Башҡорт телендә нәшер ителгән гәзиттәрҙең һуңғы һандарын ҡарап сыҡҡас, түбәндәге һығымтаға килдем: беҙҙең баҫмаларҙа айырым һүҙҙәрҙең яһалышында хата ебәрелмәй (һәр хәлдә, улар минең күҙгә салынманы). Был аңлашыла: беҙҙең орфография башлыса фонетик принципҡа нигеҙләнгән, йәғни нисек әйтәбеҙ, шулай яҙабыҙ.
Ҡәрҙәш телдәрҙең орфографияһы менән сағыштырғанда, башҡорттоҡо иң еңеле, камилы һанала, сөнки ул төрки телдәрҙең төп билдәһе булған сингармонизм законы нигеҙендә эшләнгән. Мәҫәлән, беҙ сәғәт, бәлә, әммә, тамам тип әйтәбеҙ һәм шул көйөнсә ҡағыҙға төшөрәбеҙ. Татар иһә сәғәт, бәлә, әммә, тамам тип әйтеүенә ҡарамаҫтан, сәгать, бәла, әмма, тәмам тип яҙа. Ниңә улайталарҙыр — дәреслектәрендә бер ниндәй аңлатма юҡ.
Беҙҙә лә сингармонизм законын иҫәпкә алмаған орфографик ҡағиҙәләр бар ине. Әйтәйек, Таһире, тарихкә, кухняне тип яҙа торғайныҡ. Башҡорт орфографияһының иң уңышлы һуңғы вариантын 1982 йылда Әкрәм Бейеш эшләп бирҙе. Уға ҙур рәхмәтлебеҙ.
Әммә, орфографиянан тыш, гәзиттәребеҙҙә тыныш билдәләренең ҡуйылышында хата күп ебәрелә. Айырыуса йыйыу теркәүестәре (һәм, ла-лә, та-тә, да-дә, ҙа-ҙә) ҡулланылған һөйләмдәрҙә. Мәктәп һәм юғары уҡыу йорттары өсөн тәғәйенләнгән дәреслектәрҙә түбәндәге ҡағиҙә бар: йыйыу һәм бүлеү теркәүестәре һөйләмдең тиң киҫәктәрен (бигерәк тә тиң хәбәрҙәрен) теркәһә һәм ҡабатланмай килһә, улар янында бер ниндәй ҙә тыныш билдәһе ҡуйылмай. Гәзиттәрҙә ошо ҡағиҙә йыш ҡына боҙола. Мәҫәлән, Бына ошонда тор ҙа, беҙҙең арттан хәрәкәттәрҙе ҡабатла. Ағаһы биргән сәйҙе бер-ике йотто ла, Гүзәл кире ятты. Саҡырыусыны оҙатты ла, залға үтте. Дәррәү эшләйҙәр ҙә, йырлай-йырлай ҡайталар.
Был ҡағиҙә барлыҡ телгә лә хас, сөнки телдең синтаксис өлкәһе кешенең фекерләүе менән бәйләнгән, ә ул һәр кем өсөн бер. Үрҙә килтерелгән һөйләмдәрҙең тәүгеһен урыҫ теленә тәржемә итеп ҡарайыҡ: Вот сюда встань и повторяй за нами движения. Күренеүенсә, и теркәүесе менән теркәлгән тиң хәбәрҙәр урыҫ телендә лә өтөр менән айырылмай. Шулай уҡ үрҙә килтерелгән башҡа һөйләмдәрҙә лә ла-лә (та-тә, да-дә, ҙа-ҙә) теркәүестәренән һуң бер ниндәй ҙә тыныш билдәһе кәрәкмәй.
Ике тиң хәбәр һәм теркәүесе менән теркәлһә, гәзиттәребеҙҙә уларҙы өтөр менән айырмайҙар һәм дөрөҫ эшләйҙәр. Мәҫәлән, Күп тә үтмәй, ағаһы тағы репрессияға эләгә һәм шул китеүҙән эҙһеҙ юғала. Гәзиттең быйылғы 13 ғинуар һанында сыҡҡан “Тиран менән нисек йәшәргә” тигән яҙманы тыныс ҡына уҡып сыға алманым һәм Әлиәгә яуап яҙырға булдым. Район хакимиәте эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге яңы башланғыстарҙы һәр саҡ хуплай, яҡлай һәм һәр яҡлап ярҙам итә. Әгәр ҙә һәм урынына ла-лә (да-дә, ҙа-ҙә, та-тә) теркәүесе килһә, авторҙар, моғайын, бында өтөр ҡуйыр һәм яңылышыр ине. Һығымта яһап, тағы бер ҡабатлайым: йыйыу теркәүестәре ярҙамында теркәлгән (бәйләнгән, тоташҡан) ябай һөйләмдең тиң хәбәрҙәре бер-береһенән өтөр менән айырылмай.
Әгәр ҙә инде был теркәүестәр теҙмә ҡушма һөйләм эсенә ингән ике ябай һөйләмде теркәһә, был һөйләмдәр араһында өтөр ҡуйыла. Ҡайһы бер гәзиттәребеҙҙә был ҡағиҙәне белеп ҡулланалар. Мәҫәлән, Кире Әбделкәримгә ҡайтҡан Сәрбиямал Сәғәҙи Булатовҡа кейәүгә сыға, һәм йәш ғаилә Йылайыр районының үҙәге Юлдыбайға күсеп килә. Ҡапыл Лиананың тауышы үҙгәреп китә, һәм ул Оксанаға ҡысҡыра башлай. Күренеүенсә, был һөйләмдәрҙә һәм теркәүесе алдынан өтөр ҡуйып мәҡәлә авторҙары (бәлки, гәзиттең корректорҙары) дөрөҫ эшләгән.
Әммә баҫмаларҙың күбеһендә ҡағиҙә һаҡланмай. Айҙар ҡаты ауырып китә һәм уны дауаханаға һалалар. Тормош ҡапма-ҡаршылыҡлы итеп ҡоролған һәм барыһы ла беҙҙең теләк буйынса ғына башҡарылмай. Ир-егет тәбиғәт тарафынан көслө булыу өсөн яратылған һәм бөгөн килеп ошо хәҡиҡәттең юҡҡа сыға барыуы донъяның аҫтын-өҫкә килтереүгә алып бармаймы икән? Был һөйләмдәрҙең барыһы ла теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләм булып һанала, шуға ла һәм теркәүесе алдынан өтөр мотлаҡ ҡуйылырға тейеш.
Әхмәр АҘНАБАЕВ,
БДПУ профессоры.