Битараф ҡалманылар06.04.2012
“Башҡортостан” гәзитенең быйылғы 21 февраль һанында Өфө урамдарындағы, сауҙа йорттарындағы хаталы яҙмаларҙың фотоһүрәттәре бирелгәйне. Урындағы власть битараф ҡалманы.
Мәҫәлән, ҡала хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы Октябрҙең 50 йыллығы урамындағы хаталы алтаҡталарҙың яҡын арала үҙгәртеләсәге — яҙмаларҙың башҡортсаға дөрөҫ итеп төҙәтеләсәге хаҡында хәбәр итте. Ә Киров районы хакимиәте Менделеев урамында урынлашҡан сауҙа йорттарындағы яҙмаларҙың төҙәтелгән вариантын һалып ебәрҙе.


Вернуться назад