башҡорт халҡы йәшәгән бөтә төбәктәрҙә лингвистик тикшеренеүҙәрҙе дауам иткән. 60 – 70-се йылдарҙа махсус экспедициялар, айырым командировкалар ойошторолоп, республикабыҙҙың төньяҡ-көн­байыш төбәгенә генә түгел, Татарстандың көнсығышына, Пермь һәм Свердловск өлкәләренең көньяғына ла сығып, “Башҡорт теленең диалектологик атласы”, “Башҡорт теленең диалекттары һүҙлеге” өсөн мәғлүмәт йыйыла. Арҙаҡлы ғали­мәбеҙ С.Ф. Миржанова төбәктәге телдең бөтә нескәлеген тәрән анализлаған, нигеҙле итеп аңлатҡан, тарихи, этнографик факттарҙан сығып интерпретациялаған “Башҡорт теленең төньяҡ-көнсығыш диалекты” монографияһын 1979 йылда уҡ әҙерләп бөткән (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул тик 1990 йылда донъя күргән); 1986 йылда М.И. Дилмөхәмәтовтың “Урта Урал башҡорттарының һөйләше” диссерта­ция­һы яҡланған (уның нигеҙендә әҙерләнгән монография тик 2006 йылда бик бәләкәй тираж менән баҫылып сыҡҡан); 1987 йылда – “Башҡорттарҙың йәнле һөйләү өлгөләре” йыйынтығы, 1988 йылда “Башҡорт диалекттары һүҙлеге”нең өсөнсө томы донъя күрә. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында Р.З. Шәкүровтың тырышлығы менән башҡорт теленең өсөнсө диалекты юғары уҡыу йорттарындағы башҡорт филологияһы факультеттарының програм­маһына индерелә башлай. Был эштәрҙе башҡарған ғалимдарҙың хеҙмәте халыҡ алдында баһалап бөткөһөҙ: улар йыл һайын әллә күпме ер үтеп, күпселек осраҡта ауылдан ауылға, өйҙән өйгә йәйәүләп йөрөп, диктофонһыҙ, административ ҡаршылыҡтарға, ҡайһы бер хеҙмәттәштәрҙең аңламауына ҡарамай, башҡорт теленең байлығын, фолькло­рының ынйыларын туплап, системаға килтереп, килер быуындарға тапшырырлыҡ алтын мираҫ итеп һаҡлай алған.


Һуңғы һүҙ урынына

Халыҡ теле теге йәки был өндәргә, хәрефтәргә, айырым һүҙҙәргә, грамматик төшөнсәләргә генә ҡайтып ҡалмай. Тел – тотороҡло, бөтөн система. Ул лингвистик күренештәрҙе генә түгел, фекер йөрөтөүҙе, донъяны таныуҙы, аралашыуҙы, милли мәҙәниәтте лә берләштерә. Ерле һөйләштең бөтә кимәлдәрен ентекләп өйрәнмәйенсә, бөтә нескәлектәрен төшөнмәйенсә, күп быуатлыҡ тарихын аңламайынса, уны ҡулланған халыҡтың үҙаңын иҫәпкә алмайынса, ашығыс һығымта яһарға, башҡа телдең өлөшө тип иғлан итергә ярамай. Телдәр даими рәүештә үҫешә, үҙгәрә бара, шуға күрә уларҙы тикшереү бер ҡасан да туҡтамай. Башҡорт тел ғилеме бай тарихҡа эйә булһа ла, хәҙер ҙә яңы, йәш, әүҙем эҙләнеүселәрҙе көтөп тора.
Бөгөн кешеләрҙең күпселеге уртаҡ матди шарттарҙа йәшәй, бер үк фабрикаларҙа етештерелгән кейемдә йөрөй, техника файҙалана, буш ваҡытын оҡшаш рәүештә үткәрә. Яңы технологиялар, ҡулланыу­сылар йәмғиәте донъяны ысын мәғәнәлә берләштерә: илдәр, халыҡтар, мәҙәниәт­тәр араһындағы сиктәр юйылған тиерлек. Был шарттарҙа һәр кешенең шәхсиәте мәсьәләһе айырыуса киҫкен булып сыға: “Мине бүтән ете миллиард кеше араһынан айырып күрһәтә алған, миңә генә хас, эксклюзив нәмә бармы һуң?” тигән һорау тыуа. “Эйе, бар”, – тип яуап бирергә мөм­кин. Был байлыҡ – ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған туған тел. Ҡайҙа ғына булһаҡ та, нимә менән шөғөлләнһәк тә, ниндәй маҡсаттарға өлгәшһәк тә, ул беҙҙе тарихыбыҙ, тыуған еребеҙ, туғандарыбыҙ менән тоташтырған алтын еп булып ҡала.

Искәндәр СӘЙЕТБАТТАЛОВ.

Диалекттың әйткәне

Сулпылы сәстәй инем мин,
Үрелгән толом инем.
Матур әҙәби телдән дә
Боронғо, оло инем.

Ҡырҡып ташланды толомдар,
Һибелеп ҡалды сулпы.
Сәсен ҡырҙырған малайҙай,
Саҡ сығып килә ҡурпы.

Ҡалаларҙы әйтмәйем дә,
Ауылдарҙа мин һирәк.
Кәмене минең баһам да,
Бәҫем төштө бигерәк.

Бөгөнгө бөйөк даръяға
Һут биргән инеш инем.
Тик әҙәби тел белергә
Тейешме, имеш, илем?

Сулпылы сәстәй инем мин,
Үрелгән толом инем.
Хәҙерге дәүләт теленән
Боронғо, оло инем.

...Шишмә башына барығыҙ,
Телен онотһа йәштәр.
Йәйғор ҡалҡыр күгегеҙҙә,
Нурланып балҡыр төҫтәр.

Сулпылы сәстәй инем мин,
Үрелгән толом инем.
Аҙауҙарҙан Тубылғаса
Башҡорттоң ҡоло инем!
Милләтемә ҡеүәт өҫтәр
Боронғо улы инем.


Лариса АБДУЛЛИНА.


Вернуться назад